Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбйәлил билмәне ...Мәскәүҙә
Әбйәлил билмәне ...Мәскәүҙә Асҡарҙың уртаһында урынлашҡан кафе кәштәләрендә иттән әҙерләнгән ниндәй генә төрлө ризыҡ юҡ! Бәлеш, бөйөрөк, билмән, манты, яңы бешкән ҡалас һәм хас әбйәлилсә ҡырҡылған туҡмас... Был ризыҡтарҙың барыһы ла тәмлелеге һәм шул уҡ ваҡытта сифатлы булыуы менән күптән әбйәлилдәрҙең ышанысын яулап өлгөргән дә инде. Йәш эшҡыуар Лена Зарипованың көндәлек эше менән яҡындан танышыу маҡсатында уның билмән етештереү цехына юл алдыҡ. Халыҡты әленән-әле яңы, тәмле ризыҡтар менән тәьмин итеп торған эшҡыуарҙың сере нимәлә икән?
Иртә булыуға ҡарамаҫтан, һатыуға сығарасаҡ тәмлекәстәр күптән инде әҙер, билмәндәр махсус һауыттарға һалынған, туҡмастар киҫелгән. Мейестә танауҙы ҡытыҡ­лап тәмле ҡалас бешә. Билмән цехында “Төрлө ассортиментлы ризыҡ әҙерләйһегеҙме ни?” тигән һора­уыма: “Шунһыҙ булмай!” – тип яуапланы эшлекле ханым.
Ҡасандыр әсәһе башлаған эште бөгөн Лена алып бара. Хафиза Өмөтҡужина ҡыҙының 30 йәшлек юбилейына баҙар уртаһында урынлашҡан тәғәмхананы бүләк итә. Тәүҙә юғалып ҡала Лена, “Нисек эшләп китермен? Әсәйемдең ышанысын аҡлармынмы?” тип борсола. Ире Илнур Нурғаян улы ла ярҙам итәсәген белдергәс, ныҡлап эшкә тотона.
Көнөнә аҙлап ҡына бешергән ризыҡ һәм бер нисә йөҙ билмән менән эште ыратып булмаҫын төшөнгән йәш эшҡыуар тәү сиратта етештереү өсөн махсус бина төҙөү кәрәклеген билдәләй. Кредитҡа бата, әммә ер алып, билмән цехы төҙөтөп тә ҡуя. Артабан билмән, манты яһап, һалма ҡырҡып ҡына бөгөнгө заман талаптарына яуап бирмәүен яҡшы аңлай. Халыҡ ара­һында ҙур һорау менән файҙа­ланған самса, ҡамыр эсендәге сосиска, бөйөрөктәр бешерергә тотона. Көндәлек ризыҡ “һә” тигәнсә һатылып та бөтә. Әлегә тауар Әбйәлил районында таратыла, шулай уҡ Баймаҡ районының Темәс зонаһында һатыла. Шуныһы ҡыуа­ныслы: Әбйәлил билмәндәре менән Мәскәү ҡалаһы эшҡыуарҙары ла ҡыҙыҡһынған, хатта килеп тә киткәндәр. Киләсәктә илдең баш ҡалаһында Лена Зарипова бешер­гән ризыҡ һатылмаҫ тимә!
Эшҡыуар бөгөн 20-нән ашыу ризыҡ төрө етештерә: билмән, манты, фрикаделька, тефтели, кәтлиттәр янында кулинарияла етештерелгән тәмлекәстәр ҙә урын алған. Егерменән ашыу хеҙмәткәргә эш урыны булдырылған, улар сменалап эшләй. Көнөнә 100 килограмдан ашыу билмән етештерелә, 20 мең һумға яҡын килем килә.
Әбйәлил билмәне ...Мәскәүҙә – Ит менән шәхсән үҙем шөғөл­ләнәм, беҙҙәге барлыҡ ризыҡ хәләл һәм сифатлы. Иткә бер ниндәй ҙә ҡатнашма ҡушылмай. Мосолман билмәне өсөн һыйыр ите менән ҡош итен бергә ҡушһаҡ, теләүсе­ләргә сусҡа ите ҡушылған билмән етештерәбеҙ. Һәр сорт һатыуға сы­ғарыр алдынан мотлаҡ тикшерелә. Ҡыҙҙар менән кәңәшләшәбеҙ, ашап ҡарайбыҙ, үҙебеҙгә оҡшаһа ғына сауҙаға сығарабыҙ. Итте халыҡтан һатып алабыҙ, ситтән осһоҙ хаҡҡа ит алғаным юҡ. Һатып алыусының бер ышанысын юғалтһаң, артабан уны яулауы еңелдән түгел, сөнки бөгөн һәр кем өсөн һайлау мөмкинлеге шаҡтай юғары заманда йәшәйбеҙ, – тип серҙәре менән уртаҡлашты эшҡыуар ҡатын.
Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр өсөн көнөнә ике тапҡыр бушлай ашау ойошторолған, тәүге тапҡыр эш башлау­сыларға медицина тикше­ренеүе үтеү өсөн эшҡыуар улар хеҙмәт хаҡы алғансы, үҙ “кеҫә”һенән түләп тора.
– Иң мөһиме – хеҙмәткәрҙәр таҙа һәм һау булырға тейеш, сөнки улар ризыҡ менән эш итә, цехта һәр кем махсус кейемдә йөрөй. Был – көндәлек эш талабы. Беҙгә эсергә яратҡан, әрпеш ҡатын-ҡыҙ эшкә алынмай. Айгөл Заһретди­нова, Гөлнара Дәминева, Зилә Хөс­нөтдиноваларҙы тик яҡшы яҡтан тел­гә алыр инем, – ти Лена Зарипова.
Киләсәккә пландары ҙур йәш эшҡыуарҙың. Район үҙәгенән алыҫ булмаған ерҙән урын алып, ит ризыҡтары етештереү фабрикаһы асырға һәм үҙ тауарҙарын сит өлкәләрҙә лә һатырға ниәтләнә. Тырыш һәм үҙ маҡсатына ынтылған эшҡыуарға район етәкселеге ер майҙаны бүлгәндә Лена Зарипова бөгөндән үк ең һыҙғанып эш башларға әҙер. Ул сағында 20 кешегә генә түгел, йөҙләгән ҡатын-ҡыҙға эш урыны асыр ине. Шулай уҡ сеймалдың үҙендә булыуын иҫәпкә алып, малсылыҡ тармағы буйынса ла эш башлау отошло булыр кеүек. Ғөмүмән, башҡараһы эштәре лә, яулайһы үрҙәре лә алда әле уңған һәм йәш эшҡыуар Лена Камил ҡыҙының.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 501