Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүәккәлдәр үҙ йүнен үҙе күрә
Тәүәккәлдәр үҙ йүнен үҙе күрә“Заман башҡа — заң башҡа” тигәндәй, донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар таралып, ауыл хужалығы техникаһы, келәттәр пыран-зыран килһә лә, шөкөр, бөгөн тәүәккәлдәр үҙ йүнен күреп, уңғандар эшен булдырып, тырыштар шәхси хужалығын күтәрә.
“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2002 йылда ойошторолған, әле ул уңышлы ғына эшләп килә. Төбәктә генә түгел, республика кимәлендә лә алдынғылар иҫәбендә һаналып, үҫемлекселек һәм тоҡомло мал үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнәләр. Уның 20 меңдән ашыу гектар һөрөнтө ере бар, шуның 838 гектарында иһә бесәнлектәр урынлашҡан, көтөүлектәре 1149 гектар тәшкил итә. Хужалыҡта элиталы орлоҡ етештереү иң төп йүнәлештәрҙән һанала. Быйыл яҙ ауыл эшсәндәре 7900 гектарҙа иген культуралары сәскән. Бынан тыш яңы технологияларға таянып, техник һәм ярма культуралар үҫтерәләр. Шулай уҡ бесән әҙерләүҙә Европа өлгөһөн ҡулланып эш итәләр. Предприятие эшсәндәре голландия технологияһы буйынса 110 гектарҙа картуф та үҫтерә, һәм уны сәсеү, утау, ҡаҙыу кеүек эштәрҙең барыһы ла механикалаштырылған. Шулай итеп, тәүәкәндәр тирә-яҡ ауыл һәм райондарҙы картуф орлоғо менән дә тәьмин итә.
Тәүәккәлдәр үҙ йүнен үҙе күрә— Беҙҙең эш тәжрибәһе бөгөн күптәргә өлгө булырлыҡ, шуға ла йыш ҡына йәмғиәт базаһында төрлө конференция-семинарҙар үткәрелә, тимәк, 15 йылға яҡын хеҙмәтебеҙ бушҡа булмаған, — ти предприятие директоры Артур Шәрифйән улы Ишҡыуатов. — Киләсәккә уй-хыялдар ҙа етерлек, шөкөр, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңған, эшһөйәр халыҡ бар. Ә тырыштар менән хатта тау аҡтарырға ла мөмкин.
Тәүәккәлдәр үҙ йүнен үҙе күрәЕтәкселек үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағында ихлас хеҙмәт өлгөһө күрһәткән алдынғы механизаторҙар Әнүәр Ғәббәсов, Рөстәм Фәтхул­лин, Владислав Хренов менән Дим Вилишинды, водителдәр Сергей Васин, Константин Породькин менән Айнур Шагаровты маҡтап телгә алды. Тағы ла Гүзәл Мөфтәхетдинова, Илнур Әмәкәсов, Римма Ефимова, Әлфрит Аҫылбаев һәм Исмәғил Шәңгәрәев – хужалыҡтың алдынғы малсылары.
Тәүәккәлдәр үҙ йүнен үҙе күрә“Тәүәкән” хужалығында йыл да 7-8 меңләп ҡаҙ ҙа аҫрайҙар. Инкубатор станцияһы уңышлы эшләй, әле бәпкәләрҙе һатыуға сығарғандар.
Бында 2234 баш голштин тоҡомло һыйыр малы тотола, шуның 680-е — һауын һыйыры. Әле малдар йәйләүҙә йөрөй. Хужалыҡтың малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешендә атҡарған эше былар менән генә сикләнмәй. Тәүәкәндәрҙең стандарт ауыл хужалыҡтарынан айырмалы яғы ферма-баҫыуҙарында етештерелгән продукцияны “тыу” килеш һатыуҙан түгел, ә ит-һөттө үҙҙәрендә эшкәртеп, халыҡҡа ризыҡты төрлө ассортиментта еткереүҙән ғибәрәт. Әле Тәүәкән һөтсөлөк фермаһында етештерелгән аҡ Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Күмертау ҡалаларының, Күгәрсен, Ейәнсура райондарының, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһының магазин кәштәләренә һөт килеш кенә түгел, ә май, ҡаймаҡ, эремсек, кефир, ряженка, ҡорот төрөндә барып ята. Шуны билдәләп үтеү мөһим: һөт аҙыҡтарына ихтыяж арта, һәм күмәртәләп һатып алырға теләүселәр менән хужалыҡ шәхсән рәүештә килешеү төҙөүҙе хуплай. Һөт цехы көн һайын 10 тоннанан ашыу һөт эшкәртә. Тәүәкәндәр итте лә халыҡҡа уны төрлө ассортиментта тәҡдим итә. Фарш, билмән, манты, кәтлиттәрҙе бер тапҡыр тәмләп ҡараусыларҙың магазиндарға һуҡмағы таҡырланғандан-таҡырлана.
Йәмғиәттең көнбағыш майын һығыу буйынса цехы ла бөгөн тулы ҡеүәтендә эшләй. Цех Че­хияның заманса ҡорамалдары менән йыһаз­ландырылған. Май бер литрлы шешәләргә тултырылып, ҡулланыусыларға оҙатыла. Ҡатнаш аҙыҡ цехында һыйыр малдары, яңы тыуған быҙауҙар, ҡош-ҡорт өсөн махсус рәүештә мал аҙығы етештерәләр. Был продукция заявка буйынса район хужалыҡтарына, шулай уҡ халыҡҡа һатыуға сығарыла. Бынан тыш тирмән, икмәкхана, ярымфабрикаттар, 90 төр продукция етештергән кондитер изделиелары цехтары ла ярайһы ғына табыш килтерә. Әйткәндәй, был цехтарҙа бөгөн бөтәһе 40-ҡа яҡын кеше эш менән мәшғүл. Тәүәкәндә бешерелгән икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары һәм ит ризыҡтары урындағы магазин, кафеларға, яҡын-тирәләге мәктәп һәм балалар баҡсаларына оҙатыла.
Тәүәккәлдәр үҙ йүнен үҙе күрәЙәмғиәттә башҡорт тоҡомло 262 йылҡы малы ла бар. Хужалыҡта етештерелгән ҡымыҙ, шешәләргә тултырылып, ҡулланыусыларға барып етә. Юҡҡа ғынамы уларҙың ҡымыҙы республика ҡымыҙсылар конкурсында юғары баһаға лайыҡ булған. Бында шулай уҡ бал ҡорттары ла үрсетәләр. Татлы һәм файҙалы тәмлекәс бөгөн күптәрҙең күңеленә хуш килгән дә инде.
Предприятиела 300-ҙән ашыу кеше эшләй. Коллектив йылдың-йылы йәшәрә бара, сөнки ауылдағы көнкүреш шарттарының яҡшыра барыуын күргән йәштәр тыуған яҡтарында оя ҡорорға ынтыла. Бөгөн йәмғиәт етәкселеге ауылда йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған яңы йорттар ҡалҡыта, бассейнлы һауыҡтырыу комплексы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, мәсет эшләй.
Хужалыҡтың ил, республика кимәлендә ойошторолған төрлө күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә ҡатнашып уңыштар ҡаҙаныуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 386

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 625

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 591

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 329

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 281

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 656

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 894

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 938

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 570

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 666