Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш белгәнгә ырыҫ юлдаш
Эш белгәнгә ырыҫ юлдашАуыл ерендә төрлө кешене осратырға мөмкин. Берәүҙәр бөтә нимәгә ризаһыҙлыҡ белдерһә, икенселәр, йәшәүҙән йәм табып, күңеленә ятҡан шөғөлдө үҙ итә. Ҡолсора ауылы оҫтаһы Шәфҡәт Шәһивәлиевтең йортонда бар йыһаз үҙенең алтын ҡулдары менән эшләнгән. Хужаның өйөнә яҡынлашыу менән үҙе эшләгән семәрле тәҙрә рамдарын күрергә мөмкин. Ишеген асып кергәс тә, барыһы ла ҡарағайҙан эшләнгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Күңелгә танһыҡ ағас еҫен хатта уның өҫтөнә һөртөлгән лак та еңә алмаған.

Экологик яҡтан таҙа, ныҡ ағастан эшләнгән балалар карауатында ике йәшлек Мәликә рәхәтләнеп йоҡлай. Атайҙары яһап биргән креслола Рөстәм менән Әбделмөлөк кинәнеп ултырып телевизор ҡарай йә, журнал өҫтәлен яҡынайтып, төрлө уйындар уйнай. Ҡатыны Ләйсән ҡыҙы Нәркәс менән аш-һыу бүлмәһендә атайҙары эшләп ултыртҡан өҫтәлдә төрлө тәмлекәстәр әҙерләй.
Шәфҡәт Яхъя улының ҡул эштәренә әүәҫлеге олатаһынан килә. Бала саҡтан ағастан төрлө әйберҙәр яһау теләге менән яна, әммә хыялы кәләш алып, йорт һалып сыҡҡас ҡына тормошҡа аша. Яңы өйҙө башлыса үҙенә төҙөргә тура килә, тәҙрә, ишектәрҙе үҙе семәрләй, тәҙрә рамдарына башҡаларҙыҡынан айырмалы төрлө биҙәктәр һала. Өйҙәренә күсеп, элек йәшәгән йортто оҫтаханаға әйләндергәс, уның ағастан әйберҙәр эшләүгә теләге ҡайтанан барлыҡҡа килә. Станок һатып ала, аҡрынлап йорт йыһаздары яһай башлай. Иренең оҫта ҡуллы булыуын белгән ҡатыны ла уны дәртләндереп тора, кәңәштәрен бирә. Йортҡа кәрәкле йыһаздар теҙмәһе яҙыла, хужа күңелен һалып башҡара бара. Үҙенә тип эшләнгән әйберҙәр күҙ нуры аша үтеп, зауыҡ менән яһалғанға күрә, матур ҙа, күркәм дә килеп сыға, иң мөһиме — шундай уҡ берәүҙә лә булмай. Ауылдашының эшен күреп, оҫтаға заказ биреүселәр табыла. Кемгәлер ултырғыс, икенселәренә һандыҡ кәрәклеге асыҡлана. Уларҙың теләген дә үтәй егет, аҙ булһа ла аҡсаһы ла ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра.
“Мебель эшләү буйынса үҙ эшеңде асып ҡарарға теләгең бармы?” тигән һорауыма, әңгәмәсем былай тип яуапланы:
— Эш башлау өсөн аҡса кәрәк. Кәрәкле станоктар һатып алыу өсөн ҙур сығым талап ителә. Әлегә күңел ҡушыуы буйынса ғына башҡарам, аҙаҡ күҙ күрер. Тиҙҙән ғаиләбеҙ тағы ҙураясаҡ, бишенсе сабыйыбыҙҙы көтәбеҙ. Балалар бер аҙ үҫә төшкәс, улдарым ҡул араһына инә башлағас, бәлки, уйлап та ҡуйылыр, — тине Шәфҡәт Яхъя улы.
Ысынлап та, йорт йыһазын тота һалып эшләп тә булмай, тәүҙә һыҙмаларын һыҙырға, үлсәмен билдәләргә кәрәк. Бөгөн ағастан яһалған әйберҙәр ни тиклем сифатлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ үҙ зауығына ярашлы заманса материалдарҙан эшләнгәненә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә әңгәмәсемдең һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ юҡ түгел. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ — алтын ҡуллы оҫтаның эш өлгөләре һәр саҡ ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Киләсәктә Ҡолсора халҡы Шәфҡәт Шәһивәлиев яһаған йорт йыһаздарын һатып алыр, оҫтаның даны төрлө тарафтарға таралыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 204

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 394

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 217

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 198

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 505

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 696

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 518