Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшле лә, йортло ла
Эшле лә, йортло ла Эшле лә, йортло ла 1993 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлаған Илшат Мәзитов йүнәлтмә буйынса райондың «Таймаҫ» совхозына баш инженер булып эшкә урынлаша. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән егет тәүге көндәрҙән үк башкөллө эшкә сума. Уңған, тырыш йәш белгесте һәр ерҙә ихтирам итәләр. Ул үҙе лә ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, хужалыҡты алға алып барыуға ҙур өлөш индерә.
2000 йылда Илшат Рәшит улы ҡатыны Рәйсә Рәйес ҡыҙы, туғандары менән кәңәш­ләшеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Тәүҙә улар икәүһенә 15 гектар ер алып, унда ҡарабойҙай сәсәләр. «Уңышы яҡшы булды ул йыл, шуға ла эшкә дәрт уянды», – тип хәтерләй ул көндәрҙе фермер.
Әйткәндәй, атаһы Рәшит ағай уға ныҡлы терәк һәм тәжрибәле кәңәшсе була. Һәм бына 16 йыл Илшат Мәзитов Йомағужа ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе йөгөн тарта. Йәмғиәт малсылыҡ, үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә. Бынан тыш умартасылыҡ та яҡшы үҫешкән.
– Миңә ауыл тормошо яҡын һәм ҡәҙерле, колхозда эшләгән атай-әсәйемә бала саҡтан ярҙам итеп үҫтем, – ти фермер. – Шуға ла үҙ хужалығымды ойоштороу ауыр булманы. Шөкөр, бөгөн эшмәкәр­легебеҙҙең яҡшы һөҙөмтәһен татыйбыҙ.
Фермерҙың 2600 гектар ере бар, унда бойҙай, арпа, көнбағыш, кукуруз үҫте­рәләр. Парк сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техника менән бай, уны йыл һайын яңыртып торалар. Тиҙҙән хужалыҡҡа өр-яңы машиналар ҡайтырға тейеш. Ауыл хужалығы тех­никаһына бында ҡытлыҡ юҡ, һәр ерҙә заманса күҙәтеү ҡорол­малары урынлаш­тырылған. Үҙҙәренең иген киптергестәре лә, бына тигән келәттәре лә бар.
Бында малсылыҡҡа тик 2015 йылда ғына тотоналар. «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» респуб­лика программаһы сиктәрендә хужалыҡ грант­ҡа лайыҡ була. Шул аҡсаға Мәләүез райо­ны­нан симменталь тоҡомло 30 баш һыйыр малы һатып алалар. 200 баш һыйыр малын йылы ҡурала тотоу өсөн элекке һөтсөлөк фермаһы биналарын яңынан ремонтлап, за­ман­са йыһазландырғандар. Әле малдар Илкәнәй һөтсөлөк фермаһында бәйһеҙ тотола. Йәй-көҙ һәүкәштәргә етерлек күләмдә мал аҙы­ғы хәстәрләгәндәр. Силос соҡорҙары ла тулы.
Әле йәмғиәттә бөтәһе 14 кеше мәшғүл, йәйге осорҙа уларҙың һаны күпкә артып китә. Ҡасандыр Себергә эшкә киткәндәр ҙә бөгөн тыуған яҡтарына ҡайтып, эш һорап мөрәжәғәт итә икән. Әлбиттә, эш хаҡының юғары булыуы ла күптәрҙе ылыҡтыра. Һәр кемдең хеҙмәтенә ҡарап түләү билдәләнә. Бынан тыш хеҙмәт­кәрҙәр өсөн йорт та һалалар, ҡайһы саҡ ҡуртымға ла алып бирәләр. Ә халыҡҡа ошонан башҡа тағы ни кәрәк һуң?!
– Коллектив тырыш, үҙ эшен яҡшы белгән йәш белгестәр, хеҙмәткәрҙәр менән ғорурлана ала. Хатта механиза­торҙарҙың дүртәүһе юғары белемгә эйә, – ти хужалыҡ рәйесе Илшат Мәзитов. – Бөгөн компьютер заманы бит, бөтә техника тиерлек компьютер­лаш­тырыл­ған. Шуға ла теләгәндәрҙе үҙ аҡсабыҙға уҡытып та алырға мөмкинлегебеҙ бар.
Етәкселек Ғәзинур һәм Ғәзиз Сәләмовтарҙы, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, әле баш инженер ҙа, тракторсы-комбайнсы ла булып эшләгән Илнур Уразбахтинды һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487