Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡулы оҫта, күңеле матур
Таныштарым бихисап, улар менән тығыҙ аралашып ғүмер итәбеҙ. Улай ғына ла түгел, һәр йәһәттән ярҙам итешеп торабыҙ. Һүҙем – Солтанғол Фәхрәзиев тураһында.
Егет хәрби бурысын үтәгәс, Башҡортос­танға килеп төпләнә. Дөрөҫөрәге, Ҡариҙел районының урман хужалығында ботаҡ сабыусы булып эшкә урынлаша. Яңы Муллаҡайға күсенеп килеп, тағы урман хужалығында ағас ҡырҡа, һал ағыҙа. Ағас эшкәртеүҙең бик ауыр хеҙмәт икәнен үҙ елкәһендә татығандан һуң алты йыл кешегә ялланып төрлө эш башҡара, дүрт йыл Яңы Муллаҡай йүнселен байыта.
Шунан: “Етте, кемгәлер бил бөккәнсе, үҙемә эшләйем”, — тип өйөндә ағастан йыһаз етештерә башлай. Һәләте нәҫеленән килә икән, атаһы ла балта оҫтаһы була. Атай кеше бәләкәйҙән улын да эшкә өйрәтә. Әйткәндәй, ул бура бурай, урындыҡ, ишектәр яһай. Унан әле нимәләр етеш­тереүен һорайым. Орсоҡ ослауын, тал сыбығынан кәрзин үреүен, ҡайын туҙынан төрлө ҙурлыҡтағы һауыттар яһауын, балта, сүкеш һабы кеүек кәрәк-яраҡ етештереүен һөйләне, биҙәкле көйәнтәләр, саңғылар, тәҙрә йөҙлөктәре, ултырғыс, һандыҡ, аҡса һауыттарын да яһай икән.
Саңғының ниндәйен генә етештермәй. Хәйер, бер төп ағастан бер пар саңғы килеп сыға тиеү төптө хата икән. Баҡтиһәң, төньяҡҡа ҡарағаны – сағыштырмаса йоҡараҡ, ә көньяҡҡа баҡҡаны, киреһенсә, ҡалын булыусан. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алған оҫта яңылышмай. Солтанғол Солтанғәле улы уларҙы һунарға сығыу, бейек тауҙарҙан эйеү, болонда йөрөү өсөн дә бөгә.
Был тарафтарҙа йүкә урмандары шаулай. Ошо ағасты эшкәртеү шул тиклем еңел, ярыла һалып та бармай. Күпселек оҫта уға өҫтөнлөк бирә.
Һүҙ ебе ғаилә усағына барып ялғана. Һөйләүенсә, Рәфиәне байтаҡ ҡына күҙәтеп йөрөй. Дөрөҫ, балаһы бар, өҫтәүенә үҙенән дүрт йәшкә олораҡ та. Ҡыҫҡаһы, бер-береһен оҡшатҡан, һүҙҙәре лә берегә. Икеһе лә яңғыҙлыҡтан туйған. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар. Бер нисә йылдан ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп улдары Марат тыуа.
Тик тормош шатлыҡтан ғына тормай шул. Өйҙәре янып китә, кәләше менән йыйған бар мал-мөлкәте бер нисә сәғәт эсендә көл-күмергә әйләнә. Фажиғәнән һуң өҫтәрендәге кейем менән генә урамда тороп ҡалалар, әммә тырыш заттар төшөнкөлөккә бирелмәй. Ике фатирлы иҫке ағас өйҙөң бер яғын һатып алалар, шул уҡ ваҡытта баяғы урынға бурсанан өй һалалар.
Ҡул эштәрен һатыу мәсьәләһен яңынан ҡуҙғатам.
– Бөгөн оҫтаханамда ниндәй генә әйбер юҡ, халыҡтың һорауы мотлаҡ иҫәпкә алына. Нимә кәрәк, шуны етештерәм. Тауарымды машинама тейәйем дә баҙарға ашығам. Мишкә, Асҡын, Бөрө, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы райондарында көтәләр мине, хатта күрше Татарстанға ла барып сығам. Етмәһә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург күргәҙмә­ләрендә лә ҡатнаштым әле. Ижад емеш­тәрем менән ҡыҙыҡһыналар, әйберҙәрем янында фотоға төшөүселәр ҙә етерлек, – тип ҡәнәғәт йылмая Солтанғол ағай.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500