Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төшөнкөлөккә бирелмәй
Төшөнкөлөккә бирелмәй Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү бер ваҡытта ла еңелдән булмаған. Шуға был өлкәлә үҙ эшен асырға теләүселәр ҙә күп түгел кеүек, улар араһында уңышлы эшләп киткәндәре иһә бармаҡ менән һанарлыҡ. Әммә ысын ер “ене” ҡағылғандарҙы бындай ауырлыҡтар ҡурҡытмай, улар тырышып эшмәкәрлеген алып бара.
Бынан 19 йыл элек ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе төп маҡсаты итеп, ошо өлкәлә шәхси эшен асырға йөрьәт иткән Гусев ауылы уҙаманы Абрар Ғайсин да төшөнкөлөккә бирелеп барғандарҙан түгел. Ул етәкләгән “Данлы Урал” ауыл хужалығы кооперативы бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тора, илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
— Заманында дөрөҫ ҡарарға килеп, ошо хужалыҡҡа нигеҙ һалғаныма ҡыуанып бөтә алмайым, — ти Абрар Хафиз улы. — Төрлө саҡтар булды, ауырлыҡтарын да һиҙҙем, әммә бөгөн шуның татлы емештәрен татыйбыҙ. Шөкөр, башҡарған эштең һөҙөмтәһе бар. Һуңғы йылдарҙа, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар тотороҡлана төшкәс, уғата дарман артты. Бойҙай, арпа, һолоға ихтыяж ҙур булмаһа ла, ҡарабойҙай хаҡы насарҙан түгел. Шуға ошо йүнәлештә эшләү отошло. Игенде иһә малға ашатһаң, ит-һөт аша уларҙың да үҙҡиммәтен арттырырға мөмкин.
Бына шулай ауылса ябай ғына итеп, әммә төплө анализ яһай баҙар иҡтиса­дына тәжрибәле фермер. Ғөмүмән, һәр нәмәне ете ҡат үлсәп, төптән уйлап эшләү ҡанында Абрар Хафиз улының. “Уңыштың сере нимәлә?” тигән һорауға ла, үҙ эшенә тоғро хеҙмәт­сәндәрҙә, тип яуаплай. Был йәһәттән ул хужалыҡ ойошторолғандан алып эшләгән Хажиәхмәт Һатлыҡовты айырым телгә алып үтте. Техниканы, баҫыу­сылыҡ серҙәрен яҡшы белә, иң мөһиме, эшкә үҙенеке кеүек итеп ҡарай, ти Абрар Хафиз улы Хажиәхмәт ағай тураһында. Ул шулай уҡ Зөлфәр Мостафин хаҡында ла ыңғай фекерҙә.
Хужалыҡтың башлыса Таҡһыр ауылы халҡы пайы иҫәбенән ҡуртымға алынған 300 гектар сәсеүлеге, сабынлыҡ һәм көтөүлек ерҙәре бар. Һыйыр, йылҡы малынан тыш, сусҡа ла аҫрайҙар. Киләсәктә йомортҡа тауыҡтары ла үрсетмәксе йүнсел. Шулай уҡ сусҡа­сылыҡ тармағын емгә талымһыҙ булған вьетнам сусҡалары менән тулылан­дырмаҡсы. Бында, иген культуралары башлыса мал аҙығы сифатында тотонола. Әйткәндәй, һыйырҙарҙы һаумай­ҙар, шунлыҡтан быҙауҙар тиҙ үҫә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 758

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 586