Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берәүҙән икәү яһап
Берәүҙән икәү яһап Берәүҙән икәү яһап Районда бөтәһе 125 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләп килә, шуларҙың күптәре дәүләт ярҙамын алыуға өлгәшкән. Әлбиттә, бүленгән аҡсаға хужалыҡтар тоҡомло мал, техника һатып алған. Бынан тыш фермаларға ремонт та үткәргәндәр.
Бахмут ауылындағы «Аҡтау» ауыл хужалығы кооперативы 2014 йылда ойошторола. Элекке колхоздан ҡалған бина­ларҙы һатып алып, етәкселек ремонт үт­кәрә, һөтсөлөк фермаларын йылытып, заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дыра. Әйткәндәй, бында төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ, йәй бына тигән келәт сафҡа ингән. Хәҙер унда орлоҡ һаҡларға була.
Кооператив нигеҙҙә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Бында заанен тоҡомло кәзә лә үрсетәләр, уларҙың һаны бөгөн 87 баш тәшкил итә. Кәзә малын Мари Иле Республикаһынан һатып алғандар.Тағы ла ит өсөн һарыҡ та аҫрайҙар.
Кәзәләрҙән көнөнә 100 литр һөт һауып алалар, аҡтан ҡымыҙ, сыр яһайҙар. Продукция район магазиндарына, шәхси эшҡыуарҙарға оҙатыла.
Йәмғиәттә тағы ла симменталь тоҡом­ло 50 баш һыйыр малы тотола, әле улар быҙаулай башлаған. Көтөү тоҡомло малдар менән тулылана. Быҙауҙар, йәш таналар айырым тотола. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, уны йәй-көҙ мул итеп хәстәрләгәндәр. Хужалыҡ рәйесе Айҙар Аҡбаров белдереүенсә, мал аҙығы хатта ике йылға етерлек итеп әҙерләнгән.
Бөгөн алты кеше эш менән мәшғүл, хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм тотҡарлыҡ­һыҙ түләнә. Хеҙмәткәрҙәр өсөн мунса, дөйөм ятаҡ булдырылған, бушлай йылы аш менән тәьмин итеү ойошторолған.
– Халыҡ беҙҙә тырыш, берәүҙән икәүҙе яһарға әҙер. Шөкөр, һөҙөмтәләребеҙ ҙә яҡшы ғына. Әле эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар, – ти Айҙар Закир улы. – Уңғандарҙың хеҙмәтен баһалай белә­беҙ, төрлө премиялар, социаль яҡлау ҡаралған.
«Аҡтау»ҙың техника паркы ла насар­ҙан түгел, ауыл хужалығы ҡорамалдарын яңыртып торалар икән. Урамда ҡыш булһа ла, бында егеттәр оҫтаханаларҙа иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләй. Запас частарҙы һатып та алалар, үҙҙәре лә етештерә. Механизаторҙар Семен Захаров, Сергей Петров, Александр Бутко, Алексей Гавриловтың эшенән етәкселек ҡәнәғәт.
Кооперативтың 1200 гектар ере лә бар, унда иген культуралары, кукуруз үҫтерәләр. Бахмут ауылы биләмәһе пайсыларының да ерҙәре буш ятмай, хужалары менән ваҡытында иҫәплә­шәләр, һәр береһенә дүртәр центнер ашлыҡ бирелә икән.
«Аҡтау» йәмғиәте мал һуйыу цехы ла төҙөй, тиҙҙән ул тәүге клиенттарын ҡабул итәсәк. Бындай цех районда берәү генә. Асылғандан һуң унда дүрт кешегә эш урыны буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487