Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Уңышымдың сере шул: миңә ышаналар”
“Уңышымдың сере шул: миңә ышаналар”
“Уңышымдың сере шул: миңә ышаналар”
Һигеҙ йылдан ашыу ваҡыт элек була был хәл. Интернетта “ҡаҙынып” ултырған Ғәлинур, бер сайтты табып, һикереп үк тора. Бәй, Европала тирмә эшләргә тотонғандар ҙаһа! Ата-бабабыҙҙың “икенсе өйө” менән инглиздәр, немецтар, француздар, поляктар һәм башҡа халыҡтар ҡыҙыҡһына, уны үҙҙәренә яһатып алырға заказ бирә! Ә беҙ?!.
– Ул саҡтағы кисерештәремде, күңелемдә ниндәй тойғолар ҡайнағанын аңлатыу өсөн һүҙ ҙә таба алмайым. Хәтәр оялдым, ғәрләндем, намыҫландым, – ти бөгөн эшҡыуар Ғәлинур Зарипов. – “Ниңә?” тигән һорау тын алырға ла ирек бирмәне. Ни өсөн беҙ шул ҡәҙәр яй ҡуҙғалабыҙ, халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларын баһаламайбыҙ, ҡәҙерен белмәйбеҙ? Ниңә милләтебеҙҙең боронғо көнкүрешенең, мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булған тирмәне тарих төпкөлөндә онотоп ҡалдырҙыҡ? Тамырһыҙ киләсәк юҡ икәнен ниңә аңламайбыҙ? Нилектән хәҙер өйләнешкәндәрҙең күбеһе, бала табыуҙы һуңғы планға ҡуйып, иң тәүҙә мөлкәт туплауға, бейек-бейек йорттар һалыуға өҫтөнлөк бирә?..
Эйе, ул ваҡытта Ғәлинур Әхиәр улының заказ буйынса коттедждар өсөн баҫҡыстар эшләгән мәле була. Аҡса килеп торһа ла, был кәсебенән толҡа тапмай йүнсел. Сәбәбе – заказ биргәндәрҙең күбеһенең тар күңелле, һауалы булыуы, тәкәбберлеге, эшсегә юғарынан ҡарауы.
– Күҙгә күренер-күренмәҫ сыйылған урын өсөн дә ғауға ҡуптара торғайнылар, – тип хәтерләй бөгөн оҫта. – Һәр тинен һанайҙар, әллә ниндәй ҡағыҙҙар тултырталар, мыжыйҙар, өйрәтәләр, аҡса өсөн хеҙмәт күрһәтеүемде ҡат-ҡат иҫкә төшөрәләр... Бындай мөхиттә эшләү мөмкин түгел ине. Хатта күп аҡса өсөн дә. Мин – ижад кешеһе. Үҙ донъям, зауығым, ҡарашым. Хеҙмәт күрһәтмәйем, ә күңелемдәге менән уртаҡлашам, хис-тойғомдан матурлыҡ әүәләп өләшәм. Ҡыҫылғандар, өйрәткәндәр тынымды быуа. Үҙем дә башҡаларға аҡыл һатырға яратмайым.
Тап ошо сифаты арҡаһында заманында мәктәптән китә лә Ғәлинур Әхиәр улы. Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлағас, ғаиләһе менән тыуған ауылы Илсеғолға ҡайтып төпләнә ул. Мәктәпкә эшкә урынлаша. Тик шул яңғыҙлыҡта ләззәтләнеп ижад итергә яратыуы, күберәк эске донъяһында йәшәүе, рәсми ҡалыптарға яраҡлаша алмауы сәбәпле бында оҙаҡ тора алмай.
– Дәрестән шул ҡәҙәр арып, арманһыҙ булып ҡайтып йығыла торғайны. Түҙемлеге алты айға етте, – тип йылмайып хәтерләй бөгөн ул осорҙо йүнселдең ҡатыны, юғары белемле иҡтисадсы Резеда Әмин ҡыҙы. – Шунан ҡул һелтәне лә үҙ кәсебенә тотондо. 1992 йыл ине был. Районыбыҙҙың беренсе эшҡыуары ул Ғәлинур! Шулай ҙа оҙаҡ йылдар өй йыһазы, унан баҫҡыстар яһағанда ла күңеленә ҡәнәғәтлек, тынғылыҡ таба алмай йонсоно. Һәр саҡ уйланды, эҙләнде. Интернетта тирмә эшләүселәр тураһындағы мәғлүмәтте күреп ҡалғас иһә, быҫҡып ятҡан ут гөлтләп тоҡандымы ни! Алдымда, гүйә, бөтөнләй икенсе Ғәлинур тыуҙы. Күңеленә нимә етмәгәнен аңланы, эҙләгәнен тапты ул!
Хужаның йөрәк ялҡыны бөтөн ғаиләһен ялмап ала. Ир менән ҡатын тиҙ арала белешеп, Ҡазандан махсус кейеҙ тейәп ҡайта.
– Хәтәр йәмһеҙ, ныҡ тығыҙ, үҙенән насар еҫ борҡоп тора ине, иҫләйһеңме? – тип бер-береһенә ҡарап көлөшөп алды Зариповтар. – Беренсе тирмәбеҙ ҙә шундайыраҡ килеп сыҡты. Әммә ул барыбер кәйефте төшөрә алманы. Ҡулдан килә икәнен, заказдар буласағын аңлағас, эшкә ныҡлап тотондоҡ. Кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүселәрҙе иһә “иләктән үткәреп” һайлай башланыҡ.
Йылдар үтә. Хәҙер инде Ғәлинур Әхиәр улы эшләгән тирмәләренең иҫәбен дә юғалтҡан. Республикабыҙҙы ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәрен, ауыл-ҡалаларын биҙәй улар: Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пенза, Саха (Яҡут), Алтай, Ҡара диңгеҙ буйы... Ҡанатланып, йөҙөп йөрөп ижад иткән уҙаман оҫталығын даими камиллаштыра, милли орнамент үҙенсәлектәрен өйрәнә, тирмәне эстән йыһазландырыу, замансалаштырыу, уңайлыраҡ, йылыраҡ, матурыраҡ итеү юлдарын өҙлөкһөҙ эҙләй. Һөҙөмтәлә тарих, сәнғәт, мәҙәниәт менән тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлаған. Үҙе генә түгел, ҡатыны ла төрлө халыҡтарҙың тормош-көнкүрешендә тирмәнең тотҡан урыны, оҡшашлыҡ, айырмалыҡ, кейеҙҙе нисек һайлау, милли биҙәктәрҙең ни аңлатҡаны хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Әйтеүҙәренсә, балалары ла үҙҙәре кеүек. Кәсепте киң йәйелдереүгә һәр яҡлап булышлыҡ итә улар. Мәскәү физика-техника институтын тамамлап, шунда аспирантурала уҡып йөрөгән улдары Камил сайт эшләп биргән, тирмә ҡорғанда атаһының уң ҡулы ла. Прагалағы Карлов университетында белем алған ҡыҙҙары Лилиә иһә сайттағы мәғлүмәттәрҙе инглиз, чех телдәренә тәржемә иткән. Икеһе лә тирмәләрҙе рекламалау менән әүҙем шөғөлләнә.
– Сит илдәрҙән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп, – ти Ғәлинур Әхиәр улы. – Хаҡ та ҡәнәғәтләндерә үҙҙәрен, ләкин һата алғаныбыҙ юҡ – барыһы ла таможня мәсьәләһенә барып төртөлә. Үҙебеҙҙең республиканан заказ биреүселәр ҙә йылдан-йыл арта. Уларҙың күбеһе – туризм, кешеләрҙең йәйге ялын ойоштороу менән шөғөлләнгән, этномәҙәниәтте үҫтерергә ынтылған ойошмалар. Айырым кешеләр ҙә үҙе, ғаиләһе өсөн тирмә эшләтеп ала башланы. Уны ихатаһына, баҡсаһына ҡуялар. Беләһегеҙме, бындай кешеләрҙе нимә берләштерә? Матди етешлек. Күңелдәре бөтөн, тыныс, күҙҙәрендә – нур, ғәмәлдәре – тик изгелек... Улар менән аралашыуҙан әллә күпме көс-ҡеүәт алаһың, кешеләрҙе, тормошто нығыраҡ ярата башлайһың. Йәшәйештең төп мәғәнәһенә төшөнгәнлектең, бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеүҙең билдәһелер: тәбиғәт менән бер бөтөн булырға ынтылалар. Мәҫәлән, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе ҡушылған ерҙә, Ирәмәл итәгендә Александровка исемле ташландыҡ ауыл бар. Унда әле экологик яҡтан таҙа, тәбиғи мөхит эҙләп килгән кешеләр көн күрә. Тирмәләре күп, араларында икәүһе – беҙҙеке. Был кешеләр хатта ҡышты ла шунда үткәрә. Нисек йәшәгәндәрен барып күрҙек. Беҙҙең кейеҙ тирмәләрҙе иҫке балаҫтар менән көпләгәндәр, эстә “буржуйка” йылыта, генератор яҡтырта. Уртаға китаптар өйөп һалғандар ҙа әсәй кеше ҡыҙҙары менән ихлас шөғөлләнә. Иң бәләкәйенә – йәш ярым тирәһе... Ә был урынға мең ыҙа менән барып етәһең, юл ҡот осмалы. Ҡыш ҡаргиҙәр кәрәк булһа, йәй джип саҡ үтә. Эйе, был кешеләр, цивилизациянан ҡасып, тирмәлә йәшәй. Ә ундайҙар йылдан-йыл күбәйә.
Берәүҙәр Яйыҡтың иҫке үҙәнендәге ерҙе ҡуртымға алып, ял үҙәге ойошторҙо. Унда ла – беҙҙең тирмәләр. Ял итергә килгәндәр өсөн айырым биләмәләр бүленгән, беседка, мангал ҡуйылған. Әйтеүҙәренсә, табышлы бизнес. Ҡатыным менән уларҙың да нисек көн иткәнен күреп, ял итеп ҡайттыҡ. Ғөмүмән, тирмә эшләтеп алғандарҙың барыһы ла беҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Аралашып, ҡатнашып йәшәйбеҙ, үҙ-ара бәйләнеште өҙмәйбеҙ.
Бер мәл Зариповҡа заказ бөтөнләй булмай башлай. Ярты йыл көткәс, ҡул һелтәнем генә тигәндә, Ҡазандан шылтыраталар. Һөйләшкәс, был йәш ғаилә Миәкәгә килеп төшә. Иренең һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән, ҡатыны ауырлы. “Шул ҡәҙәр тирмә алғыбыҙ килә, – ти улар. – Сабыйыбыҙҙың экологик яҡтан таҙа мөхиттә, кейеҙҙә йөрөп үҫеүен теләйбеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡсабыҙ юҡ...” Ихласлыҡты күңеле менән тойған Ғәлинур Әхиәр улы йәштәрҙең хыялын тормошҡа ашыра: тиҙ арала тирмә эшләп бирә. Ә улары йыл дауамында яйлап түләй.
– Нисек шатланғандарын күрһәгеҙ! – тип һөйөнөп иҫләп алды был дуҫтарын Зариповтар. – Сабыйҙары тыуғас, Интернет аша аҙна һайын тиерлек уның яңы фотоларын ебәреп торҙолар. Бала кейеҙ буйлап имгәкләп йөрөй башланы, тәпәй баҫты, йүгереп китте... Ата-әсәһе менән бергә беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Ҡотло булды был танышыу. Унан һуң заказдар ҙа күбәйеп китте.
Зариповтар әйтеүенсә, улар менән клиенттары араһында бер-береһенә тулы ышаныс. Тирмәгә заказ биреүселәр оҫтаның хеҙмәтенә ҡыҫылып, өйрәтеп, мыжып, тинен һанап йөрөмәй. Ысын талантты күрә, баһалай белә улар. Элекке баҫҡыс эшләткәндәр менән сағыштырғанда, ер менән күк араһы.
– Йүнселлек үҫешһен өсөн тап шундай мөхит кәрәк, – ти Ғәлинур Әхиәр улы. – Бер-береңдән шикләнәһең икән, алға китеү мөмкин түгел. Уңыштарымдың нигеҙен нәҡ шунда – клиенттарымдың миңә ышаныуында – күрәм. Әйткәндәй, өй йыһаздары, баҫҡыс яһаған ваҡытта эргәмдә ҡамасауламайынса шым ғына ҡарап тороп, эштең үҙенсәлектәренә төшөнөп, әллә күпме ир-ат үҙ кәсебен асып ебәрҙе. Тимәк, уҡытыусылыҡ бурысымды ла ниндәйҙер кимәлдә атҡарғанмындыр тип уйлайым.
Йүнселдең тағы бер шөғөлө бар: уҡ-ян эшләй. Был “ҡоралдары” өйҙөң бер мөйөшөн тулыһынса биләгән. Уйынсыҡтай күреп, кереште тартып ҡарамаҡсы булдыҡ. Хәлеңдән килде, ти – көс еткеһеҙ!
– Был һеҙгә муйылдан эшләнгән ян түгел шул, – тип ҡуйҙы оҫта. – Уҡ атыу таһыллыҡ, көс-ҡеүәт талап итә. Ирҙе ысын ир-ат итеп тәрбиәләү алымы ул. Республикала ата-бабабыҙҙың был шөғөлө тергеҙелә башлауына һөйөнөсөм сикһеҙ. Уға быйыл йәй беренсе тапҡыр үткәрелгән “Мәргән уҡсы” фестивале айырыуса ҙур этәргес бирҙе. Сара өсөн бихисап уҡ-ян эшләнем. Халыҡ сиратлап тороп алды. Ғөмүмән, минең шөғөл­дәрҙең киләсәге ошондай милли бай­рамдарҙы тергеҙеүгә, шулай уҡ туризмға бәйле тип уйлайым. Был йәһәттән үҫеш булһа, һис шикһеҙ, тирмәгә лә, уҡ-янға ла заказ биреүселәр артасаҡ, һөҙөмтәлә кәсепкә башҡа оҫталар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерә башлаясаҡ.
...Тормошта үҙ урынын, зауығына ярашлы эшен тапҡан кеше генә бөтөн күңелле була. Ул өләшкән матурлыҡ башҡаларҙы ла бәхетле, нурлы итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. луиза
    луиза от 08.12.2016, 11:30
    Ғәлинур ҡустым, яңы йыл атрибутикаһын да индер әле үҙеңдең эшеңә. Ҙур һәм бәләкәй шыршылар, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу кейемдәре, шыршы уйынсыҡтары.Һаулыҡ өсөн хәүефле уйынсыҡтар элгәнсе, тәнгә - йәнгә фаәҙалыһы булһын.






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 585