Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүҙәнә үрсетер мәл етте
Рәсәйҙә бүҙәнә үрсетеү менән ярты быуаттан ашыу шөғөлләнәләр. Һуңғы йылдарҙа ҡошсолоҡтоң был тармағы айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бигерәк тә ите менән йомортҡаһы ылыҡтыра. Әйткәндәй, витамин һәм микроэлементтар буйынса йомортҡаһы тауыҡтыҡынан бер нисә тапҡырға өҫтөнөрәк тора.
Бөгөнгө көнгә бүҙәнәнең әллә нисәмә төр тоҡомо булдырылған. Ит өсөн “фараон” тигәне аҫралһа, йомортҡа һалыуға башлыса “япон” тоҡомлоһон тоталар. Был төр ҡоштоң әтәсе менән инәһе төҫө буйынса ла айырыла. Айырма өс аҙналыҡ сағында беленә. Тәүгеһенең ҡанаттары оҙонораҡ, төҫө һоро була, күкрәк тирәһе — ҡарағусҡыл һоро. Икенсеһенең муйын өлөшө аҡһыл-һоро төҫтә, күкрәк тәңгә­лендә ҡара “таптар” бар. Йылына 300-гә яҡын сыбар йомортҡа һалалар. Барлығы 40 көн тигәндә һала башлайҙар. Инкубацион сифаты — 80 процент.
Фараон, алда телгә алғанса, ит тоҡомло. Ҡоштар тиҙ өлгөрә. Ауырлыҡтары — 200—250 грамм. Йомортҡаны аҙ һалалар, йылына 100—150 тура килә.
Аҡ инглиз тоҡомлоһоноң төҫөн исеме үк әйтеп тора. Ҡайһы береһенең башында ҡарағусҡыл һоро “таптар” була. Суҡышы ме­нән тәпәйҙәре — аҡһыл ал. Төҫ­тәре ап-аҡ булғас, һатып алыу­сыны тиҙ йәлеп итә.
Алтын маньчжурия тоҡом­лоһоноң да төҫөн исеме күрһәтә. Ҡайһы саҡ “алтын” бойҙай бөр­төгөн хәтерләтәләр. Һырты, муйын тирәһе, ҡанаттарында бойҙайҙыҡы һымаҡ урта һыҙығы бар.
Күк мәрмәрҙе хәтерләткән тоҡомдар ҙа була. Уларҙың төҫө күкһел төтөн һымаҡ. Башлыса матурлығы өсөн аҫрайҙар. Хәйер, башҡа тоҡомлолар һымаҡ уҡ иткә лә тотола.
Шулай итеп, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ һымаҡ өйрәнелгән ҡоштарға өҫтәп бөгөн бүҙәнә аҫрарға тотоноусылар ҙа булыр. Был йәһәттән әле баҙар кәштәләре тулмаған. Һатып алыусыларға ла, һатыу­сыларға ла урын етерлек.

Өйрәкте белеп көт

* Ҡайһы бер ата өйрәктәр инәһе оя баҫҡан арала уның мәшәҡәттәре менән дә уртаҡлаша. Инәһе оянан китеп, бик оҙаҡлаһа, ул йомортҡаларға суҡышын тигеҙеп-тигеҙеп ала, һыуынмағанмы, йәнәһе. Сиртәсәк бәпкәләрҙең әсәләре күренмәһә, килгәнсе оя өҫтөнә менеп ултыра. Ҡурҡытырға ғына ярамай.
* Өйрәктәр тәмле еҫ аңҡыған, шәрбәтерәк аҙыҡты ярата. Бынан тыш, иң тәү йәшел төҫтәгеһен ашай, һуңынан башҡаларына тотона. Улар кукурузға өҫтөнлөк бирә. Икенсе урында арпа, бойҙай килә. Арышты бик өнәп бармайҙар.
* Өйрәк мамығынан еңел юрған һырыу яҡшы. Ҙурлығы 172х212 сантиметр күләмле булғанына яҡынса 1,4 килограмм мамыҡ китһә, 140х212 сантиметрлыға — 1,1, ә балаларҙыҡына (110х140) 0,4 килограмм кәрәк.
* Үҙенең үҫеш дәүерендә ҡош яралғыһы кальций тоҙон йомортҡа ҡабығынан ала. Шуға ла үрсеү миҙгелендә тауыҡ, өйрәк, башҡа ҡоштарҙы ашатҡанда минераль ҡушымталарҙан өҙмәҫкә кәрәк.
* Әгәр ҙә себештең суҡышы йомортҡаның уртаһында йәки осло яғында икән, ҡошсоҡ дөрөҫ урынлашмаған була. Уға ярҙам итеү мөмкин түгел. Ә инде үҙаллы сыға алмай аҙапланһа, аҙ ғына ҡабығын әрсеп, ярҙам итергә кәрәк. Ләкин быны себеш тулыһынса әйләнеп сыҡҡансы, йәғни алдан эшләргә ярамай. Был осраҡта ҡан системаһы боҙолоуы бар.
* Әгәр ҙә аҙығында йәшел үлән (ҡышын алдан әҙерләнгән үлән, бесән вағы, оно) булмаһа, улар бер-береһенең мамығын йолҡа, шунлыҡтан яланғасланып ҡалған тән өлөшөн суҡый башлай.
* Бәпкәләргә һыу эсереү өсөн һауыт өҫтөнә алдан уҡ ағастан яһалған рәшәткә йәки металл ситлек ҡапларға кәрәк. Ул сағында һыу ҙа бысранмай, ҡошсоҡтар ҙа еүешләнмәй.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 311

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 376

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 263

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 330

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 282

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 355

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 355

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 329

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 316

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 253

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 484