Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мал – электр көтөүсе ҡарамағында
Мал – электр көтөүсе ҡарамағында— Бала саҡтан мал араһында үҫкәс, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәреү әллә ни ауырҙан булманы. Мал йәнле атайым да теләгемә ҡаршы төшмәй, киреһенсә, ҡеүәтләп торғас, һис икеләнеүһеҙ яңы эшкә тотондом, — тип башланы һүҙен Яңы Ҡалҡаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рөстәм Хажиғәле улы Әхмәтов.


Рөстәм Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетын ситтән тороп тамамлай. Тәүге хеҙмәт сынығыуын туған колхозында инженер вазифаһында ала. Ул шулай уҡ Яңы Ҡалҡаш ауыл Советы биләмәһендә, район хакимиәтендә лә эшләй. Ҡайҙа ла егет үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтә, халыҡ араһында абруй яулай, етәкселек тә уның эшен яҡшы баһалай.
Һуңынан Рөстәм Хажиғәле улы, туғандары менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Әлбиттә, тәүҙәрәк егеткә еңел булмай, әммә бирешмәй, туғандарының, ата-әсәһенең ярҙамын тойоп, эшмәкәрлеген матур итеп башлап ебәрә. Ул малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Элекке колхоздан ҡалған һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәреп, тирә-яғын кәртәләп, һыйыр малын шунда сығара, силос соҡорҙарын да тәртипкә килтерә. Банктан кредит юллап, иң тәүҙә “Беларусь” тракторы һатып ала. Ауылдаштарының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, үҙенекен дә ҡушып, 130 гектарҙа ер эшкәртә башлай.
Мал – электр көтөүсе ҡарамағындаӘле фермерҙың 540 гектар ере бар, яҙғы сәсеү ваҡытында, иген культураларынан тыш, арпа, һоло, вика, нут, көнбағыш сәсеп ҡалдырған. Пайсылар менән Рөстәм Хажиғәле улы ваҡытында иҫәпләшә, уларға өс центнер иген, бынан тыш 10 төргәк һалам бүленә. “Техника һатып алыуға аҡса йәлләмәйем, сөнки төҙөк һәм яңы техника ярҙамында күп кенә эште атҡарырға тура килә. Ауылдаштарға ла ярҙам итергә онотмайым”, — ти ул. Яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә Рөстәм ситтән техника йәлеп итмәҫкә тырыша, шуға ла ул булған техникаһына һаҡсыл ҡарашта, ваҡытында ремонтлап, запас частар менән тәьмин итә.
Рөстәмдең хужалығында әле 60-тан ашыу һыйыр малы, 100 баш һарыҡ аҫрала. Ҡош-ҡорт та тәрбиәләп, үҙенән артҡанын баҙарға сығарып һатып, ярайһы ғына табыш алыуға өлгәшә. Әле мал күпереп үҫкән йәшел туғайҙа тотола, көтөүсе лә кәрәкмәй, сөнки көтөүлек электр көтөүсе менән йыһазландырылған.
Бөгөн хужалыҡта дүрт кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Ата-әсәһе, өлкән улы Айнур, ауыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ҡатыны Нәсимә – уның шулай уҡ төп ярҙамсылары.
Йәмғиәттә бөгөн ҡыҙыу осор, баҫыуҙарҙа химик утау бара, бынан тыш көнбағыш баҫыуында рәт араларын да утайҙар, пар ерҙәрен эшкәртәләр. Малсылар иһә һарыҡ ҡырҡыу менән мәшғүл. “Ауыл кешеһенең ял итергә лә ваҡыты юҡ ул, тиҙҙән мал аҙығы әҙерләүгә төшөргә иҫәп тотабыҙ”, — ти Рөстәм Әхмәтов.
Фермер Яңы Ҡалҡаш ауылы биләмәһе менән дә яҡшы мөнәсәбәт булдырып, барлыҡ эште бергә һәм ойошҡан башҡарырға өйрәнгән. Йыш ҡына ул төрлө байрам сараларына бағыусы ла була. Ауыл балалар баҡсаһына һыу, канализация үткәргәндәр. Бынан тыш балаларҙың ял ваҡыты күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн музыкаль үҙәк бүләк иткәндәр. “Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ бит, уларҙан бер нәмәне лә йәлләргә кәрәкмәй. Уларҙың шат тауышы ишетелһә, беҙгә лә күңелле буласаҡ”, — ти Рөстәм Әхмәтов.
Фермер егеттең киләсәккә уй-хыялдары ла ҙур, мал һанын үрсетеп, ер майҙанын арттырырға иҫәп тота. Техника паркын – ҡеүәтле техника, һөтсөлөк фермаларын заманса ҡорамалдар менән байытырға күҙаллай бөтмөр һәм тырыш егет. Ә Рөстәмгә һис һүҙһеҙ ышанырға була, сөнки тап ошондай сос, уңған егеттәргә генә уңыш-ҡаҙаныштар үҙе эйәреп килә бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491