Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҙар ишектәрен асыр
Баҙар ишектәрен асыр Баҙар ишектәрен асыр Ермолаевка ҡасабаһында йәшәгәндәр район үҙәгендә түбәһе ябыу­лы баҙар булыуын бөгөн дә хәтерләйҙер әле, моғайын. Заманында унда ауыл халҡы һөт ризыҡтары, ит, емеш-еләк, бәшмәк һәм башҡа әйберҙәр менән сауҙа иткән. Баҙар янындағы майҙансыҡта утын-бесәне лә, малы ла һатылған. Хатта күрше райондарҙан да килеп сауҙа иткәндәр булды, тип иҫкә ала ололар әле лә.
Әммә халыҡҡа күп йылдар хеҙмәт иткән бина 2000 йылдар башында янғын һөҙөм­тәһендә юҡҡа сығып, кешеләр баҙарһыҙ тороп ҡала. Был ер оҙаҡ ваҡыт хужаһыҙ һәм тәр­биәһеҙ була. Халыҡ та ҡаса­бала ҡабаттан баҙар асылырына өмөтөн өҙөп, үҙенән артҡан продукцияһын магазин янында, туҡталыштарҙа тәҡ­дим итә башлай.
Әлбиттә, бындай сауҙа рәүеше күптәргә оҡшап етмәй, шуға ла район етәкселеге тиҙ арала ҡасабала заманса баҙар төҙөүҙе хәл итергә тырыша.
2016 йылдың июнендә тө­ҙө­лөш эштәрен алып барыу өсөн өс ойошма аукционда ҡат­нашырға теләк белдерә. Шу­ларҙың береһе – «АвтоБашсервис» яуаплылығы сик­лән­гән йәмғиәте – тендерҙа еңеп сыға. 2014 йылда ойош­торол­ған йәмғиәт, нигеҙҙә, төҙөлөш, биналарҙы ремонтлау, юл билдәләрен урынлаштырыу, ҡыш көндәре урам­дарҙы ҡар­ҙан таҙартыу кеүек эштәрҙе башҡара.
Халыҡтың күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу өсөн йәм­ғиәт хеҙмәткәрҙәре ҙур их­ласлыҡ менән эшкә тотона. Бөгөн бында 14 кеше мәшғүл. Әле улар иҙәнгә плитә түшәү, биҙәкләү эштәрен алып бара. Йылытыу торбалары ҡуйыл­ған, түбәһе ябылған.
Баҙар биш мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Яҡты, йылы һәм уңай­лы бинала 50-гә яҡын һатыу урыны ҡаралған. Шуныһы һөйөнөс­лө: санузел буласаҡ, йылы һыу үткә­релеп, сауҙа үҙәге йылыты­ласаҡ. Һатыу­сыларға бөтә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Тағы ла ит менән сауҙа итеүселәргә ветеринар лаборатория ла үҙ ишектәрен асасаҡ.
Ермолаевка баҙарында ауыл халҡы төрлө һөт аҙыҡ­тары, емеш-еләк, ит тәҡдим итәсәк. Бынан тыш, шәхси эшҡыуарҙарға ла урындар ҡуртымға бирелә. Етәкселек әле Өфөнән яңы баҙар өсөн ҡорамалдар һатып ала баш­лаған, уңайлы өҫтәлдәр урынлаштырыласаҡ.
– Халыҡ бөгөн үк эш барышы менән ҡыҙыҡһынып, «ҡасан үҙебеҙ­ҙең баҙар булыр инде, күптән көтә­беҙ бит» тип һөйөнә. Шөкөр, эш көйлө бара, – ти йәмғиәт директоры Денис Никитин. – Төҙөлөш материалдары ваҡытында кил­терелгәс, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ юҡ. Район халҡына Яңы йылға бына тигән бүләк буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500