Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил эшенә егелгән “Илеш”
Ил эшенә егелгән “Илеш” Республика ауыл хужалығы предприятиеларында – мал ҡышлатыуҙың ҡыҙыу һәм тынғыһыҙ осоро, әле һыйырҙарҙың быҙаулау ваҡыты. Шуға күрә алынған үрсемде һау-сәләмәт килеш һаҡлап, мул продукция етештереү йүнәлешендә тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.
Ил эшенә егелгән “Илеш” Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре Рәмил Рифҡәт улы Нурыев етәкселегендәге “Илеш” ауыл хужалығы кооперативы төбәктә алдынғыларҙан иҫәпләнә. Бында, нигеҙҙә, үҫемлекселек менән шөғөллә­нәләр, һуңғы йылдарҙа малсылыҡҡа ла ныҡ иғтибар бүлә башлағандар. 2014 йылда уҡ “500 ферма” республика маҡсатлы програм­маһына ингән кооператив хеҙмәткәрҙәре, ҡышлатыу осорона ныҡлы һәм етди әҙерләнеп, йәй-көҙ айҙарында үҙ көстәре менән кәртә-ҡураларҙы төҙөкләндереп, ағартыу, дезинфекция эштәре башҡарған. Улар тырышлығы менән фермаларҙа иҙәндәр тулыһынса алыштырылған, быҙау ояларына ла яҡшы ремонт үткәргәндәр. Хужалыҡта Илеш ауылынан 22 кеше эш менән мәшғүл, етәкселек уларҙың тырыш һәм дәртле халыҡ булыуын билдәләне.
Хужалыҡтың 1800 гектар ере бар, баҫыуҙар тәрбиәле һәм ҡараулы, буш ятҡан майҙан­дарҙы осратмаҫһың. Былтыр мул ғына уңыш алыуға өлгәшкәндәр, бөгөн келәттәр сифатлы орлоҡтар менән тулы, тимәк, яҙғылыҡҡа орлоҡҡа ҡытлыҡ булмаясаҡ. Әйткәндәй, бында үҫтерелгән элиталы орлоҡто һатып алыусылар байтаҡ, хатта күрше Татарстандан да килеп алалар икән. Сифатлы орлоҡ һатыуҙан хужа­лыҡ ҡаҙнаһына байтаҡ ҡына аҡса инә. Был табыш техника һатып алыуға, уларҙы ремонт­лауға тотонола. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: предприятие паркы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техникаға бай, йыл һайын тиерлек уларҙы яңыртып торалар, иҫкеләрен дә ремонтлап эшкә егәләр. Әле урамда ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡ оҫтаханаларында ҡыҙыу осор, ир-егеттәр яҙғы сәсеүгә техниканы тикшереп, ремонт үткәрә, запас частар туплай. Меха­низаторҙар Рәмил Сәрүәров, комбайнсы Радик Нурыев, водитель Илгизәр Ғәлиуллин баҫыуҙа ла, ферма эштәрендә лә алдынғылыҡ күрһәтә. Етәкселек, уңғандарҙы яратып, “уларһыҙ эш ырамһыҙ” тип маҡтай. Яғыулыҡ материалдарына ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр, булдыҡлы хужалар уларҙы алдан әҙерләп, яҙғы баҫыу эштәренә хәстәрләп тә ҡуйған.
Ил эшенә егелгән “Илеш”– Беҙҙең төбәктә үҫтерелгән орлоҡҡа элек-электән ихтыяж ҙур булды, әле лә төрлө төбәктәр менән килешеүҙәр төҙөлгән. Шуға ла үҙебеҙҙең продукцияның сифатын ғына түгел, данын юғалтмаҫҡа тырышабыҙ, – ти хужалыҡ рәйесе Рәмил Нурыев.
Элекке “Илеш” колхозынан ҡалған фермалар заманса йыһазландырылған, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Эш барышы видеокүҙәтеүҙәр аша тикшерелә. Малсыларға эштән һуң рәхәтләнеп ял итергә лә, йыуынырға ла мөмкинлектәр бар. Бөгөн бөтә эш автомат­лаштырылып, ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек. Бер йыл элек 200 баш һыйыр малына өр-яңы ферма төҙөп ҡуйғандар. Бында әле биш йөҙләп мал аҫрала, шуның 200-гә яҡыны – һауын һыйыры. Кооператив етәкселеге килә­сәктә мал һанын тағы ла арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Март айында көтөү 40 баш ҡара-сыбар тоҡомло таналар менән тулыланасаҡ.
– Шөкөр, ҡышлатыу миҙгеле ойошҡан рәүештә бара, аҙыҡ мул, бесән-һалам, силос-фураж етерлек күләмдә бирелә, – ти ферма мөдире Шамил Рәхимов. – Малсыларҙың эшкә көс-дәрте ташып тора, һәр кем йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара.
Һауынсылар Гөлсәсәк Ғәлиуллина, Рифа Назарова, Зөлфирә Нуриманова, быҙау ҡараусылар Лена Сабирова, Ирина Зыязова, көтөүселәр Рифҡәт Әхмәтшин, Зөфәр Сит­дыҡов хужалыҡтың алдынғылар исемлегендә. Белгестәргә ҡытлыҡ юҡ, юғары йә булмаһа урта махсус уҡыу йортон тамамлап эшкә килеүселәр байтаҡ. Һәр белгескә махсус бүлмә булдырылған. Хаҡлы ялға сығыусыларға алмашҡа йәштәр бар, бөгөн хатта күрше ауылдарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итәләр икән. Ҡасандыр оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына киткәндәр ҙә ҡабаттан тыуған яҡтарына ҡайтып, эшкә урынлаша. Әлбиттә, хеҙмәт хаҡының юғары булыуы, ваҡытында түләнеүе күптәрҙе ылыҡтыра. Бынан тыш, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай бесән-һалам бүленә, теләгәндәр эш хаҡына быҙау ала. Уңған һауынсылар йыл һайын бер һыйырҙан дүрт мең литрҙан ашыу һөт һауып ала. Юғары сортлы һөттөң литрын 23 һум менән “Илешмолоко” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыралар. Түләүҙә тотҡарлыҡ­тар юҡ, йәмғиәт һөттө үҙ машинаһында ташый. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәт хаҡы түләүгә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
Әле кооперативта һыйырҙар быҙаулай. Шуныһы ла мөһим: хужалыҡта яһалма ҡасырыу эше һәйбәт ойошторолған. Ветеринар Мансур Нурыевтың үҙ эшенә яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә, быҙауҙарҙың үлеме күҙәтелмәй. Уларҙы 23 йыл ауыл хужалығында хеҙмәт иткән, Башҡортостан Республикаһы Хөкү­мәтенең “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Ирина Зыязова тәрбиәләй. Быҙауҙарға йылытылған һөт эсерә, бесән бирә. Йәш быҙауҙарҙың ҡураһында иҙән күтәртелеп эшләнгән, ҡоро һәм таҙа.
Малсылар ҡышлатыу осорон уңышлы үткәреп, мул продукция алыу, мал һанын һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 758

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586