Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнтөйәген гөл итмәксе
Йәнтөйәген гөл итмәксе Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, уларҙың һанын арттырыу маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был өлкәгә яңы фермерҙарҙы ылыҡтырыу өсөн Хөкүмәт тарафынан маҡсатлы программалар булдырыла һәм, иң мөһиме – һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Бөгөн Борай районында ла үҙ эшен булдырып, яҙмышын нәҡ ауыл менән бәйләргә уйлап, уңышлы ғына эшләп киткән фермерҙар байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: улар төбәктең ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Борай ауылынан Ҡәҙим Фәрхетдинов, 20 йыл Себерҙә нефть промыслаһында тир түккәндән һуң, тыуған яғына ҡайтып, үҙен ауыл хужалығы өлкәһендә һынап ҡарарға йөрьәт итә. Ҡасандыр Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған егет яңы өлкәне үҙләштереүгә ең һыҙғанып тотона.
– Мин бит ауыл малайы, бала сағым мал араһында үтте. Шуға ла малсылыҡ миңә һис ҡасан сит булманы, киреһенсә, үҙенә тартып торғандай булды, – ти фермер Ҡәҙим Ҡәнәфи улы. – Күптәр әле булһа аҡсалы урынды ҡалдырып, мал аҫрауға тотоноуыма ғәжәп­ләнә. Әммә һис кенә лә үкенмәйем был шөғөлдө үҙ итеүемә.
Йәнтөйәген гөл итмәксе2010 йылда ғаиләһе менән Себер тарафтарынан күсеп ҡайтҡас, Ҡәҙим Ҡәнәфи улы “романов” тоҡомло һарыҡ үрсетергә ҡарар итә һәм “Алтын ҡуй йөнө” хужалығы ойоштора. Шөкөр, туғандары ла, район хакимиәте лә уның был ҡарарын бары хуплай ғына. Интернет сығанаҡтары аша “романов” тоҡомло һарыҡ үрсетеүҙең серҙәрен ныҡлап өйрәнә, ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшмәкәрлек алып барған хужалыҡтарға барып тәжрибә туплай. “Әлбиттә, тәүге көндәрҙә эш башлап китеүе ауыр булды, әммә тырышлыҡ, түҙем­лелек үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Ҡатыным да терәк булды, бөгөн күптәргә рәхмәтлемен”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Ҡәҙим Фәрхетдинов.
Тәүҙә фермер Асҡын районынан крәҫтиән (фермер) хужалығынан 15 баш “романов” тоҡомло һарыҡ малы һатып ала. Көтөүгә шәхси ихата­һындағы һарыҡтарын да ҡуша. Яйлап уларҙың һанын 100-гә еткерә. Район хакимиәте ярҙамы менән 53 гектар ер алыуға өлгәшә. Фермерҙың 650 гектар ере бар, унда ул күп йыллыҡ үләндәр үҫтереп, мал аҙығы етештерә. Ер эшкәртеү өсөн техника паркы бай, трактор, йөк машинаһы, прицептар, комбайн хәстәрләгән. Паркты әленән-әле яңыртып та тора икән.
Мал һаны ишәйә башлағас, ул иркен өс һарыҡ аҙбары төҙөп ултыртҡан, ялан кәртәләр, яңы тыуған бәрәстәргә йылы ҡуралар булдырған. Бөгөн кәртә-ҡуралар заманса йыһазландырылған, һыу, яҡтылыҡ, йылылыҡ үткән, видео­күҙәтеүҙәр ярҙамында эш барышы тикшерелә.
2013 йылда “Яңы эш башлаусы фермер” республика маҡсатлы программаһына инеп, Ҡәҙим бер миллион һумдан ашыу аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшә. Техника, мал һатып ала. Әле көтөүҙә 1500 баш һарыҡ малы иҫәпләнә, шуның 700-ө – инә һарыҡтар. Бөгөн улар бәрәсләй башлаған. Етәкселек белдереүенсә, ҡыҙыу осорҙа ҡуйсылар 1200 – 1500 бәрәс ала икән. Тимәк, көтөү һаны күпкә артасаҡ, сөнки һарыҡтар йылына ике тапҡыр бәрәсләй.
Шүнәк ауылына йән һәм йәм биреп ултырған һарыҡ фермаһы ауыл осонда урынлашҡан. Һүнеп барған ауылға Ҡәҙим Ҡәнәфи улы яңынан йән өргән, тиһәң хата булмаҫ, моғайын. “Киләсәктә был урындарҙы гөл итәсәкмен, ауылға ингән ер матур һәм төҙөк булырға тейеш” тип хыяллана ул.
Фәрхетдиновтарҙың эшен “ғаилә бизнесы” тип атарға мөмкин. Ҡатыны Эльза Радик ҡыҙы ветеринар-фельдшер булып эшләй, малдарҙың һаулығы өсөн нәҡ ул яуап бирә, төрлө дарыуҙар менән тәьмин итә. Балалары ла һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, туғандары ла йәй-көҙ уларға булыша.
Хужалыҡта һигеҙ кеше эш менән мәшғүл. Малсыларға уңайлы шарттар булдырылған, йылы һәм иркен йорт төҙөп ултыртҡандар. Күрше ауылдан килеп эшләгәндәргә бүлмә ҡаралған, мунса бар. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, әле уртаса хеҙмәт хаҡы бында 15 мең һум тәшкил итә.
Ҡәҙим Ҡәнәфи улын бөгөн республикала, районда ғына түгел, күрше республика-өлкәләрҙә лә яҡшы беләләр, уның эшмәкәрлеге менән йыш ҡыҙыҡһыналар. Тоҡом­ло һарыҡ малын һатып алырға тип хатта Ҡаҙағстандан да киләләр икән. Ә бына сифатлы һарыҡ йөнөн Татарстандың Кукмара ҡалаһы эшҡыуарҙары яратып ала. Быйма, кейеҙҙән башҡа кәрәк-яраҡ етештергән фирма менән ике яҡлап килешеү төҙөлгән.
Оло йөрәкле фермер ауыл Советы биләмәһе менән дә тығыҙ бәйләнештә, төрлө сара-байрамдар үткәреүҙә бағыусылыҡ итә. Уның киләсәккә уй-хыялдары ла ҙур, артабан һарыҡ­сылыҡ тармағын үҫтереүҙе, ер майҙанын арттырыуҙы маҡсат итеп алған.
– Тырышҡан кешегә Хөкүмәт тарафынан һәр яҡлап ярҙам һәм яҡлау күрһәтелһә, матур итеп эшләргә була, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, – ти фермер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584