Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ауылда ситтән килгәндәр эшләмәй...”
“Ауылда ситтән килгәндәр эшләмәй...” Һуңғы ваҡытта Баймаҡ райо­нында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү маҡсатлы программаһы уңышлы эшләй. Агросәнәғәт комплексы төбәктең иҡтисадын нығытыуҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Ишмырҙа ауылындағы “Радик Рәсүлев” хужалығы – районда тотороҡло эшләп килгән, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙең береһе.
Төрлө хужалар йыш алма­шынған “Байҡара” йәмғиәте бөлгөнлөккә төшөп, мал һаны кәмей башлағас, район етәк­селеге тармаҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатында Төркмән ауылында йәшәгән өмөтлө йәш фермер Радик Ғәйнислам улын эшкә саҡыра. Йәш етәксегә тарҡала башлаған хужалыҡты тергеҙеү еңелдән булмай, әммә үҙенең тырышлығы менән бар ауыр­лыҡтарҙы еңеп сыға. Эшен үҙ бурысына яуаплы ҡараған эшсән­дәр туплауҙан башлай һәм отолмай.
Бөгөн унда туғыҙ кеше тир түгә, яҙғы сәсеү һәм уңыш осоронда өҫтәмә рәүештә эшсе көс йәлеп ителә. Районда тәү­геләрҙән булып Радик Рәсү­левтең хужалығы эш хаҡын банк картаһына күсерә. “Күңелде иң әрнеткәне – йәштәрҙең эшкә килмәүе. Ата-әсәһенең елкә­һен­дә ятһа-яталар, әммә фермаға эшкә сығыуҙы ниндәй­ҙер бер кәмселек кеүек ҡабул итәләр. Эш шарттары көндән-көн яҡшы­ра, хеҙмәт хаҡы күтә­релә, әммә теләүселәр юҡ”, – ти хужалыҡ етәксеһе.
Беҙ барғанда фермала эш ҡайнай ине: һыйырҙар ялан кәртәлә көйшәй, яңы тыуған бы­ҙауҡайҙар йылы ҡурала рәхәт­ләнеп мөңрәшә. Йыл башынан утыҙҙан ашыу быҙау алынған. “Тиҙҙән уларҙың һаны ике тапҡырға артасаҡ”, – ти бригадир Айнур Вәлишин.
– Мал ҡышлатыу яҡшы бара, мал аҙығы етерлек тупланды. 350 тонна бесән, 1 мең 300 тонна силос менән сенаж әҙер­лә­гәйнек, әле шуларҙы кинәнеп ашатабыҙ. Бөтәһе 300 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, көнөнә 800-900-әр литр һөт һауабыҙ, йәйгеһен был күрһәт­кес 1 мең 300-гә барып етә. 40-тан ашыу йылҡыбыҙ тибенлектә йөрөй, – ти Айнур Азамат улы. Хужалыҡтың һөтө Мәләүез һөт комбинатына оҙатыла, уны көн һайын үҙҙәре килеп ала.
Республикала малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программалары уңышлы эшләй. Улар буйынса малсылыҡ продукцияһы етештереүселәргә ферма ҡураларын, уларҙың ҡорамалдарын заманса яңыр­тыуға, тоҡомло мал алыуға ҡаҙнанан аҡса бүленә. Радик Ғәйнислам улы фекеренсә, был программаларҙың барыһы ла ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн уйланылып бөтмәгән. Дәүләт ярҙамын алыу өсөн бихисап документ йыйыу, уларҙы туплап та, артабан үткәрмәүҙәре эш башлаусы күптәрҙең күңелен төшөрә.
– Бөгөн ауылда ҡайҙандыр килгән сит берәүҙең эшләмәүе көн кеүек асыҡ, ошо ерҙә төпләнгәндәрҙең ҡулынан һәм хәленән килгән программалар ҡабул иткәндә, күпкә отошлораҡ буласаҡ. Ауыл халҡы элек-электән мал көтөүгә күнеккән, бөгөн унан табыш алыу юлын ныҡлап өйрәнеү мотлаҡ. Әйткәндәй, үҙебеҙ етештергән продукцияны тейешле хаҡҡа ҡабул итеү йәки һатып алыу буйынса ла республикала ярҙам итерлек программалар эшләү – заман талабы. Шунһыҙ ниндәй генә субсидиялар бүленһә лә, ниндәй генә ярҙам булһа ла, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары алға китә алмаясаҡ, – ти йәш фермер.
Радик Рәсүлевтең пландарына килгәндә, улар аныҡ һәм маҡсатҡа ярашлы – киләсәктә мал һанын арттырыу, ферманы тулыһынса заманса ҡорамал менән йыһазландырыу, мал ҡураларын ремонтлау, хужа­лыҡты районда иң яҡшы һөт-тауар фермаһына әйләндереү. Шулай уҡ игенселек йүнәле­шендә лә маҡсатлы эш алып барыу шарт. Үткән йыл ишмырҙалар районда тәүге­ләрҙән булып Алтай крайынан көнбағыштың “белоснежный” сортын һатып алып сәскән һәм ярайһы уҡ уңыш алған. Файҙалы компоненттары буйынса кукуруздан бер ҙә ҡалышмаған был үҙенсәлекле үҫемлекте быйыл күберәк сәсергә хыяллана хужалыҡ етәксеһе


Автор: К. УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487