Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төптән егелгәндәр
Төптән егелгәндәр Ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла шәхси хужалыҡтағы бихисап эштәргә бала саҡтан күнегеп үҫә. Эреле-ваҡлы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауҙан башлап, йорт яны баҡсаһында бәрәңге, башҡа йәшелсә-емеш үҫтереү, бесән-утын әҙерләү, өй-ҡаралтыларҙы ҡарау, ҡышын ҡар көрәү ғүмер дауамында көндәлек һәм ғәҙәти мәшәҡәттәргә әүерелә. Уларға һәр ғаиләнең тамағы туҡлығы, өҫтөнөң бөтөнлөгө, тормошоноң етешлеге туранан-тура тиерлек бәйле бит. Ололар ошо хәстәрҙәрҙе әле яңы ғына гөрләп йәшәгән колхоз һәм совхозда хеҙмәт һалыу менән бергә алып барһа, үҫмер егет һәм ҡыҙҙар мәктәптән буш ваҡытты файҙалы һәм кәрәкле итеп үткәрә. Һуңғы сирек быуат арауығында төрлө тарафтарҙан иҫкән замана елдәре ауыл кешеһенең совет осоронда яйланған тормошон ҡырҡа үҙгәртте, әлбиттә. Күмәк хужалыҡтар тарҡалып, көн дә эшкә әйҙәүсе бригадирҙар юҡҡа сыҡҡас, бәғзеләр тик ятыуға һалышты, кемдәрҙер йәшәү шарттары еңелерәк булған ҡалаларға тартылды, ҡайһы берҙәр “бәхет эҙләп” алыҫ Себер тарафтарына юлланды. Һирәктәр генә ата-бабаларҙан ҡалған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлап, яңы дәүер тыуҙырған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шәхси хужалығында үҙе өсөн тир түгергә билен биштән быуып тотондо. Норҡан ауылы уңғандары Инга менән Дамир Миншараповтар – нәҡ шундайҙарҙан.
Урындағы Мичурин исемендәге колхозда күп йылдар тракторсы булып эшләгән ғаилә башлығына тормош юлдашын үҙ ниәттәренә күндереү бер ҙә ауыр булмай. Йәштән хеҙмәт һөйөп үҫкән Инга иренең башланғысын тулыһынса ҡабул итә, һәм улар ең һыҙғанып эшкә тотона. Ниндәйҙер яңылыҡ уйлап сығарырға кәрәкмәй бит: мал-тыуарҙы быға тиклем дә тоттолар, бар нескәлектәр таныш. Теләк булғас, алдарына ҡуйған төп маҡсатҡа – етештергән продукцияны һиҙелерлек табыш килтерерлек итеп һатыу серҙәренә лә тиҙ төшөнә Миншараповтар. Ә тәүге осорҙағы маҡсаттары әллә ни иҫ китерлек тә түгел ине кеүек: үҫеп буй еткерә барған игеҙәк ҡыҙҙа­рын башҡаларҙан кәм итмәй тәрбиә­ләү, уларҙы заманса кейендереү, оло тормош юлына әҙерлекле итеп аяҡҡа баҫтырыу.
Ҡасандыр ҡәҙимге колхозсылар кеүек үҙҙәре өсөн генә тотҡан бер һыйыр һәм дүрт-биш баш һарыҡ һанын күпкә арттырып, хәҙер өс һыйыр һауа уңғандар. Йыл һайын һатыу өсөн тиҫтәнән артыҡ башмаҡ һимертәләр. Һарыҡ итен алырға теләүселәрҙең күбәйеүе лә һөйөндөрә уларҙы.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙе сығымдар һәм килем алыу йәһәтенән төрлө яҡлап уйлап ойоштороусы Дамир Миншара­повтың киләсәккә ниәттәре лә төплө. Ҡуртымға алған 20 гектар сабынлыҡ­тарына тағы ла бер ни тиклем пай ерҙәрен ҡушырға өмөт итә.
– Иген культуралары менән дә шө­ғөлләнергә иҫәп бар, – ти ул. – Мал­дарҙы һимертеү өсөн миҙгелгә уртаса 20 тоннаға яҡын фураж һатып алыу ҡиммәткә төшә. Үҙем үҫтерһәм, әл­биттә, күпкә осһоҙораҡ буласаҡ. Шуға ла ныҡлап тотонорға ине был эшкә.
Һөт һәм унан етештерелгән ашам­лыҡтарҙы һатыу йыл әйләнәһенә тиерлек килем бирә тырыштарға. Был йәһәттән мәшәҡәттәрҙе Инга тулы­һынса үҙенә йөкмәгән: һыйыр һауыуҙан башлап, һөттө үҙ ваҡытында эшкәртеү, аҡты, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡты, күңел биреп эшләгән эремсек һәм һыйыр майын һатыу уның өҫтөндә. Тәҡдим итер тауары әҙер булғас, өлгөр ҡатын машинаһын ҡабыҙа ла тиҫтә ярым саҡрымдағы Яңауылға юллана.
– Ҡалала үҙ һатып алыусыларымды күптән тапҡанмын инде, – ти Инга. – Уларҙы машинала урап сығыу бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай, киреһенсә, һөт ризыҡтарын йыл әйләнәһенә мотлаҡ аласаҡтарына тулы ышаныс бар.
Көндәлек эштәре хаҡында әллә ни ауырлығы булмаған шөғөл һымағыраҡ бәйән итә Миншараповтар. Донъя ығы-зығыһына бер ҙә иғтибар итмәй, үҙҙә­рен генә түгел, яҡташтарын да юғары сифатлы ашамлыҡ менән тәьмин итеүсе йүнселдәр шулай хеҙмәттән йәм алып, “тырышҡан – табыр...” тигәнде эш менән раҫлап, күптәргә өлгө булып йәшәй. Афарин, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын уларға!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500