Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маллы, баллы яҡтарҙа...
Маллы, баллы яҡтарҙа... “Ялҡау кеше генә ауылда эш юҡлыҡҡа зарлана”, тип әйтеүселәр тулыһынса хаҡлы. Бөгөн тырыштар, бөтмөрҙәр үҙен, ғаиләһен генә хәстәрләп ҡалмай, башҡаларҙы ла эш менән тәьмин итеп, ауылдың социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә. Салауат районының Йыланыш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Артем Федоров нәҡ шундай булдыҡлы ир-уҙаман.
Артем Александрович ауыл мәктәбенән һуң һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, водитель танытмаһы ала. Сит тарафтарға сығып китмәй егет, туған хужалығында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Ун йылдан ашыу водитель йөгөн тартҡас, көсөн фермерлыҡта һынап ҡарарға йөрьәт итеп, 2012 йылда үҙ хужалығын булдыра.

– Ауылда тыуып үҫкәс, шаулы ҡала тормошо ла, аҡсалы Себер тарафтары ла үҙенә ылыҡтырманы. Атай-әсәйем ғүмере буйы колхозда тир түккән бит, – ти фермер. – Әлбиттә, тәүге осорҙа ауыр кеүек тойолһа ла, яйлап өйрәнелде инде. Былай үкенмәйем, шөкөр, өлгө алырҙай тәжрибәле фермерҙар беҙҙә етерлек. Уларҙың аҡыллы һәм фәһемле кәңәштәре, тел ярҙамы һәр саҡ ярап ҡала.
Артем ныҡлап үҫемлекселек менән шөғөлләнергә ниәт итә. Бөгөн уның ҡарамағында 430 гектар ер. Яҙ иһә фермер үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән бойҙай, һоло, борсаҡ һәм ҡарабойҙай сәскән. Ауылда мал, ҡош-ҡорт аҫраусылар байтаҡ, шулай булғас ашлыҡ һатыу көнүҙәк мәсьәлә түгел. Ауылдаштары ла Артемдың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт, етмәһә, 10-ға яҡын ир-егетте эш урыны менән тәьмин иткән. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында бирелә, ашатыу ҙа ҡаралған. Фермер үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән Андрей Сташевич, Андрей Теплых, Николай Пономарев, Игорь Толкачев, Николай менән Евгений Федоровтарҙы маҡтап телгә алып: “Бер ғаиләләй булып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Ҡыуаныстарҙы ла, ауыр ваҡыттарҙы ла бергә кисерергә күнеккәнбеҙ”, – ти.
Маллы, баллы яҡтарҙа...Ауыл хакимиәте менән дә йылы һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылған. Әйтергә кәрәк, мөһим кампаниялар ваҡытында фермерға ауылдаштары ярҙамға килә. Мәктәп уҡыусылары ла йәйге каникул осоронда хужалыҡта эшләп, тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, бер аҙ финанс хәлен дә яҡшырта. Ә үҙ сиратында фермер ауыл халҡын кәрәк саҡта техника менән тәьмин итеп, ашлыҡлы итә, бесән-һаламын бүлә.
Яҙғы баҫыу эштәренә сифатлы орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламаларҙы алдан хәстәрләгәс, эш барышында бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар булмаған. Техника ла баҫыу эштәрендә һынатмаған. Әйткәндәй, бында Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле трактор-машиналар тупланған. Иҫкеләрен ташлап ҡуймайынса, уларға ҡабаттан йән өрәләр икән. Йыйылған уңышты юғалтмай һаҡлау өсөн заманса келәт-амбар төҙөп ҡуйғандар.
Булдыҡлы фермер кредиттарҙан бөтөнләй азат, сөнки бурысҡа алмайынса бар эштәрҙе башҡарырға өйрәнгән, “финанс ҡолона әүерелге килмәй, үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ”, ти ул.
Артем Александрович киләсәккә яңы хыялдар ҡороп йәшәй. Сәсеүлектәр майҙанын арттырыуҙы, бынан тыш малсылыҡҡа йөҙ бороуҙы маҡсат итеп алған. Яңы келәттәр төҙөүҙе лә күҙаллап, техника һаҡлау өсөн дә айырым бина булдырмаҡсы. Ә уңған хужаның яҡты хыялдары тормошҡа ашасағына бер ниндәй ҙә шик юҡ, сөнки уның янында эшләгән ир-егеттәр — төп таянысы. Атаһы Александр Иванович улына кәңәштәрен йәлләмәй, эш барышында тоғро юлдашы ла. Бөгөн хаҡлы ялдағы уҙаман хужалыҡтың ысын тотҡаһы, иретеп йәбештереү эштәрен ҙур ихласлыҡ менән башҡарып, йәштәргә өлгө күрһәтеүсе.
– Иң мөһиме – район етәкселеге тарафынан һәр мәсьәләлә аңлау һәм яҡлау бар. Шулай булғас, алда торған маҡсаттар ҙа буй етмәҫлек үр түгел, беҙ уларға мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ, — ти Артем Александрович.
Әлкә ауылында ла уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барыусы фермерҙар бихисап. Был яҡтарҙа, нигеҙҙә, малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Йәшелсә үҫтереүселәр, умарта тотоусылар бар. Мәҫәлән, Эльмира Мәлих ҡыҙы Ғиниәтуллина бөгөн “Урал” крәҫтиән (фермер) хужалығына етәкселек итә, бында малсылыҡ йүнәлеше үҫешкән.
1983 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағас, Салауат исемендәге колхозға зоотехник булып эшкә урынлаша. Ошо уҡ уҡыу йортон тамамлап, Әлкәлә мал табибы булып хеҙмәт юлы башлаған Фәрит Хәлил улы менән осрашып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәштәр ауылда матур итеп йорт һалып сыға, икеһе лә колхозда эшләй. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал аҫрап, ҡош-ҡорт тәрбиәләп, баҡса үҫтерәләр. Тик донъялар үҙгәреп, 1992 йылда илдә колхоз-совхоздар тарҡала башлағас, эшһеҙ ҡалған Ғиниәтуллиндар Себергә йә булмаһа ҙур ҡалаға китергә ниәт ҡора. Әммә туғандары уларҙың уй-фекерен хупламай, тыуған ерҙе ташлап китмәҫкә өгөтләп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторорға кәңәш итәләр. “Ысынлап та, нишләп тыуып үҫкән яҡтарҙы ҡалдырырға әле. Шөкөр, мал тотоу өсөн бесәнлектәр етерлек, иген үҫтереү өсөн гектар-гектар буш ерҙәр ята. Әйҙә, ялҡауланма, тик эшләргә генә кәрәк”, – тип, ауылдан сығып китеү уйынан баш тарталар. Етмәһә, республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары күпләп ойошторола башлаған осор.
Ғиниәтуллиндарға хужалыҡ ойоштороп ебәреүе ауыр булмай, сөнки икеһенең дә белеме фермерлыҡ эшен алып барыуға тап килә. Етмәһә, ихатала байтаҡ һыйыр малы, йылҡылары, ҡош-ҡорто, бынан тыш сусҡалары ла була. Иркен ҡуралар, сабынлыҡтар тик ошо эшкә тотоноп китеүгә дәртләндереп кенә тора. Ауыл хужалығы техникаларының булыуы ла 32 гектар ерҙе эшкәртеүҙә ярап ҡала. Тәүге йылдарҙа бойҙай, ҡарабойҙай сәсеп, ярайһы ғына уңыш алыуға өлгәшәләр. “Әлбиттә, бар эштәрҙе башҡарып сығыуҙа туғандар ихлас ярҙам итте. Ауылдаштарҙың да файҙаһын тойҙоҡ. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, бәлки, яңылышлыҡтар ҙа булғандыр, ҡыйынлыҡтар ҙа урап үтмәне. Әммә тырышлыҡ менән еңеп сығырға тура килде”, – ти Эльмира Мәлих ҡыҙы, ул ваҡыттарҙы хәтергә алып.
Бөгөн фермер аяғында ныҡлы баҫып торғандарҙан һанала. 25 йыл дауамында хужалыҡ ярайһы уңыш-ҡаҙаныштарға ла ирешкән. Әле техника паркы яңы машина-тракторҙар менән тулыланған. Сәсеүлек майҙандары ла тәрбиәле һәм ҡараулы. Пай ерҙәрен һөҙөмтәле ҡулланып, ҡуртымға 150 гектар ер алып эшкәртәләр. Сабынлыҡтары мул. Фермер әле 40 баш һыйыр малы аҫрай, 15 баш йылҡы тота, ҡош-ҡорто ла етерлек.
– Көн һайын 200 килограмм һөт һауып алабыҙ, әле малдар ялан-ҡырҙарҙа тотола. Һөттән төрлө ризыҡтар етештереп, Малаяҙ ауылының магазиндарына тапшырабыҙ, – ти Эльмира Мәлих ҡыҙы. – Һөттө пластик шешәләргә тултырып оҙатабыҙ. Һатыуҙан килгән табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
Сифатлы продукцияға халыҡ араһында һорау ҙур, хатта ҡайһы саҡ заказ буйынса ла етештерәләр икән. Бынан тыш фермер умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Әлкә болондарында һут йыйған бал ҡорттарының балын һәр кем ярата. Уны тәмләп ҡарау өсөн хатта Себер тарафтарынан да килеп алалар.
Ғиниәтуллиндар – ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған ғаилә. “Бөгөн эшһеҙлектән йонсоған бәғзе берәүҙәрҙе күреп йән әсей. Ялҡауҙар ғына эш һөймәҫ, моғайын. Тырышырға кәрәк, берәү ҙә һиңә аҡсалы эш табып бирмәҫ”, – ти улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 207

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 399

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 219

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 199

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 506

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 698

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 519