Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туңдырманан башланған эш
Туңдырманан башланған эшМишкә ауылынан "Антонов" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Вадим Антоновты эш урынында осратып булманы, хеҙмәткәрҙәре, уның йомош менән Өфө ҡалаһына юлланыуын белдереп, тиҙҙән район үҙәгендә буласағын әйттеләр. "Уңған кеше ул беҙҙең хужа, бәлки, эшмәкәрлеге лә былай яҡшы бармаҫ ине, әгәр ҙә ялҡау булһа. Эш өсөн янып-көйөп йөрөй", — тип маҡтап ҡуйҙылар Вадим Григорье­вичты уның ҡулы аҫтында эшләүселәр.


Күп тә үтмәй Вадим Антонов бәйләнешкә сығып, уның менән осрашырға насип булды.
Ысынлап та, бөтмөр егет бөгөн районда уңышлы эшләгән йәмғиәт менән етәкселек итә. Район үҙәгендә йәштәр өсөн күңел асыу үҙәге, пилорама, автосервис, машина йыуыу урыны булдырып, 20-гә яҡын кешене эш урыны менән тәьмин иткән. Бынан тыш, уның төҙөлөш һәм хужалыҡ тауарҙары магазины ла уңышлы эшләй. Район үҙәге халҡы ғына түгел, күрше ауылдарҙан да килгән кешеләр тауарын маҡтап һатып ала. Сифаты менән алдыра ул, етмәһә хаҡы ла күпкә осһоҙ. Тауарҙы нигеҙҙә Өфө, Екатеринбург ҡалаларынан ташый.
Туңдырманан башланған эшВадим, Сурай ауылында мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Ҡулына механик дипломы алғас, егет Мишкә юл-төҙөлөш идара­лығында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Аҙаҡ инде юғары белем алыу маҡсатында Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инә. 1999 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлай.
1996 йылда эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотонор алдынан тәүҙә дуҫы менән Өфө ҡалаһынан туңдырма, кондитер ризыҡтары ташып, район үҙәгендә, күрше ауылдарға сығып һатыу итә. Аҙаҡ тырыш егет аҙыҡ-түлек магазины асыуға өлгәшә.
Эшмәкәрлеге юлға һалыныу менән Вадим үҙен башҡа өлкәлә лә һынап ҡарамаҡсы булып, автосервис, пилорама эшенә тотонорға йөрьәт итә. Ә пилорама өсөн ағасты уға Ҡари­ҙел районынан һатып алырға тура килә. Шунан ағас ярҙырыу цехы ла асып ебәрә, заказ буйынса халыҡҡа төрлө үлсәмдәге таҡта, брус һәм башҡа материалдар әҙерләп һата. Тағы утынға ла заказ ҡабул итәләр. Теләгәндәргә продукцияны өйөнә ҡәҙәр алып барып та бирәләр икән.
— Шөкөр, туң­дыр­ма һатыуҙан ғы­на башланған эшмәкәр­легем бөгөн емештәрен бирә, үҙ һатып алыусыларым да бар­лыҡҡа килде, — ти ул. — Әлбиттә, яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәшеү өсөн күп көс һәм тырышлыҡ һалырға тура килде. Етмәһә, янымда уңған, эшһөйәр хеҙмәткәрҙәрем дә етерлек, тик уларҙың намыҫлы хеҙмәте менән генә ошо уңыштарға ирешергә мөмкиндер, моғайын.
Туңдырманан башланған эшШуныһы ла мөһим: Вадим Антонов районда үткән бер генә байрам сараһынан ситтә ҡалмай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа, бағыусылыҡ менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, район үҙәгендәге изге Солтан сауҡалығын кәртәләп алыуҙа ла финанс яҡтан ярҙам итә. Бөгөн был сауҡалыҡ район халҡын ғына түгел, ә килгән ҡунаҡтарҙы ла ҡыуандырып, Мишкә ауылын матурлап ултыра. Бынан тыш, Солтанға һәйкәл ҡуйыуҙа ла ихлас ҡатнаша. Район Советы депутаты булараҡ, яҡташтарының көнитмеше менән дә ҡыҙыҡһынып, төрлө йомош-үтенес менән килгәндәрҙе бороп сығармай. Кәңәштәре менән ярҙам итә, эш урыны менән дә тәьмин итә. "Ошо төбәк егетемен бит, шуға ла хәлемдән килгәнсә һәр кемгә ярҙамлашырға тырышам", — ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586