Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ас тылсымын семәрле һандығыңдың!..”
“Ас тылсымын семәрле һандығыңдың!..”тип әйтке килде Ейәнсура оҫтаһына. Йомабай Сәғәҙәтовтың оҫта ҡулдары нимәләр генә эшләмәгән?! Йорт эсендәге барлыҡ йыһазды, тәҙрә ҡапҡастарын, рамдарын, гардиндарын, хатта йорт эсен бүлгән стеналарын да үҙе яһаған.


Үрген ауылында тыуып үҫкән Йомабай Ҡужан улын бала саҡтан ағас эше ҡыҙыҡ­һындыра. Ҡартатаһы Ғәйнет­дин ҡулынан балтаһын төшөр­мәй: кешеләргә бура бурай, йорт күтәрә. Атаһы ла уның юлын дауам итә.
Мәктәп йылдарында хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Хәкимйән Зариповтың дәрестәрендә буласаҡ оҫта үҙенең тәүге өлгөләрен эшләй. Уның ағастан юнып, соҡоп, төрлө биҙәктәр яһаған ҡул эштәрен башҡа­ларға үрнәк итеп ҡуйыуы үҫмер­­ҙең күңелен күтәрә. Мәктәпте тамамлағас, геройыма төрлө өлкәлә эшләргә тура килә. “Завет Ильича” колхозында хеҙмәт юлын башлай, артабан төҙө­лөштә эшен дауам итә. Колхоз оҫтаханаһында Рәсүл Янбаевтан оҫталыҡ дәрестәре ала, бында ла ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы уны төрлө әйберҙәр яһап ҡарарға өйрәтә.
90-сы йылдар башында район үҙәгенә күсеп килгәс, Йомабай Сәғәҙәтов Иҫәнғол урман хужа­лығында ағас эшкәртеү цехында эш башлай. Яңы бысылған ағас, сайыр еҫе оҫтаның күңелен йәнә “ҡытыҡ­ларға” тотона, үҙенән-үҙе тилбер ҡулдар нимәлер эшләргә һорай. Күңеленә ятҡан эше ме­нән бер рәттән яратҡан шөғөлөнә тотона. Ҡарағай, йүкә, имән ағастарын киптереп, һандыҡ, йорт йыһаздары, тәҙрә рамдары һәм ҡапҡастары эшләргә тотона. Яңынан-яңы әйберҙәргә заказ биреүселәр арта, оҫтаның даны тирә-яҡҡа тарала. Һуңғы йылдарҙа һандыҡ биреп ҡыҙҙы кейәүгә оҙатыу йолаһының тергеҙелеүе семәрле хазинаны булдырған ижадсыларҙың хеҙмәтенә ҙур ихтыяж тыуҙыра.
– Күберәк заказ буйынса эшләйем. Кешеләрҙең теләк­тә­рен иҫәпкә алып, төрлө ҙур­лыҡтағы һандыҡтар яһайым. Кемгәлер аҡҡош, икенселәргә пар балдаҡтар һүрәте оҡшай. Йөрәк һүрәтен күрергә телә­гән­дәр ҙә бар. Семәрләп эшләт­кәндәр ҙә осрай. Яҡынса бер һандыҡ эшләү ике аҙна тирәһе ваҡытты ала. Ябайыраҡтары, һүрәтһеҙҙәре дүрт-биш мең һум тора, семәрләп, төрлө биҙәктәр һалынғанын туғыҙ мең һумдан юғарыраҡҡа тәҡдим итәм, – ти оҫта.
Камиллыҡтың юҡтыр сик­тәре тигәндәй, алтын ҡуллы оҫта шулай уҡ имәндән төрлө ҙур­лыҡтағы батмандар, ағас һа­уыттар эшләй. Халыҡ күбе­рәк ултырғыстарға һәм кухня өҫтәл­дәренә заказ бирә. Иха­таһында урынлашҡан оҫтаха­нала бер юлы бер нисә әйбергә йән бөркөлә: күңеле булғанда семәр­ләү эшенә тотона йә булмаһа станокта эскиздар буйынса ағас үткәрә. “Урын­дыҡта үҫкән бала булараҡ, бөгөн һаулыҡ өсөн үҙебеҙҙә үҫкән ағастарҙан яһалған йорт йыһаздарынан да файҙалы­рағы юҡ тип хаҡлы рәүештә әйтә алам, сөнки мин эшләгән әйберҙәргә бер ниндәй химик буяу ҡушылмай, экологик яҡтан хәүефһеҙ, сифатлы, арзан да” – ағас эше оҫтаһының һүҙҙәре­нә нимәлер өҫтәү кәрәк­мәйҙер. Һәр кем үҙ теләгенән һәм мөм­кинлегенән сығып, кәрәкле әйбер һатып алыу хоҡуғына эйә. Әммә быуындан быуынға күскән, ағас эшен белгән, уны лайыҡлы дауам иткән оҫта ҡуллы Йомабай Сәғәҙәтов кеүек маһирҙар барында халҡыбыҙҙың милли шөғөлдәре, ағас эше кәсептәре юғалмаясағына ышаныс ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 506

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519