Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш рәтен белгәс...
Эш рәтен белгәс... Ауыл хужалығы предприятиеларының күпселегендә финанс-иҡтисади хәл малсылыҡҡа бәйле. Малың ишле, уға аҙыҡ та етерлек булһа, техникаң геүләп эшләһә, уңышлы һәм табышлы көн итә алаһың. Төбәктең “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн тап шундайҙар иҫәбендә: малсылыҡта ла, үҫемлекселек өлкәһендә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Йәмғиәттең алдынғылар рәтенә сығыуына эшһөйәр һәм бөтмөр Александр Бражниковтың идара теҙгенен үҙ ҡулына алыуы булышлыҡ иткәндер, моғайын. Халыҡ та оҫта ойоштороусы, уңған рәйесте ихтирам итә, район етәкселеге лә иғтибарынан ҡалдырмай, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Шуныһын билдәләргә кәрәк: “Дружба”ла малсылыҡҡа етди иғтибар элек-электән килә, ауыр йылдарҙа ла һыйыр малын кәметеүгә юл ҡуймай, киреһенсә, арттырыуға өлгәшкәндәр.
Бында зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Әле ике мең баш симменталь, ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, йыл да көтөүгә яңы таналар индерелә. Һауынсылар һәүкәштәрҙең һәр ҡайһыһынан йылына уртаса биш мең килограмдан ашыу һөт һауып ала. Көн һайын ун тоннанан ашыу әҙер продукция Стәрлетамаҡтың “Аллат” һөт заводына оҙатыла. Бынан тыш, ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе лә булдырғандар. Был үҙ сиратында ҡаҙнаға аҙмы-күпме табыш килтерә икән.
Эш рәтен белгәс...Йәмғиәттең фермалары республикала уңышлы тормошҡа ашырылған “500 ферма” маҡсатлы программаһына ингән. Мәҫәлән, Подлесное ауылындағы һөтсөлөк фермаһында бөгөн эш механизацияланған, заманса һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар бар. Малсыларҙың хеҙмәт шарттары күптәрҙе көнләштерерлек, ял, йыуыныу бүлмәләре эшләй. Хөкүмәттән бүленгән аҡсаға ике бүлексәлә лә капиталь ремонт үткәргәндәр. Подлесное ауылындағы элекке сусҡа аҙбарын, иҫке һөтсөлөк фермаһын бөгөн танымаҫһың да. Бынан тыш, быҙауҙар өсөн айырым бина ла төҙөп ултыртҡандар.
Предприятиеның Канада технологияһы буйынса заманса һимертеү комплексында бер меңдән ашыу баш мал асыҡ һауала тотола, аҫтары ҡоро, иркен йөрөйҙәр. Ошо комплексты төҙөүгә генә лә хужалыҡ 8 миллион һум тотонған. Төҙөлөшкә киткән сығым бер-ике йылдан үҙен аҡлаясаҡ, ти белгестәр. Ел үтәнән-үтә өрмәһен өсөн тирә-яғына һалам өйөп һалынған. Әлбиттә, шарттар яҡшы булғас, һимертеүгә ҡуйылған мал тиҙ көрәйә, тәүлек артым уртаса бер килограмға етә. Комплекста ла эш тулыһынса автомат­лаштырылған, ни бары дүрт кеше хеҙмәтлән­дерә. Һимертеү май­ҙансығы янында шулай уҡ ике ҙур ангар ҙа төҙөлгән: береһендә фураж һаҡлана, аҙыҡ, ярма әҙерләнә, ә икенсеһендә техника урын алған. Әйткәндәй, ауыл хужалығы тех­никаһы йыл һайын яңыртыла. 2016 йылда, мәҫәлән, йәмғиәт паркы 90 миллион һумлыҡ техника менән тулыланған. Әле бында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара, барлыҡ техника бөгөндән сәсеүгә сығырға әҙер. Яғыулыҡ-майлау материалдарын, минераль ашламаны етәкселек көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйған, орлоҡҡа ла ҡытлыҡ булмаясаҡ. Ауыл эшсәндәренә яҙ 14 мең гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу бурысы тора.
— Мал ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлап киләбеҙ, әҙерлек кимәле юғары һәм ойошҡан булды бит. Малдар теремек һәм көр генә, — ти директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары Марат Ринат улы Әбсәләмов. — Эшселәрҙең күңеле күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡын ваҡытында бирәбеҙ, уларҙың бер генә үтенесе лә иғтибарһыҙ ҡалмай.
Бында уртаса эш хаҡы 17 меңдән ашыу. Етәкселек алдынғы механизатор Геннадий Иванов, Владимир Юраш менән Павел Рябовты һәм һауынсы Наталья Яковлеваны һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Бөгөн бында 145 кеше эш менән мәшғүл. Хеҙмәт шарттары яҡшы булғас, эшселәргә ҡытлыҡ һиҙелмәй, юғары һәм урта махсус белемле белгестәр ҙә етерлек.
“Дружба” хужалығы етәкселеге йәмғиәт биләмәһендә урынлашҡан алты ауылды ла үҙ ҡанаты аҫтына алған. Ҡыҫҡаһы, уңғанлыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе һәр ерҙә һиҙелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492