Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашаған малда өмөт бар
Ашаған малда өмөт бар Мал ҡышлатыу осорона Зәк-Ишмәт ауылынан Әнүәр Усмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫҡан. Бында малдарҙың аҙыҡ өҫтәле мул булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалғандар. Ихаталарға көҙ бесән-һалам ҡайтарылған, силос соҡорҙары тулы. Эшсәндәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки йәй-көҙ фермаларға ремонт үткәргәндәр, һәүкәштәр йылы ҡурала ҡышлаясаҡ.
Хужалыҡта әле 585 баш һыйыр малы аҫралһа, шуның 100-ө – һауын һыйыры. Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулылана, көҙҙән Стәрлетамаҡ районынан тағы ла 44 баш һатып алғандар. Һыйырҙар быҙаулай башлаған.
Йәмғиәттең 200 баш һарығы ла бар, уларҙы, нигеҙҙә, ит өсөн үрсетәләр. Бынан тыш йылҡы малы ла аҫрайҙар.
Быйыл ғына эш башлаған йәмғиәт районда алдынғылар иҫәбендә. Элекке Зәк-Ишмәт ауыл хужалығы кооперативы банкрот тип иғлан ителгәс, һөтсөлөк фермалары тулыһынса тиерлек Әнүәр Усмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығына тапшырыла.
– Әлбиттә, тәүге көндәрҙә ҡыйынға тура килһә лә, эшмәкәрлегебеҙҙе уңышлы итеп алып китә алдыҡ, – ти Әнүәр Хәким улы. – Шөкөр, беҙгә малсылыҡ, үҫемлекселек тармағын яҡшы тойған һәм белгән белгестәр эшкә килде, уларҙың тырышлығы бушҡа булманы.
Бөгөн хужалыҡта 15 кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Эш хаҡы һәйбәт, ваҡытында түләнә. Ололарға алмашҡа йәштәр килә.
Хужалыҡтың өс мең гектарға яҡын ере иҫәпләнә. Көҙ яҡшы уңыш йыйып алғандар. Баҫыуҙар тәрбиәле, ҡараулы. Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла, иҫкеләрен ремонтлап, ҡабаттан эшкә егәләр.
Әле бында һөт һатыуҙан йәмғиәт кассаһы ярайһы ғына тулы­лана. Продукцияны Мәләүез һөт комбинатына литрын 20 һум менән тапшыралар. Унан килгән табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола, хеҙмәт хаҡын түләүгә китә.
Етәкселек һөтсөлөк фермаларын яңыртыу буйынса ла маҡсатлы эш алып бара, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше яҡшы ҡуйылған.
– Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙы­рырға тырышабыҙ инде, сарыф ителгән аҡса файҙаһын бирмәй ҡалмай ул, – ти ферма мөдире Фәнүр Әҙеһәмов. – Ә эш шарттары булһа, һәр кем фермаларға байрамға барған кеүек киләсәк. Беҙҙә уңған малсылар етерлек. Уларҙың һәр береһен маҡтап телгә алырға була. Рәсимә Рәшитова, Вера Усманова, көтөүсе Илдус Казбеков йәмғиәттең алдынғы малсылары, йәштәргә лә өлгө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487