Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөт етештерергәме, итме?
Һөт етештерергәме, итме? “Ауыл яҙмышы – фермерҙар ҡулында” тигән фекер бөгөн ниндәйҙер кимәлдә элекке лозун­гтарҙы хәтерләтеп ҡуйғандай. Хәйер, һүҙҙең дөрөҫлөгөн берәү ҙә инҡар итмәҫ. Ысынлап та, ауылда фермерҙар бар икән, тимәк, ул йәшәйәсәк. Бөгөн тап улар төпкөлдөң яҙмышын хәл итә, киләсәген билдәләй.
Ҡасандыр гөрләп торған Ме­рәҫ ауылының яҙмышы ла маҡ­танырлыҡ түгел: мәктәп башлан­ғыс белем биреүгә генә ҡайтып ҡалған, “Таналыҡ” колхозының гөрләп торған осорон сағыл­дырған ферма биналары һерәйеп ултыра. Ярай әле, уныһын да башҡа яҡтарҙағы кеүек емереп бөтмәгәндәр, һаҡлап алып ҡалғандар. Бөгөн ошо емерек биналарға ҡайтанан ҡот ҡайта­рыусылар, уларға йән керетеү­селәр табыла.
Шундайҙарҙың береһе – Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаев. Данлыҡлы механизатор, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләк­ләнгән Ғәбит Ғәббәс улының берҙән-бер улы Ғиззәт тә бала саҡтан ер эшен яратып үҫә, техника менән ҡыҙыҡһына. Ергә булған һөйөүе уны “Йылайыр” совхоз-техникумының агрономия бүлегенә алып килә. Уҡыған са­ғында уҡ тырыш егет каникул ва­ҡытында атаһы янына комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә сыға.
Ҡулына диплом алғас, Ғиззәт Ямантаев Ватан алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Артабан атаһының хеҙмәтен дауам итеп, туған колхозында эшкә ҡала. Башта агроном-орлоҡсо була, артабан баҫыусылыҡ буйынса тир түгә. Хужалыҡтың баш агрономы булып та эшләп ала йәш белгес. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, колхоз-совхоздарҙың тарҡалыу еле данлыҡлы “Таналыҡ” колхозын да урап үтмәй.
Колхоз тарҡалғас, Ғиззәт Ғәбит улы “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалында эшен дауам итә, әммә күңеленә һәр саҡ бер уй тынғылыҡ бирмәй. Йылдар дауамында туплаған тәжрибә, атаһы өйрәткән эш алымдары үҙенең предприя­тиеһын асырға ваҡыт еткәнлеген иҫкәртә. Төрлөсә уйлап ҡара­ғандан һуң, ул малсылыҡ тармағы буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырырға ҡарар итә. Яңы эш башлау өсөн шәхси хужалыҡта булған ете баш һыйыр малы, “Т-25” тракторы, “Нива” комбайны, тағылмалы “ЖВП-6” урғысы, тырма, сапҡыс һәм “ГАЗ-53” автомашинаһы ярап ҡала. 2015 йылда “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡат­нашып, 1 миллион 350 мең һум­лыҡ грант яулай. Был субсидияға райондың “Алғаҙы” хужалығынан 31 баш башмаҡ һәм бәләкәй пресс-йыйғыс һатып ала. Бөгөн фермерҙың мал һаны 50-нән ашҡан. Мал ҡараусы Илфат Сөләймәнов менән һауынсы Зәкирә Ғазинаға эш урындары булдырылған. Элекке буш торған бинаны ҡуртымға алып, унда ремонт эштәре башҡарғандар. Фермаға яҡтылыҡ төшөрөүҙә проблемалар осраһа ла, уны эшҡыуар үҙенсә хәл иткән. Бөгөн бинаны һатып алырға иҫәбе бар, әле документтар туплай.
Ҡыш осоронда һәр һыйырҙан етешәр литр самаһы һөт һауыла, уны ҡатыны Миңлегөл Рәйес ҡыҙы үҙе айыртып, май-ҡаймағын әҙерләй, эремсек яһай. Аҙна һайын ғаилә Сибай баҙарына һөт продукцияһын һатырға йөрөй. “Ни өсөн тап Сибай, ә Баймаҡта һатып алыусылар юҡмы?” тигән һорауға: “Һәр ерҙә һәр кемдең үҙ һатып алыусылары, баҙарҙа ла конкуренция көслө”, – тип йылмайҙы ғаилә башлығы.
– Һөттөң хаҡы бик түбән, Мәләүез һөт комбинаты беҙҙән литрын 16 һум менән ҡабул итә, баҙарҙа мин уны 40 һумға һатам. Үҙебеҙҙә етештерелгән һөт продукцияһының хаҡы ҡайһы осраҡта уның өсөн түгелгән сығымды ла ҡапламай. Шуға күрә артабан мал һанын 100 башҡа тиклем еткереүҙе күҙ уңында тотоп, тик ит йүнәлешендә махсус­лашырға уйлайым. Итләтә һатыу күпкә табышлыраҡ, – ти Ғиззәт Ямантаев.
Бәғзе бер эшҡыуарҙар өсөн һөт етештереү табышлы булһа, ҡураһында аҙыраҡ һыйыр малы булғандар өсөн ит көйөнсә һатыу отошлораҡ күренә. Нисек кенә булмаһын, “ҡулы ҡыбырлағандың ауыҙы ла шапылдай” тигән әйтемде онотмайыҡ әле.
Йүнсел хужа тормош иптәше менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Алтынай Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһының Х класында белем ала, улы Саф­уан Баймаҡ лицей-интерна­тында уҡый. Аҙна һайын ҡайтып, ата­һына йорт эштәрендә ярҙамлаша, шәхси ихатала торған таналарҙы тәрбиәләй, һарыҡтарҙы ашата. Тыуған ерендә ышаныслы баҫып торған ауылының киләсәген ҡайғыртҡан Ғиззәт Ямантаев кеүек йүнселдәр һәр ауылда булһын ине, тигән уйҙар менән ҡайттым был сәфәрҙән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500