Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Римды ҡаҙҙар ҡотҡарған
Римды ҡаҙҙар ҡотҡарғанЙәмле Ҡыҙыл йылғаһында аҡ ҡарҙай булып күренгән ҡаҙ-өйрәктәрҙе күргән һәр кем был ауыл халҡының ҡош-ҡортто күпләп аҫрауына күнегеп тә бөткәндер, күрәһең. Ҡош-ҡорт донъяһында күптән түгел булырға насип итте. Ҡайҙа, тип һорайһығыҙмы? Әлмөхәмәт ауылында! Бында һәр йортта тиерлек бройлер себештәре, ҡаҙ бәпкәләре, өйрәк, күркә үрсетәләр. Яҙ һап-һары бәпкәләр урам йәме булып йөрөһә, йәй улар Ҡыҙыл буйын төйәк итә. Егәрле хужабикәләр ҡоштарын тиҙерәк ҙурайтыу маҡсатында ихатаһында оҙағыраҡ көтөп, мулыраҡ ашатырға тырыша. Ауылдың уңған хужабикәләренең бер нисәүһе менән шәхсән танышырға мөмкинлек булды.Күркә ите файҙалы

Кемгә нисектер, әммә бала саҡтан минең иң ҡурҡҡан ҡош күркә ине. Күршеләрҙең ата күркәһе аҙ баҫтырманы, хатта, бәпкәләрен ҡыҙғанып, суҡып алған мәлдәре лә булды. “Ҡыҙыл кейем кеймә һуң!” – тип кенә ҡуйыр ине хужалары. Шуға күрә күркәләргә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныуым булманы, уларҙы күрһәм дә, яндарына бармаҫҡа тырышам. Ә бына Римма Усманованың фекере башҡасараҡ.
– Бала саҡтан был ҡоштарҙы яратам, әсәйем күпләп аҫрай торғайны. Иң ҡыҙығы ата күркәнең ҡурҡытыуы бул­ғандыр. Йорт күркәләре инкубаторҙар­ҙыҡынан ҡырҡа айырыла, тәүгеләренә тәрбиә күп талап ителһә, икенселәренә башҡа йорт ҡоштары кеүек иғтибар кәрәк. Яҙ башынан Сибай баҙарынан “Канада” тоҡомло себештәр һатып алдым, әле шуларҙы үҫтереү менән булышам, – ти Римма Ғәлимйән ҡыҙы.
Тәүге ике айҙа күркәләргә ҡайнатылған һыу ғына эсерергә, һуңынан мотлаҡ минераль ашлама ҡушырға кәрәк. Иң мөһиме – тәпәйҙәренә һыуыҡ теймәһен. Бәләкәй сағында һаҡлап ҡалһаң, артабан бирешмәйәсәктәр. Ямғыр – улар өсөн ҙур бәлә. Ашатыуға килгәндә, ярылған көнбағышты айырыуса яраталар.
Күркә үрсетеү – табышлы шөғөлдәрҙең береһе. Ите диетик ризыҡ иҫәпләнә. Белгестәр әйтеүенсә, ул тауыҡтыҡына ҡарағанда ла йомшағыраҡ, шунлыҡтан еңел эшкәртелә. Был аҙыҡты ашҡаҙан-эсәк сиренән яфаланғандарға даими ҡулланыу тәҡдим ителә. Башҡа ҡоштарҙыҡы менән сағыштырғанда, иң күп калий ҙа – күркә итендә.
Хужабикә әйтеүенсә, башҡа ҡоштарҙан айырмалы, күркәләрҙе тәрбиәләү айырым иғтибар талап итеүгә ҡарамаҫтан, уларҙы үрсетеү ҡыҙыҡлы. Бер-береһе менән шаярып, баҫтырышып алыуҙарын, ашарға биргәндә башҡалар кеүек ҡомһоҙланмай, аҡрынлап емгә ынтылыуҙарына тиклем күҙәтергә яратам, ти геройым. Баһадир­ҙарса аяҡтарын тура тотоп, кәүҙәләрен турайтып, баштарын ғорур күтәреп йөрөүҙәре лә – үҙе бер тамаша.
Себеште көҙ һанайҙар, ти халыҡ мәҡәле лә. Имен-һау ҙурайһындар, көҙгә инһендәр, ул сағында күҙ күрер, тип оҙатып ҡалды беҙҙе күркә аҫраусы Римма Ғәлимйән ҡыҙы.

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була

Әлмөхәмәт ауылында егәрле, уңған хужабикәләр бихисап. Ауырлыҡтарға ҡарамай, тырышып донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Шундайҙарҙың береһе – биш бала әсәһе Сәлимә Ғилманова. Тормош иптәше күптән түгел вафат булған ҡатынға шәхси ихатала күпләп мал тотоу, ҡош-ҡорт аҫрау, баҡсасылыҡ менән булышыу еңелдән түгел. Етмәһә, иш янына ҡуш булһын, тип ауылдағы эшҡыуарҙың магазинында һатыусы булып та эшләргә өлгөрә ул.
– Йыл һайын бройлер, өйрәк, ҡаҙ бәпкәләре алам, уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, – тип йылмая уңған ҡатын. – Баштараҡ бәп­кәләрҙе өйҙә бер-ике аҙна ҙурайтып алам, аҙаҡ ҡына һарайға алып сығам. Көндәр йылыныу менән махсус урынға күсерәм, бройлер себештәре айырым урында торһа, өйрәк, ҡаҙ бәпкәләрен Ҡыҙыл буйына төшөрәм. Ҡаҙ һәм өйрәктәрҙе урамда кәритәгә һалынған һыу менән генә, йәғни йылға һыуынан башҡа үҫтереп булмай. Өйҙә ябып тотолған ҡаҙ итенән яланда йөрөгәндәрҙең ите ныҡ айырыла. Етмәһә, ябыҡ торған ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре йыш ҡына ауырыу була. Ҡоштарҙы ла бәләкәй баланы ҡараған кеүек тәрбиәләйһең инде, – тип ҡош-ҡорт көтөү сере менән уртаҡлашты Сәлимә Морат ҡыҙы.
Бөгөн күптәр шәхси хужалыҡтарҙа тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Шуға ла ауыл ерендә йәшәгәндәргә баҙарға бармай табыш алыу мөмкинлектәре барлыҡҡа килде. Һөт ризыҡтарын теләүселәргә һатып ебәрһендәрме, ҡош итен яратыусыларға көҙ күпләп ҡаҙ, өйрәк, бройлер боттарын тәҡдим итһендәрме. Етмәһә, ҡош ите диетик аҙыҡ ҡына түгел, табын йәме булыуы менән дә отошло.
“Табыш алыу яғында түгелмен, үҫтергәндәремде балаларға таратам”, – ти хужабикә. Ниңә теләүселәр барында, бер аҙ аҡса эшләмәҫкә, тигән һорауыма: “Әлләсе, беҙ улай өйрәнмәгәнбеҙ”, – тип яуапланы. Уйлап ҡарағанда, биш баланың өсәүһенең үҙ ғаиләһе бар, тимәк, бер шәхси ихатала ғына үҫтерелгән ҡош-ҡорт дүрт ғаиләне туйындыра түгелме һуң?!
– Йәйге миҙгелдә ейән-ейәнсәрҙәр килеп ярҙамлаша, бәпкәләрҙе ҡарайҙар. Бәхетле өләсәй мин, өсәр ейән-ейәнсәрем бар. Барыһына ла эш етерлек, – ти Сәлимә ханым.
Әйткәндәй, уңған ҡатындың ишек алдындағы баҡсаһында ниндәй генә йәшелсә юҡ! Кишер, сөгөлдөрҙәре күптән өлгөргән, кәбеҫтәләре тумаланған. Ҡыяр, помидорҙарҙы эшкәртеп кенә өлгөрт! Йәшелсә тәрбиәләү буйынса ла төрлө алымдарҙы ҡулланып, уны үҙ тәжрибә­һендә һынап ҡарарға ярата ул, шуға күрә Сәлимә Ғилманованың йәшелсәләре ерҙә түшәлеп уңа, мул һәм татлы була.
Ап-аҡ ҡаҙҙар, өйрәк һәм бройлер үҫтергән хужабикәнән йыраҡ түгел йәшәгән Мәстүрә Усманованың йорто янында бер төркөм ҡара төҫтәге ҡаҙҙарҙың ҡаңғылдашыуын күреп, хужабикәнең ни өсөн был тоҡомдо һайлауын яҡындан белеү теләге менән ҡапҡанан эскә үтәбеҙ. Ихаталағы ҡош-ҡорттоң күплеген күреп ғәжәпләндек.
– “Ланда” тоҡомло ҡаҙҙарҙың өҫтөнлөгө шунда, улар башҡаларҙан итле булыуҙары менән айырыла, – тип ҡаршыланы беҙҙе йорт хужабикәһе. – Бер ҡаҙ дүрт-биш өйрәкте алмаштыра ала, шуға күрә был тоҡомло ҡаҙ бәпкәләрен үрсетеү күпкә отошло.
Уйлап ҡарағанда, ҡаҙ аҫрау арзанға төшә, сөнки бәпкәләрҙе бер аҙ ҙурайтҡас та, уларҙы һыу буйына, үлән ашатырға алып сығаһың. Тик көҙ еткәс кенә, һуйыр алдынан ҡош-ҡортто ныҡлап ашатырға кәрәк. Әйткәндәй, бүтән ауыл кешеләренә ҡарағанда, әлмөхәмәттәр бәхетлерәк, сөнки ауылдың үҙ фермерҙары етәрлек. Шунлыҡтан бында ҡоштарға емде ҡайҙандыр барып эҙләү кәрәкмәй, үҙҙәре килтереп бирәләр.
Мәстүрә Ғизетдин ҡыҙы әйтеүенсә, ул бәпкәләренә көн дә көрпә (кәбәк менән ҡатыҡ ҡушылмаһы) бирә икән. Һөт ризыҡтарын ашатмағанда, себештәр үҫә һалмай, төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән була. Шулай уҡ кесерткәнде турап, емдәренә ҡуша болғатып ашатыу ҙа уларҙың һау-сәләмәт булып үҫеүенә булышлыҡ итә. “Һәүкәштәремде һауып, урам тултырып ҡош-ҡортто ҡуранан сығарыу – үҙе бер оло бәхет. Урамға күҙ һалһаң, һәр йорттан ҡаҙҙар ҡаңғылдашып теҙелешеп сығып, тотош ауылды ҡаплап ала. Шул мәлдәрҙе күрһәгеҙ ине”, – тип әйтеүенән үк был мөғжизәле күренеш күҙ алдынан үткәндәй булды. “Римды ҡаҙҙар ҡотҡарған” тигән лаҡапты тарихтан хәтерләгәндә, миңә ҡалһа, ҙур булмаған Әлмөхәмәт ауылын да ҡаҙ-өйрәк, күркә-бройлерҙар ҡотҡара кеүек, сөнки улар хужаларын итле лә, ашлы ла, табышлы ла итә, табындың иң түрен биләй, байрамдың йәме була. Шулай ҙа “себеште көҙ һанайҙар” тиһәләр ҙә, уны ҡара яҙҙан алып үҫтерергә кәрәклеген үҙ иңдәрендә тойған уңған, тырыш һәм егәрле хужабикәләрҙең бәпкәләренең имен-һау ҙурайыуын, көҙөн бер-бер артлы ярышып ҡаҙ өмәләрен үткәреүен теләйһе генә ҡала.
Әйткәндәй, уңған хужабикәләр бройлер­ҙарҙы һатыуға сығара ла башлаған. Йәнә көҙ еткәс, ҡаҙ мамығы һораусылар булһа, рәхим итегеҙ Әлмөхәмәт ауылына! Итен дә, ҡаҙ мамығын да һатып алыу мөмкинлеге һис шикһеҙ табылыр.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487