Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеленә ятҡан шөғөлө
Күңеленә ятҡан шөғөлө Урындағы һөйләштә аралашыусылар араһында ятыраҡ яңғыраған төньяҡ-көнсығыш райондарға хас һүҙҙәр шундуҡ ҡолағыма салынды. “Беҙҙең яҡтан бит” тигән уй мамыҡ шәл ябынып торған мөләйем ҡатын янында туҡтатты. Ысынлап та, Лена Юлдаш ҡыҙы Ҡыйғы районының Абзай ауылында буй еткергән булып сыҡты.
Ҡаланың үҙәк баҙары алдындағы майҙанда төрлө мамыҡ шәл, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән бейәләй һәм ойоҡбаш һатып тороусыға бынан алда ла иғтибар иткәнем бар ине. Һауа шарт­тарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, хатта бик кәрәкле йомош менән генә урамға сығырлыҡ һыуыҡтарҙа ла уның “эш урынында” икәнлегенә аптырабыраҡ та ҡарай инем. Сит-ят тарафтарҙа осрашҡан яҡташтарға хас яҡынлыҡ менән һөйләшеп киткәс, Лена Фазуллинаға тәү сиратта шундайыраҡ юҫыҡтағы һорауҙарҙы бирҙем.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, был шөғөлгә тотонорға мохтажлыҡ мәжбүр итте, – тип башланы һүҙен яңы танышым. – Заманында ҡаланың шаулап-гөрләп эшләгән “НефАЗ” заводында, аҙаҡтан “Башнефтепромстрой” төҙөлөш тресында дәрәжә­ле генә вазифаларҙа етерлек хеҙмәт стажы туп­лап, хаҡлы ялға сыҡтым. Уҙған быуаттың туҡһа­нынсы йылдары уртаһында тормош күп йәһәттән ауыр булды бит. Ас ултырмаһаҡ та, аҡса яғы наҡыҫыраҡ ине. Шул заманда егелдем дә инде был эшкә. Ике ҡыҙыбыҙҙы ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу өсөн ирем тапҡанға өҫтәлмә булыр тип тырыштым инде...
Ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусылар Мөслимә Ниғмәтулла ҡыҙы менән Юлдаш Нурмөхәмәт улы Шафиҡовтарҙың дүрт балалы ғаиләһендә үҫкән Лена апай. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан булған һәм 1953 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институ­тының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) тарих факультетын тамамлаған аталарын, ул замандарҙағы тәртип буйынса, республиканың бер мөйөшөнән икенсеһенә күсереп йөрөткәндәр. Башлыса директор вазифаһында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән Юлдаш Шафиҡов ағай Ҡыйғы районының Абзай, Салауат районының Лағыр, аҙаҡтан Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында мәктәптәр төҙөүгә күп өлөш индергән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған ҡатыны Мөслимә менән бер ул һәм өс ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алыуға булышлыҡ итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Лена Юлдаш ҡыҙы уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә ала, бәйләүгә өйрәткән әсәһенә әле лә рәхмәтле.
Хәжәте тыуғас, бәйләү маһирлығы ярап төшкән үҙенә. Баштараҡ ойоҡбаш, бейәләй кеүек ваҡ әйбер тәҡдим итһә, артабан шәлгә күскән. Тора-бара һатыу нескәлектәрен дә үҙләштергән. Дөйөм әйткәндә, яңы шөғөлөнөң барлыҡ серҙәренә төшөнгән. Бөгөн ике ҡыҙы үҙаллы тормош көтһә лә, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хаҡлы ялға сыҡҡан ире Валерик Рәфәғәт улының һәм үҙенең пенсиялары килеп торһа ла, баҙарға сыҡмай, өйҙә генә ятыуын күҙ алдына ла килтерә алмай Лена апай. Бер яҡтан, ул “кризистары ары торһон, пенсияма өҫтәмә биргән шөғөлөм бар, бер ҙә ас ултырмайым” тип ауыҙ тултырып әйтә алһа, икенсе яҡтан, һөнәрҙәштәре араһында күптән яңы әхирәттәр тапҡан. Уның һүҙҙәренсә, улар менән аралашыу ҡиммәтен бер ниндәй аҡса менән дә үлсәп булмай. Тормош ауырлыҡтарына зарланып, өйҙә ултырыуға ҡарағанда, ел-ямғырға һәм йәйге эҫе менән ҡышҡы һалҡынға әллә ни бошонмай, көндәрҙе саф һауала үткәреүҙе хуп күргән милләттәшебеҙ бар яҡтан тик маҡтауға лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 279

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 587