Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Их, троллейбус йөрөтһәң ине!”
“Их, троллейбус йөрөтһәң ине!”Малай кеше, техника осратһа, бөтә донъяһын онота бит. Кескәй Таһир ҙа ҡала урамдарына сыҡһа, бер-бер артлы елдергән троллейбустарға ҡарап һоҡланып туя алмай. “Мөгөҙлө автобустың” рулендә үҙе ултырырға хыялланған мәлдәр ҙә булмай түгел. Иң мөһиме — бала саҡтағы хыял тормошҡа аша: Таһир ОРАЗБЕРДИЕВ хәҙер тиҫтә йылға яҡын Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында водитель булып эшләй.

Улай ғына ла түгел, иң уңған, яуаплы һәм оҫта хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ул. Быға уның төрлө конкурстарҙан еңеү менән ҡайтыуы – асыҡ дәлил. Таһир күптән түгел, Ялта ҡалаһында бөтә илдән троллейбус йөрөткән 35 коллегаһы араһында беренселекте яулап, ярты миллион һумлыҡ бүләккә лайыҡ булды. Ә 2015 һәм 2016 йылдарҙа ҡала кимәлендәге оҫталыҡ конкурсында еңеүсе тип табылғайны.
Водитель һөнәренә ул хәрби бурысын атҡарғанда өйрәнә, яйлап тәжрибә туплай. Шулай ҙа музыкантҡа, рәссамға илһам килгән һымаҡ, Хоҙайҙан бирелгән таланттыр был оҫталыҡ. Нисек кенә булмаһын, Таһир һәләтен үҫтерә, эшен яратып башҡара һәм, миңә ҡалһа, уның хеҙмәтенә конкурстар ғына баһа түгел. Әгәр ҙә пассажирҙар сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләп төшөп китә икән, тимәк, ул, ысынлап та, иң шәп троллейбус йөрөтөүсе!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586