Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәләүездәр сәсеүгә төштө
Мәләүездәр сәсеүгә төштөМәләүез районы ауыл эшсәндәре ҙур әүҙемлек менән яҙғы баҫыу эштәренә төштө. Салауат исемендәге колхоз, “Ашҡаҙар”, “Трудовик” һәм “Иҙел” хужалыҡтары орлоҡ ағыулауҙы тамамлап, әле дым ҡаплауға, күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары баҫыуҙарын минераль ашлама менән туҡландырыуға тотондо. Төбәккә ашлама ҡайтарыу әле дауам итә, бөгөнгә ике меңдән ашыу тонна тупланған да инде. Район ауыл хужалығы идаралығы белгестәре белдереүенсә, сифатлы орлоҡ тейешле күләмдә хәстәрләнгән, уға ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Алдынғыларҙан һаналған “Ашҡа­ҙар” хужалығы ла, көндәрҙең матур тороуынан файҙаланып, тәүгеләрҙән булып һабанға төшкән. Бөгөн игенселәр күп йыллыҡ үлән­дәрҙе ашлама менән туҡландырыу эшен алып бара.

Техника паркы бай ғына, бында, нигеҙҙә, үҙебеҙҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирәләр, сит илдә етештерелгәндәре лә бар. Һуңғы дүрт йылда ғына, мәҫәлән, хужалыҡ паркы 500 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техника­һына байыған. Йыйылған уңышты һаҡлау өсөн заманса дүрт келәт төҙөп ултыртҡандар, бер нисәү­һенә ремонт та яһағандар. Үҙҙә­ренең ҡеүәтле ашлыҡ киптергес­тәре лә булғас, баҫыуҙарға сифатлы орлоҡ һалынасаҡ.
Хужалыҡтың 20 меңдән ашыу гектар һөрөнтө ере иҫәпләнә, ҡарауһыҙ баҫыуҙар юҡ, һәр береһе тәрбиәле. Көҙ 2500 гектарҙа ужым культуралары ла сәскәндәр, белгестәр арыштың яҡшы ҡышлауын билдәләй. Минераль ашламаларға, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ булғаны юҡ, сөнки етәкселек уларҙы алдан хәстәрләп ҡуя икән.
– Ауыл халҡының уңғанлығын, бөтмөрлөгөн билдәләп үтер инем, ә ундайҙар менән тау аҡтарырға була, – ти хужалыҡ рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Тимерхан улы Хәлитов. – Көндәр матур торһа, баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сығырға иҫәп тотабыҙ, сөнки мөмкинлектәр етерлек.
Мәләүездәр сәсеүгә төштөИгенселәргә ике тапҡыр йылы аш ҡаралған, хужалыҡ ашнаҡсылары баҫыуҙарға тамаҡты үҙҙәре алып бара икән.
Йәмғиәт эшсәндәре мал ҡышла­тыуҙы ла уңышлы тамамлаған. Малсыларҙың кәйефе күтәренке, эшкә уларҙың дәрт-дарманы ташып тора. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылып, һөт, һыу үткәргестәр урынлашты­рылған, һәр ерҙә яңы ҡоролмалар көйләнгән. Малсылар өсөн йылы һәм уңайлы ял, аш бүлмәһе бар. Бында яңы һөтсөлөк фермалары ла төҙөлә, быҙауҙар, таналар өсөн айырым ҡуралар ҙа сафҡа ингән. Төҙөлөшкә генә 16 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Хужалыҡтың малы ла ишле, бөгөн 3700 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның бер меңдән ашыуы – һауын һыйыры. Көтөүҙе то­ҡом­ло малдар менән яңыртыу эше һәйбәт ҡуйылған, уны йыл һайын мул һөт биргән таналар менән тулыландыралар. Йәмғиәт килешеү нигеҙендә малды Свердловск өлкәһенән һатып ала. Әйткәндәй, яһалма ҡасырыу эше лә һәйбәт ҡуйылған. Мәләүез, Стәр­летамаҡ һөт комбинаттары менән оҙаҡ йылдар бәйләнештә булғас, сифатлы әҙер продукция уларға ғына оҙатыла.
Предприятиела 10 ауылдан бөтәһе 220 кеше эш менән мәшғүл, уларҙы эшкә алып килеү-алып ҡайтыуҙы ху­жа­лыҡ үҙ өҫтөнә алған. Күп кенә урын­дарҙа йәштәргә, юғары һәм урта махсус белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелһә, бында ундай мәсьәлә тормай. Ололарға алмашҡа йәштәр күп­ләп килә, ҡасандыр Себер тарафтарына, ҙур ҡалаларға оҙон аҡса артынан сығып китеүселәр ҙә киренән тыуған яҡтарына ҡайта башлаған. Етәкселек уларҙың һәр береһен тиерлек хеҙмәт урындары менән тәьмин итергә тырыша. Шуныһы ла мөһим: йәмғиәт халыҡты, йәштәрҙе, йәш ғаиләләрҙе туған хужалығына эшкә йәлеп итеү маҡсатында күп эш башҡара. Мәҫәлән, хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡар­лыҡһыҙ түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға ла бесән-һаламы, фуражы бушлай бирелә. Етәкселек 2017 йылда биш-алты яңы йорт төҙөп, хужалыҡта эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бүлеп бирмәксе. Бынан тыш ауылдарҙа буш йәки хужаһыҙ торған йорттарҙы һатып алып, уны ремонтлап та бирәләр. Әлбиттә, йәмғиәт яғынан бындай иғтибар һәм яҡлау булғас, йәштәр ҙә ауылға тартыласаҡ.
“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге алдынғы механи­заторҙар Сергей Головинды, Ришат Кейекбаевты, Сергей Лактионовты, Юлай Мостафинды, һауынсылар Ал­ла Кофонованы, Земфира Ишекәе­ваны, Людмила Үтәеваны, водител­дәр Рәмил Рафиҡовты, Вәкил Богдановты һәм Павел Пауковты маҡтап телгә алып, “уларға һәр ваҡыт ҡәҙер-хөрмәт менән ҡарайбыҙ, ундай алдын­ғылар булғанда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин” тигән теләктәрен дә еткерҙе.
Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сибәғәт Абдулхай улы Ғәйнуллин етәкләгән Салауат исемендәге колхоз баҫыуҙарында ла трактор тауыштары тынмай. Был яҡтарҙа игенселәр арпа сәсә башлаған. Быға тиклем орлоҡ ағыулау, баҫыуҙарға минераль ашламалар индереү кеүек эштәрҙе башҡарғандар. Ауыл эшсәндәренә ҡыҙыу миҙгелдә һигеҙ меңгә яҡын гектар майҙанда сәсеү эштәрен атҡарыу бурысы ҡуйылған. Баҫыу­ҙарҙы быйыл 10 сәсеү комплексы иңләйәсәк. Иген культураларынан тыш шәкәр сөгөлдөрөн – 510, картуфты 100 гектарҙа сәсеү ҡаралған, техник культураларға ла өҫтөнлөк бирәләр. Шөкөр, һабан эштәрен ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ үткәреү өсөн бында бөтә шарттар бар. Элиталы орлоҡ, яғыулыҡ тейешле күләм­дә әҙерләнгән. Баҫыуҙа бөгөн уңғанлыҡ күрһәткән хеҙмәткәрҙәр Валерий Григорьев, Алексей Ляльков, Фидан Әлимбаев, Рәмил Фәйзуллин, Борис Волков, Камил Бикбулатов һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә йөрөй. Бригадирҙар Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Николай Подясев менән Илдус Игбаев, баш агроном Денис Макеев әле баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәй, киләһе уңышҡа нигеҙ һалыуҙа әүҙемлек күрһәтә.
Мәләүездәр сәсеүгә төштөТехника паркының төҙөк һәм ҡеүәтле булыуы ла эште сифатлы башҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк, ти белгестәр. Шуныһы ла мөһим: етәкселек техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй, ҡаҙнанан сыҡҡан сығымдарҙың аҙаҡ икеләтә артып ҡайтыуын яҡшы аңлайҙар бында. Баҫыу эштәрен ситтән техника йәлеп итмәйенсә, үҙҙәренең көсө менән генә башҡаралар.
Бөгөн колхозда дүрт ауылдан 200 кеше эшләй. Йәштәр ҙә сит тараф­тарға китергә ашҡынмай, тыуған яҡтарында ҡалырға тырыша. Шулай уҡ махсус белемле белгестәргә лә ҡытлыҡ кисермәйҙәр, “элек йәштәрҙе өгөтләп тә колхозда ҡалдырып булмаһа, әле үҙҙәре килеп, эш юҡмы тип ҡыҙыҡһыналар”, ти етәкселек. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, мал аҙығы ла бушлай тиерлек бирелә. Әйткәндәй, хужалыҡ етәкселеге тарафынан хеҙмәткәрҙәргә социаль яҡлауҙар ҙа ҡаралған. Яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәшкәндәргә шифахана­ларға, ял йорттарына бушлай йү­нәлтмә лә бүленә икән. Йыл һайын 20-нән ашыу хеҙмәткәр рәхәтләнеп һаулығын нығытып ҡайта.
Мәләүездәр сәсеүгә төштөХужалыҡ үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағында ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шуға тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында төрлө тарафтарҙан да киләләр икән, төрлө семинар-кәңәшмәләр ҙә бында йыш ойошторола. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән йәмғиәттең ике һөтсөлөк фермаһы ла заманса йыһазлан­дырылған. Иркен ялан кәртәләрҙә әле 2500 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы тотола. Бында ла яһал­ма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, ҡыш таналар күпләп быҙаулаған. “Ҡышлатыу миҙгелен ойошҡан һәм бер ниндәй ауырлыҡтарһыҙ үткәреп ебәрҙек. Аҙыҡ өҫтәле мул булды, малдар, шөкөр, көр”, – ти колхоз рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин. Һауын­сылар һәүкәштәрҙән көнөнә 22 литр һөт һауып ала, әҙер продукцияны Мәләүез һөт комбинатына литрын 21 һум менән оҙаталар.
Баш зоотехник Флүр Әхмәлет­ди­нов, ферма мөдирҙәре Роза Садиҡова менән Илгиз Игбаев, мал табибы Артур Күсербаев оҫта етәксе һәм ойоштороусы булараҡ малсылар араһында күптән инде абруй ҡаҙанған.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 204

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 394

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 218

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 198

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 505

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 697

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 740

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 1 485

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 518