Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?
Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?
Эшһеҙлеккә зарланабыҙ... Оҙон аҡса артынан йә Себер тарафтарына, йә булмаһа Өфө, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларға ынтылабыҙ... Шул уҡ ваҡытта бесәндең бесәнен, утындың утынын һатып алабыҙ... Хәҙер хатта ауылдарҙа өй икмәге бешергән хужабикәләр ҙә юҡ кимәлдә бит... Әле киләһе йылдың 6 ғинуарында “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Мәргән уҡсы” беренселегенә әҙерләнеп ятҡан көнөбөҙ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уҡ-һаҙаҡтарҙы Интернет аша Украинанан яҙҙырып алабыҙ... Ә бит беҙ – “төньяҡ амурҙары” исеме менән тарихҡа ингән халыҡ!!! Шул уҡ ваҡытта Псковта ла, Кемеров тарафтарында ла түгел, ә үҙебеҙҙә — Баймаҡ районының Ҡолсора һәм Йомаш ауылдарында сабыйҙар өсөн кейемдәр тегелә башлауын ишетәбеҙ. Күңелгә рәхәт...
Әбйәлилдең йәш эшҡыуары Линара Заһитованың “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Урал аръяғы райондарында киң билдәлелек яулай. Уның Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында тегеү цехы бар. Баймаҡ районының Ҡолсора һәм Йомаш ауылындағы филиалдар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән дан ҡаҙанып та өлгөрмәне, Таулыҡайҙа 39 кешегә хеҙмәт урыны булдырған яңы ойошма үҙ эшен башланы. Тиҙҙән ошо йәмғиәт йәнә бер филиалын Билал ауылында асасаҡ.
Таулыҡай филиалында сабый­ҙар өсөн кейемдәр тегелә. Элек буш торған балалар баҡсаһы бинаһы ҡуртымға алынған, кәрәк­ле ҡоролмалар менән йыһазлан­дырылған. Вьетнамдан килгән ғаилә яңы һөнәр үҙләштереү­селәргә махсус курс үткәргән. Ике ай буйына хеҙмәткәрҙәр стипендия алһа, әле эш хаҡы башҡарылған күләмгә ҡарап түләнә. Түбәнге һәм Үрге Тау­лыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарынан да ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй, эш ике сменала башҡарыла. Хеҙмәткәрҙәр алты бригадаға бүленгән, һәр береһенә айырым бурыс ҡуйылған, план билдә­ләнгән. Буранбай бригадаһына ҡараған биш тегенсенең дә махсус белеме бар. Уларҙың барыһы ла йәш саҡтарында Түбә һәм Сибай тегеү фабрикаһында эшлә­гән, шуға күрә буранбайҙарға тиңләшеүселәр әлегә юҡ. Улар көндәлек норманы теүәл үтәй, башҡаларға ярҙам күрһәтә. Тегенселәрҙең иң олоһо Зифа Ғүмәрова күптән түгел 65 йәшен билдәләһә, иң йәш Зөлфиә Ғәлинаға ни бары 18 генә. Филиал етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова әйтеүенсә, ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш урындары асылыуы бик ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә, көн һайын эшкә барыуы, ай һайын хеҙмәт хаҡы алыуы — шатлыҡлы күренеш. Әҙер продукцияны йәмғиәт етәкселеге үҙе килеп ала. Балалар өсөн сағыу төҫтәге спорт кейемдәрен ауылда уҡ һатып алырға теләүселәр күп, шунлыҡтан был мәсьәлә етәкселек тарафынан өйрәнелә. Киләсәктә эш хаҡы иҫәбенә йәки урында уҡ һатыу нөктәһе булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Әйткәндәй, былар барыһы ла Башҡортостан Хөкүмәтенең көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы башҡарыла.
Ауыл халҡына эш урындары булдырған “Колибри” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә һәм мәшғүллек проблемаларын хәл итеүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.

Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?
Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?
Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?
Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 323

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 496