Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңған ҡулында ут уйнай
Уңған ҡулында ут уйнайАуыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренән бер аҙ тын алып, һабантуйҙа рәхәтләнеп ял итеп тә өлгөрмәне, ҡыҙыу мәл – мал аҙығы әҙерләү осоро башланды. Әле республикабыҙҙың бөтә райондарында ла бесән әҙерләү эштәре ҡайнай. Бынан тыш, ауыл халҡы мал-тыуарҙы ҡышҡылыҡҡа сенаж, силос менән тәьмин итеүҙе лә дәррәү алып бара. Әлбиттә, эштең һөҙөмтәлелеге халыҡтың уңғанлығына, техниканың торошона ғына түгел, тәбиғәт шарт­тарына ла туранан-тура бәйле. Көн дә тиерлек яуып үткән ямғырҙар ҡамасау булһа ла, халыҡ һәр аяҙ көндө уңышлы файҙаланып ҡалырға тырыша.
Ғафури районы хужалыҡтары ла ишле малға етерлек күләмдә аҙыҡ запасы булдырыу бурысы менән йәшәй һәм эшләй. Әл­биттә, уны былтыр хатта арты­ғыраҡ та әҙерләгәндәр. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына, сабыуҙа һуңлаһаң, һауымды юғалтырһың, тип әйтмәгән. Төбәктә мал аҙығы әҙерләүгә тәүгеләрҙән булып “Урожай”, Ленин исемендәге һәм Мөкминов шәхси предприятиеһы, Руслан Рәжәпов етәкселек иткән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары төшкән. Башҡалар ҙа тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалырға тырыша. Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙ­мәт­кәре Нәжип Хисаметдинов етәк­селегендәге “Урожай” йәмғиәте эшсәндәре лә, көндө төнгә ялғап, яландарҙан ҡайтып инмәй. Әле улар күп йыллыҡ үлән баҫыу­ҙарында ҙур көс һала. Хужа­лыҡтың баш агрономы Ринат Хисаметдинов белдереүенсә, ялан-ҡырҙарҙа бесән күпереп үҫкән, яҫмалары ла ҡалын. Ямғыр яуыу сәбәпле, сифатлы мал аҙығын баҫыуҙа оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдыр­майынса, тиҙ арала йәмғиәт ихатаһына оҙаталар икән. Салғы тауыштары бында бер минутҡа ла тынмай:− сабаһы бесән бар әле. Ринат Нәжип улы билдәлә­үенсә, ихатала былтыр­ҙан малды ярты йыл буйы туйҙырырлыҡ аҙыҡ та ҡалған. Предприятие Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары менән яҡшы мөнә­сәбәттә, уларҙы йыл һайын баҫыуҙарға тәжрибә өйрәнеү өсөн саҡыралар.
Уңған ҡулында ут уйнайДүрт меңдән ашыу гектар ерҙә яҙ ауыл эшсәндәре бойҙай, арпа, һоло, орлоҡ өсөн кукуруз, борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө, күп йыллыҡ үләндәр сәскән. Минераль аш­ламаға, яғыулыҡ-майлау материалдарына, орлоҡҡа бында һабан барышында ҡыйынлыҡтар һиҙелмәгән. Әйткәндәй, сөгөлдөр­ҙән йыл да мул уңыш алалар, уны Мәләүез һәм Раевка шәкәр заводына оҙатып, һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хужалыҡ кәрәк-ярағына, эш хаҡы түләүгә, техника һатып алыуға тотонола. Техника паркы ла бай, мәҫәлән, һуңғы өс йылда 26 миллион һумлыҡ техника һатып алыуға өлгәш­кәндәр, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр. Бынан тыш, яңы келәттәр, заманса биналар төҙөлә, һөтсөлөк фермалары төҙөкләндерелә. Көҙ йыйып алынған уңышты юғалтыуһыҙ һаҡлау өсөн ҡеүәтле иген һаҡлағыстар урынлаштырылған. Быйыл тағы ла бер һаҡлағыс төҙөргә ниәтләйҙәр.
“Урожай”ҙың малы ла ишле, бөгөн “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән фермаларҙа 1121 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫралып, шуның 365-ен һауалар. Көн һайын биш мең тонна әҙер продукцияны Ҡарлыман һөт заводына литрын 22 һум менән тапшыралар. Йылҡы ла аҫрала, йәй ҡымыҙ етештерелеп, эсемлек эшселәргә таратып бирелә.
Уңған ҡулында ут уйнайБөгөн хужалыҡта алты ауылдан 68 кеше эш менән мәшғүл, ә ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта. Белемле кадр­ҙарға, йәштәргә ҡытлыҡ юҡ, сөнки уларҙың һәр береһенә эшкә урынлашҡан саҡта ярҙам һәм яҡлау күрһәтелә. Торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итеүҙә лә булышлыҡ ҡылына, аҡсалата ярҙам күрһә­телә, техника бүленә. Бәйембәт ауылынан, мәҫәлән, һауынсы ғаиләһе хужалыҡ ярҙамы менән өй һалып сыҡҡан. Тик тағы ла бер нисә йорт төҙөү өсөн ер мәсьәләһе киҫкен тора. “Участкалар булһа, күберәк һалыр инек”, – ти етәкселек. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, әле хужалыҡ буйынса уртаса 22 мең һум тәшкил итә. Социаль яҡлау төрҙәре, эш һөҙөмтәһенә ҡарап премиялар ҡаралған. Ял итергә теләүселәргә шифаханаларға йүнәлтмә бүленә. Пайсылар менән дә ваҡытында иҫәп­ләшәләр. Йылы аш ҡаралған, үҙҙәренең ашханаһы эшләй.
Баҫыуҙарыбыҙ, ялан-ҡыр­ҙарыбыҙ батырҙары, уңғандары менән данлы. Ауыл хужалығы ойошмаһында ла тырыштар һәм үҙ һөнәренең тәмен, бәҫен белгәндәр генә эшләй. Етәкселек Рәшит Яҡуповты, Валентина Фәтҡуллинаны, Фәнил Йома­ғоловты, Флүр Насретдиновты, Зиләрә Харисованы һәм баш­ҡаларҙы тик маҡтап телгә ала, “тәжрибәле, уңған хеҙмәт­кәрҙәр менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу күпкә еңел”, ти.
– Эшләргә дәрт тә, дарман да етерлек. Беҙҙең хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынып торған етәкселек булғанда, улар тарафынан яҡлау барҙа, беҙгә тырышырға ғына ҡала инде, −– ти ауыл эшсәндәре.
Ә бына Стәрлетамаҡ ҡала­һында тыуып үҫкән Руслан Рәжәповтың ауылға ҡайтып, фермерлыҡ эшенә тотоноуына күптәр тәүҙә аптырай. “Оҙаҡ тормаҫ ауылда, кире ҡалаға китер әле. Етмәһә, ҡулында нефть университеты дипломы ла бар, егеткә Себер килешер”, тип әйтеүселәр ҙә табыла. Ҙур ҡалала үҫһә лә, каникул осоронда ауылда йәшәгән өләсәһе янына ҡунаҡҡа йыш килеп йөрөгән Русланға ауыл тормошо ят булмай. Хәрби хеҙмәттән һуң уға тиҫтерҙәре менән бергә Себер тарафтарын тапарға тура килә, тик егет ул яҡтарҙы үҙ итмәй, тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм яҙмышын ер менән бәйләргә ҡарар итә. Бер юлы мал тарма­ғына ла тотона. Ҡатыны Айгөл дә, туғандары ла Рус­ландың уй-ниәтен хуплап, хужалыҡ ойошто­роуҙа ихлас ярҙамлаша. Һәм 2012 йылда ул крәҫтиән (фермер) хужалығы булдыра.
– Тәүҙә ауыр булды, әлбиттә. Әммә төбәктә тәжрибәле фер­мерҙар етерлек. Уларҙың кәңә­шенә ҡолаҡ һалып, тырышлыҡ менән генә был эште алып барып буласағына инандым, – ти Руслан Венер улы. – Шөкөр, был юлды һайлауыма һис үкенмәйем, дәү­ләт­тән дә ярҙам һәм яҡлау бар бит.
Ул тәүҙә мал үрсетеүгә тотона. Күп эҙләнгән, тәжрибәле фермер­ҙарҙың эше менән ҡыҙыҡһынған егет ситтән тоҡомло һыйыр малы алырға ҡарар итә, сөнки урын­дағылар менән әллә нимә ҡыйратып булмаҫын яҡшы аңлай. Бының өсөн Үтәк ауылында элекке колхоздан ҡалған иҫке бина-ҡураларҙы ҡуртымға алып, ремонт үткәреп, эшмәкәрлеген башлап ебәрә. Бер аҙҙан “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” махсус программала ҡатнашып, грант яулай. Тиҙҙән кредит юллаған Руслан Венер улы Вологда өлкәһенән утыҙҙан ашыу ҡара-сыбар тоҡом­ло тана алып ҡайта, бер нисә йылдан көтөүгә Саҡмағош районынан йәш таналар өҫтәлә. Бөгөн уның фермаһында 120 баш һыйыр малы аҫрала. Һауылған һөттө Стәрлетамаҡ ҡалаһы магазиндарына сығаралар, сифатлы һәм тәбиғи продукцияны халыҡ яратып ала икән. “Шөкөр, беҙ етештергән продукцияға ихтыяж бар. Хатта үҙебеҙҙән килеп һатып алыусылар барлыҡҡа килде”, – ти йәш фермер.
Фермер әле 800 гектар ер эшкәртә, нигеҙҙә, пай ерҙәре. Быйыл ул тәүге тапҡыр кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө ултыртҡан. Бынан тыш, бойҙай, күп йыллыҡ үләндәр ҙә сәскән. Техникаһы бар, кредитҡа ла алған. Бөгөн ул ике ауылдан 11 кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләргә тырыша, халыҡ уның эшенән ҡәнәғәт. Йәштәр ҙә етерлек, фермерға хатта күрше ауылдарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итәләр.
Киләсәктә йәш фермер сәсеү майҙанын арттырып, көтөүҙе тоҡомло һыйыр малы менән тулыландырырға иҫәп тота. Техника паркын да ҡеүәтле ауыл хужалығы трактор-машиналары менән байытырға ниәтләй.
– Бөгөн эшләйем тигән кешегә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Шуға ла ауылда йүнле шөғөл юҡ тигәндәргә сәйерһенеп ҡарайым. Ялҡауланмаһаң, иренмәһәң, йөҙөп эшләргә була, – ти Руслан Рәжәпов.
Ленин исемендәге колхоз һәм Мөкминов шәхси предприятиеһы баҫыуҙарында ла ҡыҙыу бесән мәле. Бында нигеҙҙә үҫемлек­селек һәм малсылыҡ тармағы ныҡ үҫешкән. Яҙғы эштәр 2500 гектарҙа башҡарылған. Минераль ашлама, яғыулыҡ, орлоҡҡа бында ҡытлыҡ кисермәгәндәр, сөнки етәкселек уларҙы алдан хәстәр­ләп ҡуйған. Заманса техника һабан эштәрен ваҡытында баш­ҡа­рып сығырға мөмкинлек биргән.
– Егеттәрҙең кәйефе шәп, уңғандар менән тау аҡтарырға ла була бит, – ти йәмғиәттең баш агрономы Әхәт Тимеров. – Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап эш итәбеҙ. Тәбиғәт шарттары ғына бер аҙ кәйефте төшөрөп ҡуя, әммә аяҙ көндәрҙең килеүенә өмөт ҙур.
Бөгөн бында ла күп йыллыҡ үләндәрҙе сабалар, техника геүләп эшләй. Хеҙмәткәрҙәргә йылы аш ҡаралған, ашнаҡсы­ларҙың тәмле аш-һыуынан һәр кем ҡәнәғәт. Эш хаҡы ваҡытында бирелә, социаль яҡлау төрҙәре ҡаралған. Шәхси ихатаһында мал аҫраусылар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмай – һәр кемгә бесән-һаламы, ашлығы тәғәйенләнгән.
Хужалыҡтың 600 баш һыйыр малы, 100 баш йылҡыһы бар. Бөгөн 150 баш һыйыр һауып, дүрт мең тоннаға яҡын аҡты Стәрлетамаҡтың “Аллат” һөт комбинатына тапшыралар. Шәкәр сөгөлдөрөнән дә яҡшы уңыш йыйып алалар, уны Мәләүез шәкәр заводына оҙаталар.
Техника паркы бай, ҡеүәтле трактор-машиналар менән маҡ­тана алалар, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр. “Техникаң эшләмәй ватылып ултырһа, ниндәй эш һө­ҙөмтәһе булһын инде. Шуға ла барлыҡ ауыл хужалығы техни­каһын ҡара көҙҙән яҙғы миҙгелгә әҙерләй башлайбыҙ”, – ти Әхәт Хөрмәт улы.
Әле хужалыҡта өс ауылдан 60-ҡа яҡын кеше эшләй. Етәксе­лек алдынғы хеҙмәткәрҙәр Азат Йәрмөхәмәтовты, Владимир Михайловты, Рушат Вахитовты, Ғаяз Кәримовты, Илдус Дәүләтшинды һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487