Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулында йышҡы уйнай
Ҡулында йышҡы уйнайЭшләйем тигән кеше бер ҡасан да дәүләткә зарланып, Хоҙайҙан көтөп ятмай ул. Ҡулы нимәгә оҫта – тота ла шуны кәсеп итә. Ниһайәт, һуңғы осорҙа ауыл халҡы күпләп үҙ эшен аса башланы. Ә бына Рәфис ағас эше менән оҙаҡ йылдар инде шөғөлләнә.
Ауылда ла мебель эшләп булыуына күптәр шикләнеберәк ҡарай. Кемдер йыһаз эшләгән тәжрибәле оҫталарҙың булыуына шик белдерһә, икенселәр етештергән продукцияны һатыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуасағына ишаралай. Ә бына Амангилде оҫтаһы Рәфис Абдуллин һис тә аптырап ҡалмаған, тотҡан да күңеле ҡушҡан шөғөлдө үҙ итеп, корпуслы йыһаз етештереүгә тотонған.

Бала саҡтан ағасты юнып, көйҙөрөп, тәүге ултырғыс, бәләкәй генә өҫтәл эшләгән егет уҡыуын тәүҙә Сибайҙа, артабан Магнитогорск ҡалаһында дауам итеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Быға уға Магнитогорск ҡалаһында мебель йыйыусы булып эшләүе этәргес бирә лә инде. “Үҙ эшемде асҡанда нисек булыр ине?” тигән уйын туғандары менән уртаҡлашҡас, бигерәк тә Фәнис ағаһы уны дәртләндереп ебәрә. Әйткәндәй, ул да – бөгөн Асҡарҙа танылған йорт йыһазы етештереүсе эшҡыуарҙарҙың береһе.
– Мин эш башлаған саҡта Интернет юҡ ине, клиенттарҙы йәлеп итеү маҡсатында төрлө журналдарҙы аҡтарып, йыһаз өлгөләрен эҙләгәнем әле булһа хәтерҙә, – тип һүҙ башланы Рәфис Фәнил улы. – Әсәйем Мәгниткә барһа ла, Асҡарҙа булһа ла, һәр саҡ миңә журналдар алып ҡайтыр ине. Тәүҙә үҙебеҙгә бер нисә йыһаз эшләп ултырттыҡ, артабан халыҡҡа тәҡдим иттек. Ауылдаштар бер-береһенән күреп, заказ бирә башланы. Аҙаҡ күрше ауыл, Асҡар халҡы, хатта Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан да беҙҙең эште оҡшатып, һатып алыусылар күп булды. Хәҙер бары тик заказ буйынса эшләйбеҙ.
Эште башлап ебәреүгә старт-ап программаһы буйынса дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә. Рәфис, урам эсендәге аласыҡты оҫтахана итеп үҙгәртеп, унда мейес сығарып, 300 мең һум аҡсаға кәрәкле станок һатып ала. Әҙер кәрәк-яраҡты Магнитогорск ҡалаһынан күмәртәләп килтерә, заказ биреүселәр йыһаздың төрлө төҫтәгеһен һайлай, шуға күрә эшҡыуарға һәр клиенттың теләген үтәргә тура килә. Эскиз әҙер булғас, заказ биреүсегә күрһәтелә, уның тәҡдимдәре иғтибарға алына. Күңеленә оҡшаған, һәр кемдең зауығына тап килерлек йорт йыһазы тәҡдим иткән, арзан хаҡҡа эшләгән, сифатлы һәм матур мебелде һатып алыусыларҙың булыуы – эшҡыуар өсөн оло шатлыҡ. Бигерәк тә аш бүлмәһе гарнитуры, өс һәм ике ишекле шифоньер­ҙар, өҫтәлдәр һораусылар күп, ти оҫта.
Ҡулында йышҡы уйнайЭшҡыуарға ауылдың алтын ҡуллы оҫтаһы Йәмил Сәғәҙәтов ярҙам итә, заказ күп булған саҡта ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә. Шулай уҡ Фәнис ағаһы менән дә кәңәшләшеп ала. Кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам итәләр.
“Һаман булһа ҡапҡа эсенән сығып булмай”, – тип зарланып та ҡуя геройым, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, ниндәйҙер эске тойғо дөрөҫ юлда булыуыма ишаралай, ти. Тырыш һәм булдыҡлы Рәфис Абдуллин район үҙәгендә йорт һала, яҡын арала уны бөтөрөп, ғаиләһе менән күсергә хыяллана ул. “Йорттағы бар йыһазды ла үҙегеҙ эшләйәсәкһегеҙме?” – тигән һорауыма ул, йылмайып: “Күптән эскиздар әҙер, ҡайҙа нимә ултыртырға”, – тип яуапланы. Яңы йортҡа күсенеүҙе бигерәк тә кескәй Сафия ашҡынып көтә, сөнки атаһы ҡыҙына үҙ ҡулдары менән семәрләп яңы карауат эшләп бирергә һүҙ биргән.
Райондың әле урман төбәгендә, әле ялан яғында машинаһына әҙер йыһаз тейәгән эшҡыуарҙы көн дә тиерлек осратырға мөмкин. Үҙ магазинын булдырып, мебель цехы асыу хыялы менән янған Рәфис Абдуллиндың изге теләк­тәренең тормошҡа ашасағына иманым камил, сөнки үҙ һөнәрен яратҡан, көндө төнгә ялғап эшләгән уңғандарға уңыш үҙе йылмая.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 323

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 496