Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кооперация – көн талабы
Кооперация – көн талабыБөгөн кооперацияларға берләшеүҙе тормош үҙе талап итә. Баҙар иҡтисады йәшәйешебеҙгә көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Хужалыҡтар ҙа, ауыл халҡы ла ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса һөҙөмтәле эшләй. Әммә уны эшкәртеп, тейешле хаҡҡа һата белмәйбеҙ. Әле конкурентлыҡ шарттарында быны яңғыҙың ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға ла ауыл хужалығы кооперацияларына берләшеү берҙән-бер юл булып тора.

Кооперацияларға дөйөм хужалыҡтар ғына түгел, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар ҙа ҡушыла ала. Алға киткән сит илдәрҙә бер фермер бер нисә кооперацияла ағза булып торорға мөмкин. Шөкөр, Башҡортостанда ла кооперациялар күренә башланы, сөнки республика етәкселеге был тәңгәлдә әүҙем, ойошҡан эшмәкәрлек алып бара.
Күгәрсен районында ла бөгөн был юҫыҡта маҡсатлы эш ҡуйылып, ыңғай миҫалдар бар. Әйтеп үтеүебеҙсә, әле фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ етәкселәре үҙ продукцияһын һатыуҙа ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. 1995 йылдың 8 декабрендәге “Ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында”ғы 193-сө Федераль законға ярашлы, төбәктә урындағы халыҡ етештергән тауарҙарҙы һатыу буйынса тырышлыҡты берләштереү маҡсатында “Тәүәкән-ит” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторолған. “Октябрь” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Искәндәр”, “Күгәрсен” агрофирмаһы, “Н.И. Криваткиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы”, “Ҡалдар”, “Утар”, “Иртөбәк агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуарҙар Юнир Искәндәров, Игорь Казарин, Альберт Ҡаҙбәков кооперативтың нигеҙен тәшкил итә. “Иртөбәк” агрофирмаһы директоры Александр Николаев ойошманың рәйесе, “Октябрь” кооперативы рәйесе Андрей Зиновьев иһә секретарь итеп һайланған.
Яңы кооперативтың маҡсаты — ауыл хужалығы етештереүен үҫтереү, продукция һатыуға булышлыҡ итеү, социаль ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, мәшғүллекте тәьмин итеү, килем алыу. Яҡынса иҫәп-хисаптар күрһәтеүенсә, продукцияны кооператив аша һатыу табышты күбәйтеү, сығымды иһә 20-25 процентҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Прогресс утарындағы мал һуйыу цехы ла бөгөн кооператив составында. 2016 йылда асылған цех көнөнә 15-20 баш һыйыр малын, 100-200 ҡаҙ һуйыу һәм сифатлы ит етештереү мөмкинлеген бирә. Әле һуйыу цехы хеҙмәттәре менән район хужалыҡтары, ауыл халҡы файҙалана, бынан тыш күрше райондарҙан да киләләр. Хеҙмәт күрһәтеү түләүле, хаҡтары ныҡ тешләшмәй. Цех сит илдә етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазланды­рылған, хеҙмәткәрҙәр өсөн айырым бүлмәләр ҙә ҡаралған, муллаға ла махсус бүлмә булдырылған. Әле цехта бөтәһе биш кеше эш менән мәшғүл, әлбиттә, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны артып китә.
Бында субпродукттарҙан мал аҙығы етештереү цехы уңышлы эшләй.
Етәкселектең киләсәккә уй-хыялдары ла бар — колбаса етештереү цехы булдырып, халыҡты сифатлы һәм иң мөһиме – хәләл ризыҡ менән тәьмин итеү.
— Халыҡ эшебеҙҙән ҡәнәғәт, бер-беребеҙҙе аңлап эш итәбеҙ. Клиенттарҙың һорауы буйынса малдарҙы үҙебеҙ ҙә барып алабыҙ, — ти мал һуйыу цехы мөдире Айнур Әбделмәнов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 507

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519