Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фермерға “Instagram” кәрәкме?
Фермерға “Instagram” кәрәкме?Фермер тигәс, тәү сиратта мал бағыусы, трактор-комбайнда иген баҫыуын иңләүсе күҙ алдына килеп баҫа. Ғәмәлдә уның төп бурысы ошо эштәрҙе башҡарырға йәки уларҙы хеҙмәткәренән үтәтеүгә ҡайтып ҡала ла инде һәм… былар ғына түгел. Ер кешеһенең эштәре алға барһын өсөн, уның компьютерҙа ултырыуы йәки гаджет менән булышыуы ла мотлаҡ икән. Әлбиттә, уйнар өсөн түгел.
…Ауырғазы районының Мос­тафа ауылында йәшәгән фермер Марс Ғималетдинов башҡа коллегаларынан әллә ни айырылмай: ике тиҫтәгә яҡын баш малы араһында аттар һәм үгеҙҙәр тупланған. Тейешле техникаһы гөрөлдәй, бесән эшләргә ялан етерлек. Ит, ҡаҙылыҡ һата. Районда етештереүселәргә ҡулла­ныу­сылар менән туранан-тура эшләргә ярҙам иткән “Йәнле ауыл” кооперативы рәйесе. Әммә иғтибарҙы йәлеп итерлек бер үҙенсәлеге бар йүнселдең – һүҙем ошо хаҡта.
”Одноклассники”, “Вконтакте”, “Twitter”, “Facebook” – былар социаль селтәрҙәрҙең беҙгә киң билдәлеләре генә әле. Телгә алған фермерҙың эш көнө нәҡ ошо сайттарҙы байҡауҙан башлана, мал ҡараған арала ла, кис ял иткәндә лә ҡулынан гаджеты төшмәй.
– Сауҙаны Интернет аша алып барам, хатта “YouTube” селтә­рендә лә каналым бар, – тип был шөғөлөнөң серен сисә йүнсел.
Ысынлап та, продукцияны етештереү менән түгел, уны һата ла белергә кәрәк бит әле. Был йәһәттән Марс Миңлеғаяз улынан өлгө алыу артыҡ булмаҫ ине. Беренсенән, сауҙаға юлланғанда уҡ кемгә күпме һәм ниндәй ит кәрәклеген белеп тораһың. Артыҡ та түгел, кәм дә түгел, тигәндәй. Һатып алыусы ла алданмай: мал бөгөн һуйылған икән – ит бөгөн үк килеп етә. Икенсенән, фер­мерға әсе елдә сәғәттәр буйы баҙар-йәрминкәлә өшөп тороу мотлаҡ түгел һәм, өсөнсөнән, иң мөһиме – күп кенә хужалар шикелле итте ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсоп, ярты хаҡҡа алыпһа­тарҙарға тоттороп ебәрмәйһең. Ғөмүмән, һәр яҡлап һәр кемгә отошло булып сыға.
Тик бына Интернетта сауҙа селтәре ойоштороу ҙа, малға күпме бесән-он кәрәклеген белгән һымаҡ, оҫталыҡ талап итә шул. Марс ағай, ярай, техникаға “һин” тип өндәшеүселәр” рәтенән. Ҡасандыр ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлаған. Тыуған ауылында 16 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнап өлгөргән, завуч, мәктәп директоры йөгөн тартҡан. Улай ғына ла түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһында компьютерҙар һатыу һәм йүнәтеү буйынса бизнес та асҡан әле. Тимәк, һәр яҡтан да йышылған егет. Ә бына компью­терҙы тоҡандырыу өсөн ниндәй төймәгә баҫырға ла белмәүселәр бар бит арабыҙҙа. Үкенескә ҡаршы, уларға телгә алынған “ярты хаҡ”ҡа һатып алыусыларҙы һәм таныш-тоноштарын йә иһә баҙарҙы яуларға ҡала инде. Тик ауылдан килгән кешене баҙарға индерергә теләп бармайҙар шул. Индергән осраҡта ла һәр һатып алыусыны тындары менән һурыр­ҙай булып торған “нөктәләр” иркенләп һатырға ирек бирмәй. Бының өсөн генә ысулдары етерлек уларҙың.
Дөрөҫөн әйткәндә, ментали­тетыбыҙ шулайыраҡ: баҙарҙан сәс үрә тора, компьютерҙың төймәһен өйрәнергә ҡыймайбыҙ, иренәбеҙ. Шуға ла телебеҙҙә ике һүҙҙең береһе: мал аҫрау – файҙаһыҙ. Хеҙмәтебеҙҙең хаҡы сыҡмай. Тик шул уҡ ваҡытта Марс Ғималетдинов һымаҡ сауҙа ойоштора белгән егеттәр ҙә бар бит, ниңә уларҙың эштәре гөрләп бара һуң? Һөт етештерә икән, уны эшкәртеп, пакеттарға тултырып бирә, Интернетта заказдар йыйып тарата. Ә бер мәл шундай күренешкә тап булдым: егет­тәрҙең бура бурағанын онлайн-режимда күҙәтергә мөмкин ине. Тимәк, тауарҙы нисек етештер­гәндәрен үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Күренеш ҡыҙыҡһын­дыра, әлбиттә. Бик үтә ҡыҙыҡ­һынып китһәң, һатып алыусыға видеола телефон һандары ла яҙылған…
Ҡыйыуыраҡ булырға кәрәктер, моғайын. Һәр хәлдә, өйрәнәм тигән кешегә мөмкинлектәр етерлек. Марс Ғималетдинов, ана, Интернет аша сауҙа итеү серҙәре буйынса махсус курс асырға йыйына хатта. Үҙе һымаҡ егеттәр­ҙең эштәре алға китһен өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Фермер яңы киңлектәргә сыға!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500