Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң күп ҡуй – “Маяҡ”та
Иң күп ҡуй – “Маяҡ”таБорондан халҡыбыҙ йылҡы һәм ҡуй үрсетеп көн күргән. Быға беҙҙең тәбиғәт шарттары ҡулай. Совет осоронда ла колхоз-совхоздар һарыҡ тотто. Әммә 90-сы йылдарҙан һуң илдә етештереүсе предприятиелар тарҡалғас, һарыҡ йөнөнә, тиреһенә ихтыяж бөттө. Шуға ла был тармаҡтың рентабеллелеген юғалтыуы сәбәпле, хужалыҡтар ҙа унан баш тартты. Халыҡ хәҙер һарыҡты ит һәм йөн өсөн генә аҫрай.

Ейәнсура районының “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иһә ҡуй үрсетергә йөрьәт иткән. Ул һарыҡ үрсе­теү буйынса төбәктә иң ҙур хужалыҡ иҫәпләнә. Пред­приятиеның 10 меңдән ашыу ҡуйы бар: Аҡҡондоҙҙа – 4008, Башҡорт Самаҙыһында – 1760, Таҙларҙа – 3719, Кинйә­булатта – 611 баш. Киләсәктә ҡуйҙы 60 мең башҡа еткереү маҡсаты менән йәшәй “Маяҡ”­тар.
– “Төбәк Фонды” акционер­ҙар йәмғиәте менән һарыҡты артабан үрсетеү өсөн 40 миллион һум күләмендә ташламалы кредит алыу тураһында килешеү төҙөлдө. Инвестиция проектының финанс моделе һәм бизнес-планы әҙер­ләнде. Быйыл аҡсаның алты процентын 3060 баш инә һарыҡ алыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Ҡуйҙың артыуы йыл һайын яңы аҙбар төҙөүҙе талап итә, иҫкеләрен дә реконструкция­лайбыҙ. Әле хужалыҡҡа һәр береһенең майҙаны 930 квадрат метр тәшкил иткән дүрт бина кәрәк, шулай уҡ 5575 квадрат метр дәүмәлендәге дүрт һарай реконструк­ция­лауға мохтаж. Шуға ла тиҙ эшләнә торған өс ангар төҙөү өсөн 10 миллион 500 мең һум йүнәлтеләсәк. Мал аҙығы әҙерләү өсөн өҫтәмә техника алыуға 7 миллион һум талап ителә. Йөндө һәм итте эшкәр­теү өсөн ҡоролмалар ҙа алыр­ға кәрәк, – ти “Маяҡ” хужалығының директоры Дәмин Юланов.
Проект буйынса, 2023 йылға тиклем һарыҡты 25 мең башҡа еткерергә ниәт­лә­нәләр. Хужалар ҡуй үрсе­теү эшмәкәрлегенән алынған килемдең 63 процентын – ит, 26 процентын – тоҡом үрсе­теү өсөн тереләй килеш һа­тыуҙан, 9 процентын – йөн, 2 процентын тире етеште­реүҙән алырға йыйына.
Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. 15298 гектар ере бар. Майҙандың 4837 гектарын – һөрөнтө, 1794 гектарын – бесәнлек, 8667 гектарын көтөүлек яландары биләй. Баҫыуҙарҙың 200 гектарында ужым үҫә. Яҙғы сәсеү мәлендә һөрөнтө ерҙең 2742 гектарына – яҙғы, 502 гектарына – техник культуралар, 402 гектарына көн­бағыш ултыртҡандар. Һарыҡ­тарҙы сифатлы туҡландырыу өсөн мал аҙығына ла иғтибар ҙур. Әле 116 гектарҙа – кукуруз, 125 гектарҙа – бер йыллыҡ, 528 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән үҫтерәләр.

Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584