Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ еренең ысын хужаһы
Шөкөр, арабыҙҙа тыуған яғының ысын хужаһы булған, туғандарына ғына түгел, яҡындарына, эргә-тирәләгеләргә лә көсөнән килгәнсә ярҙамлашып, юлында осраған ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәй, эшмәкәрлеген дан итеп алып барған эшҡыуарҙар байтаҡ. “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры – тап шундай уҙамандарҙың береһе. Ул етәкселек иткән йәмғиәт бөгөн төньяҡ-көнсығыш төбәктә иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. Бында малсылыҡ тармағы ныҡ үҫешкән, шулай уҡ үҫемлекселектә лә юғары ҡаҙаныштар яулауға өлгәшелә.

Үҙ еренең ысын хужаһыТиҫтә йылға яҡын эшләгән йәмғиәт райондағы бөлөп барған бер нисә хужалыҡты үҙенә берләштергән. Етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Таһир Ғафар улы Зариповҡа уларҙы тергеҙеү өсөн күп көс һәм аҡса һалырға тура килә. Хатта сит илдәр, башҡа төбәктәр тәжрибәһен дә өйрәнеп ҡайта етәксе. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тырыш, бөтмөр, эш хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлауҙар ҡаралған. Етәкселек уңғандарҙы диңгеҙ буйына ялға, шифаханаларға ебәрә, мохтаждарға хәйриә ярҙамы ла күрһәтә. Шуға күрә уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр ҙә эшкә килергә атлығып тора. Әйткәндәй, улар хатта күберәк тә. Әлбиттә, өлгө күрһәтерлек тәжрибәле ололар ҙа етерлек. Бөгөн хужалыҡта 300-гә яҡын кеше эш менән мәшғүл.
Үҙ еренең ысын хужаһы– Беҙҙә тырыш, уңған һәм берҙәм коллектив тупланған. Һәр хеҙмәткәр үҙ эшенә яуаплы ҡарай, бурыстарын намыҫлы башҡара. Беҙ ялҡауҙарҙы, араҡы менән шаярыусыларҙы тотмайбыҙ, шуға ла һәр ерҙә тәртип, – ти предприятие директоры Таһир Зарипов. – Ә эш хаҡына килгәндә инде, һәр кемгә хеҙмәтенә ҡарап түләргә тырышабыҙ.
Ошо райондың Иҫке Хәлил ауылы егете йүнселлеккә тотонор алдынан 15 йыл урман хужалығында эшләгән. Мәктәптән һуң ситтән тороп урман хужалығы техникумын, институт тамамлаған. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Мәсәғүт урмансылығына эшкә урынлашҡан. Уңған, талымһыҙ егет төрлө йылдарҙа тармаҡта мастер, урмансы, директор урынбаҫары вазифаларын биләгән.
– Аҙаҡ был өлкәне ҡалдырырға тура килде, сөнки бер аҙ эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә инем – техникаға алмаш частар менән күмәртәләп һатыу иттем. Хужалыҡтарҙан заявкалар алып сыҡҡас, тауарҙы Рәсәй буйлап эҙләп табып, килтереп бирә торғайным. Урмансылыҡтан киткәс, ошоға ныҡлап тотондом, – ти эшҡыуар, үткәндәрҙе хәтергә алып. Һәм ул ауыл хужалығына ныҡлап иғтибар итә. Әммә тармаҡ тәүге осоро “еңел” уңыш менән ҡыуандырмай, ҡаҙаныштар яулау өсөн күп йүгерергә тура килә. Һөҙөмтәлә бер аҙҙан тырышлыҡтың тәүге емештәре күренә башлай. Бөгөн иһә предприятие йылдам үҫешә, республиканың төньяҡ-көнсығышында алдынғыларҙың береһе.
Үҙ еренең ысын хужаһы“Уралтау”ҙа әле 2500 баш һыйыр малы заманса йыһазландырылған фермаларҙа аҫрала, шуның дүрт йөҙҙән ашыуы һауыла. Бынан тыш йәмғиәттә алты меңгә яҡын сусҡа, һарыҡ һәм 318 баш йылҡы тотола. Хужалыҡ ит эшкәртеүҙе яйға һалған, бында билмән, тефтель, тиҫтәгә яҡын төр колбаса етештерелә. “Халыҡ ярата, хатта йыш ҡына етмәй ҡала”, – ти Таһир Зарипов. Шулай уҡ сусҡа, йылҡы һәм һыйыр ите лә һатыуға сығарыла. Әйткәндәй, бында уларҙың хаҡы арзан, һөҙөмтәлә күрше райондарҙан да килеп алалар. Ҡаракүл ауылында хужалыҡтың заманса юғары технологиялы ит комбинаты ла бар. Былтыр, мәҫәлән, 538 тонна продукция һатыуға сығарылған, 346 тонна колбаса, бынан тыш, сифатлы ярымфабрикаттар, консерваланған тауар етештерелгән. Комбинат һатып алыусыларҙы йыл һайын яңы төр продукция менән ҡыуандыра. Күптән түгел магазин кәштәләренә ярым ыҫланған “краковская”, “одесская”, бешерелгән “мюнхенские” колбасалары, сусҡа итенән рулеттар һатыуға сығарылып, халыҡ араһында тиҙ арала хуплау табып та өлгөргән. Шуныһы мөһим: продукцияға бер ниндәй ҙә консерванттар ҡушылмай. Һауып алынған һөттө лә үҙҙәрендә эшкәртәләр. Быға тиклем әҙер продукцияны Силәбе өлкәһенең Трехгорный биҫтәһендә урынлашҡан һөт комбинатына тапшырһалар, әле етәкселек ул комбинатты үҙҙәренә һатып алыуға өлгәшкән. Унда “Уралтау” бренды менән етештерелгән ҡаймаҡ, кефир, ряженка, творог, төрлө сыр-брынзалар, йогурттар һәр кемдең күңеленә хуш килә, сифатлы һәм тәмле продукцияны хатта сит тарафтарҙа ла беләләр. 2016 йылда, мәҫәлән, бөтәһе 1538 тонна төрлө һөт ризыҡтары етештерелеп, сауҙа урындарына оҙатылған. Ошо уҡ тауар маркаһы менән “Уральские источники” минераль һыуы, бер нисә төр лимонад, икмәк һәм булка изделиелары һатыуға сығарыла. Ауыл мәктәптәре, балалар баҡсалары ла нәҡ “Уралтау”ҙа етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Предприятиеның районда бөгөн дүрт, күрше өлкәләрҙә тағы туғыҙ магазины уңышлы эшләй. Сифатлы аҙыҡ-түлекте “Байрам” магазиндарында ла һатып алырға мөмкин. Етәкселек киләсәктә уларҙың һанын тағы ла арттырырға ниәтләй. Хыялдары, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ, сөнки бының өсөн мөмкинлектәр етерлек.
Үҙ еренең ысын хужаһыБөгөн “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһының 15 меңдән ашыу гектар ере бар, быйыл яҙ шуның 9 мең гектарҙан ашыу майҙанында иген һәм техник культуралар, күп йыллыҡ үләндәр сәселгән. Шуныһы ҡыуаныслы: бында һәр баҫыу ҡәҙерле, буш ятҡандарҙы осратмаҫһың. Техника паркының бай булыуы ла миҙгел эштәрен ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Техника һатып алыуға аҡса йәлләмәйҙәр, йәмғиәт баҫыуҙарын сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле трактор-машиналар иңләй. Механизаторҙарға эшләүе күпкә еңел, сөнки бар техника автоматлаштырылған, кондиционерҙар ҡуйылған, ә был үҙ сиратында эште һөҙөмтәле алып барыуға булышлыҡ итә.
Хужалыҡ етәкселеге йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен яйға һалыуҙа ла булышлыҡ итә. Йорт төҙөгәндәргә кәрәкле материал, техника менән ярҙам күрһәтергә тырышалар, пилорама хеҙмәте лә бушлай. Ғаилә ҡороусыларға иһә аҡсалата ярҙам ҡаралған. Былтыр, мәҫәлән, туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлаған да инде, әле ошондай уҡ бәхеткә тағы өс ғаилә эйә буласаҡ. Ауыл хужалығы буйынса белем алғандарҙың уртаса килеме уҡыу мәлендә лә һаҡлана, өҫтәүенә юл хаҡы ҡаплана, тәүлегенә ҡарап командировка сығымдары түләнә.
Үҙ еренең ысын хужаһы– Һәр хеҙмәткәр, минеңсә, йорт һалып сығырға тейеш, шул саҡта ғына ул баҫыуҙа, фермала йә булмаһа башҡа предприятиела тырышып эшләйәсәк. Ғаиләһендә лә тыныслыҡ кисереп, матур итеп балалар үҫтерәсәк. Ә хеҙмәте шатлыҡтан торһа, тимәк, ул ялҡауланмай, ғаиләһен тейешенсә аҡса менән тәьмин итәсәк, – ти Таһир Ғафар улы.
Эшҡыуар уңыштың төп сере тырышлыҡта һәм маҡсатҡа ынтылышта икәненә ныҡлы инанған. Ысынлап та, ятҡан таш аҫтына тәңкә ҡыҫтырмайҙар – ниәтеңә өлгәшеү өсөн һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға, алға барырға кәрәк.

Самат ҒӘЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 326

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 384

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 339

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 359

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 362

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 263

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500