Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илшат ТАЖЕТДИНОВ: “Беҙҙең бурыс – Өфөлә тарихта иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү”
Илшат ТАЖЕТДИНОВ: “Беҙҙең бурыс – Өфөлә тарихта  иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү”3 октябрҙә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында уҙған “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында 2021 йылға тәғәйенләнгән 47-се конгресты Башҡортостанда үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович был мөһим халыҡ-ара сараны ойоштороу буйынса документтар әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.
Бөтә донъя умартасыларының сираттағы оло йыйынын беҙҙә үткәреү инициативаһын тәүге тапҡыр 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Жиль Ратиа менән осрашыуҙа күтәргәйне. Унан һуң ойошманы етәкләгән Филип МакКейб Башҡортостанда булып, конгресс ойоштороу өсөн кәрәкле инфраструктураны ентекләп өйрәнде һәм уны бик юғары баһаланы, ә уникаль башҡорт балы тураһында: “Бындай юғары сифатлы продукцияны халыҡ-ара баҙарҙа иң ҡиммәт хаҡҡа аласаҡтар. Был тиклем яҡшы балды донъяла бер ҡайҙа ла тәмләп ҡарағаным булманы!” – тип белдерҙе. Уның менән бергә Италиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән белгестәр сикһеҙ һоҡланып: “Ысын бал ниндәй булырға тейешлеген беҙ Башҡортостанда ғына аңланыҡ!” – тине.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, башҡорт балын республиканың иң зат­лы бренды сифатында киң пропагандалау, умартасылыҡ тармағын заманса технологияларға нигеҙләнеп үҫтереү, унан алынған ҡиммәтле продукцияны кондитер, фармакология, косметика өлкәләрендә киңерәк ҡулланыу талап ителә.
Апимондия конгресында ҡатнашыу­ға әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов тик­шереүгә тәҡдим ителгән ғаризаның нисек әҙерләнеүе, конгреста тикше­релгән мәсьәләләр, 2021 йылға тор­мошҡа ашырылырға тейешле бурыс­тар хаҡында һөйләне.
Илшат ТАЖЕТДИНОВ: “Беҙҙең бурыс – Өфөлә тарихта  иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү”– Күптән түгел генә “Апимондия” тигән һүҙ республика һәм федераль медиа-киңлектә бик аҙ таныш ине. Умартасылыҡ феде­рацияһы тура­һын­да һөйләп үтһә­геҙ ине.
– Федерацияның тамырҙары 1893 йылда ойошторолған умартасылыҡ буйынса конгрестарҙың Халыҡ-ара комитетына бәйле. Тәүге конгресс 1897 йылда Брюсселдә үткән. Хро­нологияға күҙ һалһаҡ, Төркиәлә 120-се конгресс уҙғарылған. Заманса Апимондия 1949 йылда ойошто­ролған. СССР федерацияға 1954 йылда ингән.
Ойошманың маҡсаты – бөтә донъя­ла умартасылыҡты фәнни, техник һәм иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә булыш­лыҡ итеү. Бөгөн ул донъяның 82 иле­нән 118 умартасылыҡ ассоциа­цияһын берләштерә.
Рәсәйҙән иһә Ауыл хужалығы министрлығы һәм Рәсәй милли умартасылар союзы – федерацияның тулы хоҡуҡлы ағзалары. Истанбулда рес­пуб­ли­ка умартасылары өсөн әһә­миәтле ваҡиға булды – Башҡор­тостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ассоциация ағзаһы сифатында Апимондия составына инде.
Апимондия конгрестары ике йыл һайын уҙғарыла. Ошо йыйын ниге­ҙендә умартасылыҡ донъяһында иң ҙур “АпиЭкспо” күргәҙмәһе ойошторола. Унда бал ризыҡтары, заманса ҡорамалдар һәм технологиялар, дауалау препараттары тәҡдим ителә. Күргәҙмәнең экспоненттары – ҙур умартасылыҡ ассоциациялары һәм компаниялары вәкилдәре. Конгрес­тың ғилми йүнәлеше ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра. Ҡағиҙә булараҡ, тиҫтәнән ашыу көнүҙәк тема бил­дәләнә. Улар буйынса умартасылыҡ йүнәлешендәге төп донъя ғалимдары һәм эксперттары, практиктар һәм технологтар ҡатнашлығында әүҙем фекер алышыу ойошторола. Апитерапия, ауыл ерендә умартасылыҡты үҫтереү, бал ҡорттарының сирҙәре, уларҙы дауалау менән бәйле мәсьәләләр тикшерелә.
Илшат ТАЖЕТДИНОВ: “Беҙҙең бурыс – Өфөлә тарихта  иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү”Иң мауыҡтырғыс һәм мөһим сараларҙың береһе – төрлө номи­на­циялағы конкурстар. Улар коммерция һәм шәхси класс буйынса уҙғарыла.
– Конгреста һәм уның сараларында ҡатнашыу нимәһе менән әһә­миәтле? Уны Өфөлә үткәреү нимә бирәсәк?
– Беренсенән, конгресс – тәжрибә алмашыу, ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, бал етештереүҙең һәм эшкәртеүҙең, бал ҡорттарын үрсетеү­ҙең, аҫрауҙың һәм дауалауҙың өр-яңы технологиялары, технологик яңы­лыҡ­тар менән танышыу өсөн бай майҙансыҡ ул.
Икенсенән, уны үткәреү Баш­ҡортос­танды донъя кимәлендә умартасылыҡ төбәге булараҡ таны­тыуға булышлыҡ итәсәк, туристарҙы йәлеп итеү мөм­кинлеген бирәсәк.
Өсөнсөнән, умартасылыҡты ғына түгел, шулай уҡ иҡтисадтың башҡа бик күп тармаҡтарын, мәҫәлән, ауыл хужалығын, ҡунаҡсыллыҡ индустрия­һын, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, эшҡыуар­лыҡты ғилми, иҡтисади, экологик һәм технологик йәһәттән үҫтереүгә көслө этәргес бирәсәк.
Дөйөм алғанда, совет осоронда ла бындай саралар үткәреүҙең әһәмиәте ҙур булды. 1971 йылда Мәскәүҙә Апимондияның 23-сө конгресы уҙға­рыла. Унда донъяның 45 иленән 2 500 кеше ҡатнаша. Туғыҙ кешенән торған Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла була унда.
– Конгресты Өфөлә ойоштороу идеяһы нисек тыуҙы һәм баш ҡала­быҙҙы 47-се конгресты үткәреү хоҡу­ғына кандидат сифатында күрһәтеүгә әҙерлек нисек барҙы?
– Бындай идеяны умарта­сы­ларыбыҙ Сибайҙа ойошторолған “Урал аръяғы-2012” форумында билдәлә­гәйне. Апимондия конгрес­тарының береһен Өфөлә уҙғарыу башланғысын иһә тәүге тапҡыр 2015 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәҡдим итте. Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры Александр Ткачев һәм заявка биреү хоҡуғына эйә булған Рәсәй милли умартасылар союзы президенты Арнольд Бутов уны хуплап сыҡты.
Рөстәм Зәки улының күрһәтмәһе буйынса ошо мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән әүҙем эш башланды. Федерацияның башҡарма секретариаты вәкилдәре менән бәйләнеш булдырылды. 2015 йылдың авгусында Апимондияның элекке президенты Жиль Ратианың Башҡорт­останға сәфәре ойошторолдо. Артабан 2015 йылдың сентябрендә Көньяҡ Корея­ның Тэджон ҡалаһында уҙғарылған 44-се конгреста генераль секретарь Рикардо Себастиани һәм Апимон­дияның яңы һайланған президенты Филип МакКейб менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙем. Был сараларҙа конгресты ойоштороу шарттары һәм үҙенсәлектәре асыҡланды, шулай уҡ уларҙың Башҡортостанға сәфәре тураһында һөйләшеп килештек.
Былтыр августа Филип МакКейб Башҡортостанға тәүге тапҡыр килде. Ул конгресты Өфөлә үткәреү идеяһын хупланы һәм республикала умарта­сылыҡтың үҫеш кимәленә, инфра­струк­тураға, ойоштороу мөмкинлегенә юғары баһа бирҙе.
Илшат ТАЖЕТДИНОВ: “Беҙҙең бурыс – Өфөлә тарихта  иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү”Бер үк ваҡытта Рәсәй Феде­ра­цияһының заявкаһын танытыу йәһә­тенән эш дауам итте, Башҡортос­тандың Конгресс-бюроһын йәлеп итеп, 45-се Апимондия конгресында ҡат­нашыу үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде. Төркиәнең ойоштороу комитеты вәкилдәре менән ышаныслы һәм тығыҙ мөнәсәбәт булдырылды. Улар ҙур ярҙам күрһәтте. Стендтың һәм бренд-буктың дизайны эшләнде, заявка китабы төҙөлдө, таныштырыусы видеоролик төшө­рөлдө, сувенирҙар һәм таратыла торған әсбаптар әҙерләнде.
Үҙебеҙҙең һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара әүҙем бәй­ләнеш булдырылды. “Инс­таграм” һәм “Фейсбук” социаль селтәрҙәрендә ғаризаны үҫтереү өсөн даими яңыр­тылған сәхифәләр барлыҡҡа килде. Әйтергә кәрәк: “Инс­таграм”дағы сәхифәне ҡараусылар һаны, мәҫәлән, конгресс үткәрелгән аҙнала ун тапҡырға артып, 80 меңдән ашып китте. Махсус баҫмаларҙа мәҡәләләр донъя күрҙе. Тауыш хоҡуғына эйә булған Апимондия ағзалары менән киң аңлатыу һәм агитация эше алып барҙыҡ.
Ошо йүнәлештәге форумдарҙа Рәсәйҙең заявкаһын әүҙем таныттыҡ. Мәҫәлән, былтыр сентябрҙә Алматыла уҙғарылған 21-се Апиславия конгресында уның менән таныштыр­ҙыҡ. Был умартасылыҡ федера­цияһына БДБ-ның һәм Көнсығыш Европаның айырым илдәре инә. Уларҙың күпселеге беҙҙең башлан­ғысты һәм Өфөнөң кандидатураһын хупланы.
Августа, Апимондияның инспекция төркөмө сәфәре барышында, Өфөлә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы умартасы” номина­цияһындағы федераль этабы уҙға­рылды. Инспекторҙар 2021 йылда конгресты үткәреүгә инфра­струк­тураны һәм ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Әҙерлек хәл иткес этапҡа сыҡты.
– Конгресс нисек үтте һәм еңеүсене билдәләү тәртибе ниндәй булды?
– Конгресс ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең өсөн, әлбиттә, Генераль ассамблея ултырыштары төп сараға әүерелде. Уларҙа дәғүәселәрҙең ғаризалары менән таныштырҙылар, еңеүсене билдәләнеләр. Конкурста ҡатнаштыҡ, стендта агитация һәм һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ.
29 сентябрҙә сараны һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһен асыу тантанаһы булды. Унда донъяның 102 иленән 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 16 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан донъялағы иң ҙур умартасылыҡ күргәҙмәһе үҙенең күләме менән таң ҡалдырҙы.
Иң ҙур стендты Рәсәй Федерацияһы ойош­торҙо. Унда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең, шулай уҡ Татарстан, Алтай крайы, Кемерово һәм Си­ләбе өлкәләре умартасыларының бал продук­цияһы һәм фәнни ҡаҙаныштары ҡуйылды. Стенд эргәһендә бал һәм эйәрсән продукттарҙы тәмләп ҡарау ойошторолдо. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артиста­ры­ның сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.
Беҙҙең стенд ҙур танылыу яуланы. Ябай умартасылар һәм умартасылыҡ ассоциациялары вәкилдәре менән бер рәттән, уның эргәһенә рәсми кешеләр ҙә килде. Мәҫәлән, эшлекле осрашыу барышында Төркиәнең аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм малсылыҡ министры Әхмәт Факыбаба Рәсәй заявка кампанияһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм башҡорттарҙың солоҡсолоҡ йолаларына айырым ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Рәсәйҙең Истанбулдағы Генераль консулы Андрей Подъелышев бал продукцияһының төрлөлөгөнә һәм сағыу мәҙәни программаға иғтибарҙы йүнәлтте. Истанбулдың элекке мэры Ҡадир Топбаш та стендты юғары баһаланы.
Ошо уҡ көндө Апимондия менән Рәсәй милли умартасылар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ сираттағы конгресҡа әҙерлек һәм уны үткәреү барышында яҡтарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм әһәмиәтен алдан билдәләй.
30 сентябрҙә Генераль ассамблеяның тәүге ултырышы булды. Ул – Апимондияның төп вәкиллекле органы. Ултырышта яңы ағзаларҙы ҡабул итеү мәсьәләләре тикшерелә, бюджет, отчеттар, докладтар, пландар раҫлана һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Ассамблеяның иң әһәмиәтле һәм сағыу сараһы – сираттағы конгресты үткәреү хоҡуғына дәғүә иткән кандидаттар менән таныштырыу. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйем: бындай илдәр – Рәсәй, Дания, Сербия һәм Словения. Таныштырыу сараларының барыһы ла үҙенсәлекле булды. Дәғүәселәрҙең һәр береһе үҙенә хас үҙенсәлектәрҙе айырым күрһәтергә, конгресты тап ошо илдә үткәреү зарурлығына инандырырға тырышты.
Октябрҙең тәүге ике көнө бик көсөргәнешле үтте. Ошо ваҡыт эсендә 50-нән ашыу осрашыу һәм һөйләшеү уҙғарылды. Беҙ күргәҙмәлә һәм ғилми конференцияларҙа Апимондияның тауыш биреүсе ағзаларын эҙләнек. Кемдәрҙелер алдан уҡ стенд янына саҡырҙыҡ. Күндерҙек, вәғәҙә иттек, беҙҙең өсөн тауыш биреүҙе һораныҡ. Ҡайһы берәүҙәр менән хатта сауҙалашырға тура килде. Ошо әүҙем эш буласаҡ еңеүебеҙгә нигеҙ һалғандыр, моғайын. Әйтергә кәрәк, һөйләшеүҙәр тауыш биреү мәленә тиклем дауам итте. Мәҫәлән, Куба, Кувейт һәм Вьетнам вәкилдәре менән залға ингәс, икенсе Генераль ассамблея башланыр алдынан һөйләштек.
Бер үк ваҡытта төрлө номинацияларҙа конкурстар үткәрелде. Быйыл Рәсәй Федерацияһы умартасылары төрлө дәрәжәләге 16 награда яуланы. Башҡортостан вәкилдәренең һигеҙ миҙалға лайыҡ булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Витринаны биҙәгән өсөн беҙҙең умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге алтын миҙал алды. Кристаллашҡан бал өсөн – көмөш, йәшел ылымыҡлы бал өсөн бронза миҙал эләкте. Әйткәндәй, 1971 йылда художестволы һауыттағы башҡорт йүкә балы, танылған “Силәкле айыу” сувениры һәм Стәрлетамаҡ механика заводының бал һурҙырғысы күргәҙмәлә өс алтын миҙал яулай.
Ниһайәт, 3 октябрь етте. Генераль ассамблея ултырышы башланды. Башта шулай уҡ федерацияның сетерекле мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Артабан дәғүәсе илдәргә ғаризалар менән таныштырыу өсөн тағы ла икешәр минут бирҙеләр. Тап Өфө, Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн тауыш бирергә инандырыу, ҡатмарлы ярыш барған мөхиттә беҙҙе яҡларға күндереү еңелдән булманы. Был сараны үткәреү хоҡуғын ҡатмарлы конкурентлы көрәштә яуланыҡ.
Тауыш биреү йылдам һәм көсөргәнешле үтте. Беренсе тур йомғаҡтары буйынса Рәсәй – 61, Дания – 30, Сербия – 22, Словения 12 тауыш йыйған. Апимондия ҡағиҙәләренә ярашлы, әгәр беҙ 50 % + 1 тауыш, йәғни 66 тауыш йыйһаҡ, көрәш беренсе турҙа тамамланыр ине. Икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса 45 тауышҡа ҡаршы 75 тауыш менән Башҡортостан 47-се Апимондия конгресын һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһен үткәреү урыны итеп һайланды. Биш йыллыҡ ҡатмарлы һәм көсөргәнешле әҙерлек эше уңышлы тамамланды!
– Беҙ еңеп сыҡтыҡ. Артабан нимә көтә?
– Алда – Апимондияның 47-се конгресына дүрт йыллыҡ ҡатмарлы әҙерлек осоро. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, “Беҙ күләмле форумды, һис шикһеҙ, үткәрәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең белемде, компетенцияны, оҫталыҡты, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтен, солоҡсолоҡто күрһәтербеҙ. Төп умартасылыҡ хужалыҡтарын тәртипкә килтереп, Өфөлә һәм солоҡсолоҡ менән таныштырасаҡ Бөрйән районында мотлаҡ умартасылыҡ ауылдарын төҙөйәсәкбеҙ. Яңы ҡунаҡханалар һалырбыҙ. Улар умартасылыҡ туризмын, агротуризмды үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк”. Асылда иһә, был – беҙҙең ғәмәлдәр программаһы. Төп бурыс – умартасылығыбыҙҙы тәғәйен ваҡытта үҙебеҙҙекеләрҙе һәм сит ил ҡунаҡтарын ылыҡтырырлыҡ яңы үҫеш кимәленә еткереү.
Ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, 47-се конгресс үҙәгендә, кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге факторы булараҡ, бал ҡорто торасаҡ. Донъя умартасылығындағы ҙур проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында ғилми секцияларҙа иҡтисад һәм умартасылыҡты ойоштороу, биология мәсьә­ләләрен, бал ҡорттарының сирҙәрен һәм уларҙы дауалау алымдарын тикшереү күҙаллана. Бал ҡорттарын аҫрау һәм үрсетеү, умартасылыҡ продукттары етештереү, ялған продукцияға юл ҡуймау технологияларына иғтибар бүлеү ҡарала. Шулай уҡ кадрҙар әҙерләү системаһын яңыртыу, ауыл биләмәләрендә умартасылыҡты үҫтереү һәм апитерапия менән бәйле темалар билдәләнә.
Техник турҙарҙы әүҙем ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә булмаҡсы. Уларҙа ҡатнашыу Рәсәйҙең һәм республиканың умартасылыҡтағы алдынғы тәжрибәһен өйрәнеү, ҡаҙаныштарыбыҙ менән таныштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ҡунаҡтарға райондарҙағы солоҡсолоҡто, умарталыҡтарҙы, Апитерапия үҙәген һәм башҡаларҙы күрһәтәсәкбеҙ.
Сит ил умартасылары менән бәйләнеште киңәйтеп, тәжрибә алмашыуҙы арттырып, йүнәлешле конгресс сараларында әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк. Мәҫәлән, 2018 йылда Мәскәүҙә үтәсәк 22-се Апиславия конгресы яҡшы майҙансыҡ була ала. Апитерапия буйынса форум үткәреү планлаштырыла.
Яҡын арала бер нисә ойоштороу ҡарарын ҡабул итеү бурысы тора. 1971 йылдағы 23-сө Апимондия конгресына әҙерлек барышында Мәскәүҙә ил Хөкүмәте кимәлендә ойоштороу комитеты төҙөлгән. Беҙ ҙә шулай итербеҙ, моғайын. Башҡортостан Башлығы тарафынан ошондай бурыс ҡуйылды. Әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлек, заявка кампанияһы кеүек үк, проект идараһы технологияларын файҙаланып тормошҡа ашырыласаҡ.
Проектҡа ярашлы, инфраструктураны (умартасылыҡтыҡын ғына түгел) үҫтереүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Бөрйән районы өсөн ҡыуанырға була. Бында Иҫке Собханғол – Ғәҙелгәрәй, Иҫке Собханғол – Мораҡ һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юлдың айырым участкалары реконструкцияланасаҡ, яңы юл һалынасаҡ. Тарихи-мәҙәни комплекстың да йөҙө яңыртыласаҡ. “Бөрйән” туристик-рекреация кластерына үҫеш өсөн киң мөмкинлектәр асыласаҡ. Бөгөн үк, Апимондия брендын файҙаланып, туристарҙы бында әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк.
Конгресс, һис шикһеҙ, иҡтисадтың бик күп өлкәләренә үҫеш өсөн ҡеүәтле этәргес бирәсәк. Башҡортостан сираттағы тапҡыр донъя күләмендәге ваҡиғаның үҙәгендә буласаҡ. Беҙҙең бурыс ябай түгел: ул – 2021 йылдың сентябрендә Өфөлә тарихта иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү.

Алексей ВАЛЕРЬЯНОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512