Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Татлы шөғөл оҫтаһы
Татлы шөғөл оҫтаһы Көндәлек эшмәкәрлектән тыш ниндәйҙер өҫтәмә шөғөлдәре булғандарҙың тормошо ҡыҙығыраҡ тигән фекер менән күптәр килешер. Ниндәй өлкәгә бағышланмаһын, күңелгә яҡын һөнәр һәр кемгә оло ҡәнәғәтлек килтерә. Хәҙерге ҡатмарлы заманда уның аҙмы-күпме матди табыш биргәне, әлбиттә, икеләтә файҙалы. Ауылда буй еткереп, яҙмыш ҡушыуы буйынса артабанғы ғүмерҙәрен ҡалала дауам иткән күп кенә замандаштарыбыҙ бала саҡтарында һәм йәшлек йылдарында үҙ иткән шөғөлдәрен яңы шарттарҙа ла уңышлы дауам итә. Бөгөн үҙенең етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ир-уҙаман Роберт Минәжев – шуларҙың береһе. Ул – татлы һөнәр оҫтаһы.
Краснокама районының хозур тәбиғәтле Баҫҡытау ауылында үҫкән Роберт ағай. “Уның тормош юлы тиҫтерҙәренекенән әллә ни айырылмай” тигән дөйөм һүҙҙәр хеҙмәт ветеранына бигүк тура килмәй. Эйе, һигеҙ йыллыҡ мәк­тәпте тамамлағас, ҡалаға яҡын йәшәгәндәрҙең күптәре кеүек, ул да һөнәрселек училищеһына юллана. Һәр ерҙә һәм һәр ваҡытта ла кәрәкле булған электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсегә, артабан хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса шофер­лыҡҡа уҡып сыға. Тыуған ил алдындағы бурысын Байкал аръя­ғында, Аргун йылғаһы бу­йындағы Ҡытай менән дәүләт сигендә үтәй, водитель булып, хәрби йөк ташый.
Ҡайтҡас, үҙенә нығыраҡ оҡшап киткән ошо эшен дауам итә: тағы ла йөк машинаһын йүгәнләй. Бына ошонда Роберт Минәжевте ниндәйҙер дәрәжәлә йәштәш­тәренән айырып торған үҙенсә­лек­тәрҙе билдәләргә кәрәк. Әрмегә тиклем тәүге һөнәрен алған егет Нефтекама ҡалаһы­ның ғына түгел, республика һәм хатта бөтә ил тарихына оло ваҡиға булып инеп ҡалған яһалма күн етештереү комбинаты корпустарын күтәреүҙә ҡатнаша. Үҙ тармағы буйынса бөтә Европала иң ҙур һәм ҡеүәтле предприятие буласаҡ “Искож”ды сафҡа индереү ул саҡтарҙа “Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшө” тип иғлан ителгәйне. Хеҙмәт ветераны донъяла билдәлелек алған Нефтекама автозаводын төҙөүҙә ҡатнашыуы тураһында ла ейән-ейәнсәрҙәренә бөгөн оло ғорурлыҡ менән бәйән итә.
Ҡыҫҡаһы, “Сельхозтех­ника”­ның Краснокама район берекмә­һендә, “Башэлектромонтаж” ойошмаһында меңәрләгән тонна йөк ташып, артабан ике тиҫтә йыл янғын һүндереү отрядында тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыға ул. Дөйөм стажы – ҡырҡ йылдан ашыу. Ошо дәүер эсендә үҙенә бер киҫәтеү ҙә булмаған, гел маҡталып ҡына йөрөгән. Коммунистик хеҙмәт ударнигы, күп тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе”... Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы тырыш руль хужаһына “Ауыл хужалығы йөктәрен ташыу алдынғыһы” тигән исем дә биргән. Краснокама районының һәм Нефтекама ҡалаһының Маҡтау грамоталарын, янғын һүндереүселәр айырыуса хөрмәт иткән “Бурысына тоғролоҡ” билдәһен дә ҡәҙерләп һаҡлай ветеран.
Роберт Камалетдин улы ошо осор арауығында яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡалған. Үҙенә исемләнгән тәүге күсте IV класта уҡығанда Ғәзиз олатаһы менән бергә япҡан булһа, хәҙер инде уның бал ҡорто бағыу стажы ярты быуаттан артып киткән.
— Умартасы һөнәре ике яҡ ата-бабаларымда ла быуындан быуынға күсә килгән, — тип һөйләй татлы һөнәр оҫтаһы. – Ир-егеттәрҙең барыһы ла ҡортсо булған, улдарын нескә билдәрҙе ҡарау серҙәренә иртә өйрәт­кәндәр. Ейәнем Арыҫлан да миңә ярҙамсы булып үҫеп килә...
Халыҡ шағиры Тимер Йосо­повтың шиғри юлдарындағыса:
Килештерә алмам, ахыры,
Ҡала малайы булып.
Ҡалырмын мин ҡара ерҙең
Ҡара малайы булып,

тигәндәй, Роберт ағай, ҡалала йәшәһә лә, башлыса ауыл кешеһенеке һаналған шөғөлдән айырылмаған. Элегерәк ҡорт ҡарауға хөкүмәт эшенән ҡалған бар буш ваҡытын арнаған. Күп кенә ҡыйынлыҡ­тарҙы еңеп, тәүге өйөн дә, әлеге заман­саһын да шәхси йорттар биҫтәһендә һалған. Хәҙер ихатаһында ҡуйыл­ған талаптарға һәм шарттарға ярашлы умарта баҙы бар, кәрәк-яраҡты әҙерләү өсөн махсус оҫтахана йыһазландыр­ған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тулы­һынса яратҡан һөнәренә сумған.
Умартасы эшенең бар нескәлектәрен, әлбиттә, ҡортсо­лар үҙҙәре генә белһә лә, халҡыбыҙҙың татлы ризығын яратыусы­ларҙың күбеһе умартасы мәшәҡәттәрен асыҡ күҙ алдына килтерә. Роберт ағай умарталарының бер нисәһен йорт янына ултыртһа ла, уларҙың төп өлөшөн йәй барышында баллы ағас һәм сәскәләр үҫкән ерҙәргә күсереп йөрөтә, ҡаланан ситтәрәк урманда ваҡытлыса умарталыҡ та йыһазлап ҡуя. Йыл үҙенсәлектәренә һәм һауа шарттарына ҡарап, миҙгелгә бер тоннаға яҡын бал айырта. Тәмле һәм файҙалы ризыҡтың үҙҙә­ренән һәм туғандарынан артҡа­нын хәләл ефете Миңзәлә апай менән ҡалала ойошторолған йәрминкәләргә сығаралар, таныштары ла, Себер тарафтарынан ҡайтҡандар ҙа бик теләп һатып ала. Шулай итеп, күңеленә яҡын шөғөл йүнселгә ниндәйҙер күләмдә матди файҙа ла килтерә.
Ҡортсолоҡҡа арналған махсус әҙәбиәт, Интернет мәғлүмәттәре менән дә даими танышып бара Роберт Камалетдин улы. Башҡортостан умартасыларының Ауырғазы районында уҙған I республика форумында ҡатнашып, күп файҙалы кәңәштәр ишетеп ҡайтҡан. Башҡорт балын донъя күләмендә танытыу өсөн янып йөрөгән арҙаҡлы шәхесебеҙ Әмир Ишемғоловтың бар башланғыс­тарына тулы теләктәшлек белдерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 278

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586