Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң мөһиме — ялҡауланма
Иң мөһиме — ялҡауланмаКешелек барлыҡҡа килгәндән алып ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта әсә, хужабикә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һанала. Әммә ир-ат менән бер рәттән, ҡайһы берҙә уларҙы уҙҙырып та, төрлө өлкәлә көс түккән гүзәл зат бихисап.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда эшҡыуарлыҡтың да өстән бер өлөшөнөң күберәген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Улар 47 меңдән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектын ойошторған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бизнесының күп өлөшө йәмәғәт туҡланыуына (58 процент), унан ҡала сауҙа (28 процент), хеҙмәт күрһәтеү тармағына тура килә. Гүзәл заттар һәр өсөнсө проектта социаль йүнәлешле. Улар милексе булмаһа ла, эшҡыуарлыҡта әүҙем ҡатнаша. Күптәре ялланып эшләһә лә, бизнес менән әүҙем шөғөлләнә.
Күптән түгел Өфө ҡалаһында “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәт ойошмаһы “Беҙ – рәсәйҙәр. Беҙ – Бөтә Рәсәй. Беҙ – Бер ғаилә” исемле форум үтте. Унда эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың проблемалары күтәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙар йүнселлекте әүҙемерәк үҫтерһен тиһәк, балалар баҡсаларында урындар арттырыу, һығылмалы эш графигын файҙаланыу, ситтән тороп мәшғүллекте ойоштороу мөһим. Әүәлге эш урынына әйләнеп ҡайтыуы мотлаҡ түгел. Бәлки, күптәр үҙ эшен асырға теләр.
Статистика буйынса, Рәсәйҙә ҡатындарҙың 76 проценты декрет ялынан һуң үҙенең эш урынына кире әйләнеп ҡайтмай. Икенсе проблема иһә – аҡса мәсьәләһе. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 19 проценты бизнесын үҫтереү өсөн банктан кредит ала, ә 70 проценты үҙе туплаған аҡсаға шәхси эшен булдыра.
Замана ҡатын-ҡыҙҙарының бала тәрбиәләү, хужалыҡ эштәрен башҡарыу менән бер рәттән уңышлы бизнес алып барыу мөмкинлеге булыуы һөйөндөрә. Йорт бизнесын һайлағандар һис яңылышмай, уларҙың ғаиләләре лә ҡараулы, әҙме-күпме аҡса эшләү мөмкинлектәре лә бар.

Интернет аша эшлә

Ҡатын-ҡыҙҙар интернет-магазин да аса ала. Тырышып эшләгәндә, бизнес төрө уңышлы үҫеп, яҡшы килем килтерәсәк. Иң мөһиме — ялҡауланмаҫҡа һәм эшеңә бер ни тиклем ваҡыт бүлергә генә кәрәк.

Өйҙә матурлыҡ салонын асыу

Парикмахер хеҙмәте һәр саҡ ихтыяж менән файҙалана. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был перспективалы аҙым. Мобиль салон ойоштороп ебәрһәң, үтә уңайлы, сөнки күп осраҡта, ваҡыт булмау сәбәпле, белгесте өйгә саҡыралар. Иң мөһиме — был осраҡта бинаны ҡуртымға, салон кәрәк-ярағы алырға кәрәкмәй.

Шоу рум

“Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке – сепрәк” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Был өлкәлә лә бер ни тиклем аҡса эшләп була икән. Шоу рум – ул йәш, әлегә билдәлелек яулап өлгөрмәгән дизайнер эштәре. Улар кейемде сифатлы туҡыманан тегә. Һатып алыусылар иғтибарын йүнәлтеү өсөн хаҡы ла арзан була. Шоу рум өсөн иң уңайлыһы – фатир-студияны ҡуртымға алып, осһоҙ хаҡҡа унда кейем-һалым һатыу.

Сәскә үҫтереү

Ҡатын-ҡыҙ өсөн, өйҙә ултырғанда, иң яҡшы бизнес – һатырға сәскә үҫтереү. Эшегеҙ яҡшы табыш килтерһен тиһәгеҙ, сауҙала һәр ваҡыт яңы сәскәләр булыуын хәстәрләп торорға кәрәк.

Торт бешереү

Тыуған көн байрамына торт һатып алырға йәки бешерергә күнеккәнбеҙ. Һәр кем тәмле, үҙенсәлекле тортты һайларға тырыша. Бизнестың был төрө менән шөғөлләнә башлау өсөн һеҙгә ни бары һатып алыусыһын табырға, корждар бешереп, уларҙы матур итеп биҙәргә кәрәк. Үҙеңдең рецепт буйынса эшләнгән эксклюзив торт магазиндыҡына ҡарағанда юғары баһалана.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бизнесы ҡайһы бер банктар тарафынан яҡлау тапҡан. Мәҫәлән, Ростов ҡалаһында бары тик ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшҡыуарлығын үҫтереү өсөн кредит биргән банктар бар. Банк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт бурысын ваҡытында түләй.
Шуны ла әйтергә кәрәк, бизнесмен булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар бер ҙә ир-аттан ҡалышмай. Улар менән килешеү еңелерәк, һәр саҡ проблеманы хәл итеү юлынан юғалтыуһыҙ сыға беләләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491