Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Башҡортостан" гәзитенең уҙған йылдың 28 октябрь һанында донъя күргән “Өлгөрбай яҙмалары"нда Дүртөйлө ҡалаһының үҙәк баҙары тураһында "Туҡһанынсы йылдарға рәхим итегеҙ!" тигән тәнҡит мәҡәләһе баҫылғайны. Редакцияға муниципаль хакимиәттән рәсми яуап килде. Унда былай тиелә:
"Һуңғы йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһында эшҡыуарлыҡты, төрлө хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә бәләкәй бизнесты, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡалала "Эльдорадо", "Пятерочка", "Полушка", "Монетка", “Терминал", "Добрый маркет" һәм башҡа ҙур сауҙа үҙәктәре үҙ ишеген асты. Тағы ла ике ҡатлы элекке универмаг биналары сауҙа комплексы итеп үҙгәртелде. Иванай ауылында ла ошондай уҡ комплекс сафҡа инде. Үҙәк урамдарҙа күп кенә ер шәхси магазиндарға, предприятиеларға һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү ойошмаларына бирелде. Бынан тыш, яңы сауҙа майҙандары барлыҡҡа килде, шулай уҡ элеккеләре заманса итеп яңыртылды. Беренсе Май, Совет, Вострецов, Седов урамдарында баҙар, сауҙа-сервис комплекстары, ҡаланың сәнәғәт зонаһында "Арктика" аҙыҡ-түлек, "Төҙөлөш ихатаһы" баҙары асылды. Бөгөн был объекттарҙа йөҙләгән кеше эш менән тәьмин ителгән.
Район хакимиәте эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге яңы башланғыстарҙы һәр саҡ хуплай, яҡлай һәм һәр яҡлап ярҙам итә. "Урал-Трейдинг" йәмғиәтенең сауҙа нөктәләре лә уңышлы эшләй. Былтыр йәмғиәт үҙ аҡсаһына Горшков урамындағы баҙарға капиталь ремонт үткәреп, бөтә уңайлыҡтары булған заманса сауҙа рәттәре булдырҙы. Киләсәктә лә йәмғиәт яңыртыуҙы дауам итеп, был майҙанда ябыҡ типтағы сауҙа-сервис комплексы асыуҙы күҙ уңында тота. Дөйөм майҙаны – 7 мең квадрат метр тәшкил итәсәк".
Әммә эшҡыуарҙарҙан һәм һатып алыусыларҙан алынған мәғлүмәт икенсе төрлөрәк. Уларҙың бер нисәүһенең фекерен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

Кем алдай?Илмира ШАҒАПОВА, эшҡыуар:
— Дүртөйлөлә сауҙа урындары аҙ түгел. Ләкин элек-электән халыҡ алыш-бирештең төп урыны — үҙәк баҙарға йөрөргә ғәҙәтләнгән, сөнки бында тауар һайлап алыу мөмкинлеге башҡа нөктәләргә ҡарағанда күпкә киң һәм хаҡтар “тешләшмәй”.
Өлгөрбай ағайҙың “Туҡһанынсы йылдарға рәхим итегеҙ!” тигән яҙмаһын кинәнеп уҡыныҡ, бөтәһе лә дөрөҫ. Баҙар етәкселегенә сауҙа урындарын заманса яңыртыу хаҡында күптән уйланырға ваҡыт, юғиһә егерме йыл инде ҡоро вәғәҙәләр менән ышандыралар. Илебеҙ күләмендә яңыртыу проекттары бойомға ашырылған заманда, баҙарҙың һаман да ошондай ҡыҙғаныс хәлдә ҡалыуы һис тә аңлашылмай. Йөктө урынынан ҡуҙғатыу өсөн урындағы хакимиәт һәм баҙар етәкселегенә аҡланырлыҡ сәбәптәр эҙләргә түгел, ә уны берҙәм һәм бер йүнәлештә тартырға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, был хәрәкәт әлегә күренмәй. Быйыл да ошо шыҡһыҙ сауҙа урындарында ҡалырбыҙмы икән?

Камил КАМАЛЕТДИНОВ, эшҡыуар:
— Күрше Нефтекама, Яңауыл үҙәк баҙарҙарының төҙөклөгөнә хайран ҡалырлыҡ. Бында сауҙа өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Беҙҙең Дүртөйлө ҡалаһы баҙары ғына меҫкен хәлдә — тишек-тошоҡ эш урындарында нисәмә йыл һатыу итергә мәжбүрбеҙ. Баҙар етәкселеге һис тә ыжламағас, һатыу итеү урынын таҡта менән ҡоршап ҡуйҙым, юғиһә йәйен тауарҙы ямғыр сылата, ҡышын буран үтә. Кешеләр батҡаҡҡа баҫмаһын тип йөрөү һуҡмағына баҫма яһаным. Сауҙа урынын һәр кем үҙенсә көпләй, шуға ла баҙарыбыҙ сыбар, сиған баҙарын хәтерләтә. Уның ҡасандыр әҙәм йөрөрлөк хәлгә әүерелеүенә өмөтөбөҙ күптән инде өҙөлгән. Ике тиҫтә йыл үҙгәрмәгәнде, киләсәктә үҙгәрер тиһегеҙме?
Беҙҙең Дүртөйлөлә әлегә тиклем асыҡ һауала сауҙа итергә мәжбүр эшҡыуарҙар, уңайһыҙ шарттарҙа хеҙмәтләндерелеүсе халыҡ хаҡында уйларҙармы икән?

Илшат МИҺРАНОВ, һатып алыусы:
— Ямғырлы көндәрҙә һатыусыларҙың утҡа баҫҡан бесәй кеүек ҡыланғандарын күреп, йәлләп ҡуям. Тауарҙарына һыу үтмәһен тип, полиэтилен менән ҡапларға, әйберҙәрен ҡумталарға тултырырға керешәләр. Ҡышҡы селләлә лә еңел түгел, йылынырға урын юҡ...
Ғөмүмән, беҙ ҡайһы заманда йәшәйбеҙ? Үҙәк баҙар, күркәмлеге менән балҡып, үҙенә саҡырып торорға тейеш. Ә беҙҙә... Ҡунаҡтар килһә, күрһәтергә лә ғәрләнәһең.

Лидия ЙЫҺАНШИНА, һатып алыусы:
— Шуға аптырайым: ҡалабыҙҙа эреле-ваҡлы сауҙа урындары, магазиндар йыл һайын ишәйә, ә олоһонан кесеһенә тиклем йөрөй торған баҙарҙы үҙгәртеп ҡороусы һаман юҡ. Ҡала етәкселегенә уны заманса итеү юлдарын эҙләргә, йә иһә һатып алып, муниципаль милеккә күсерергә кәрәктер. Йорт төҙөклөгө — хужанан, тиҙәр. Баҙарыбыҙ үҙенә күптән инде йүнсел етәксе талап итә.
Марат МОРАТОВ әҙерләне.
Дүртөйлө ҡалаһы.


Редакциянан. Республикабыҙҙың башҡа ҡалаларындағы кеүек, Дүртөйлөлә лә халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек, заман талаптарына яуап бирерлек сауҙа үҙәктәре, магазиндарҙың булыуы хуплауға лайыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хакимиәт башлығының гәзиткә яуап хатында дүртөйлөләрҙең төп алыш-биреш урыны — “Урал трейдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, йәғни ҡалалағы иң ҙур үҙәк баҙарҙы, ташландыҡ хәлдән замансаға әүерелдереү юлдары хаҡында төплө, аныҡ фекер әйтелмәгән. Район етәксеһе ошо баҙар урынында 7 мең квадрат метр майҙанда заманса сауҙа-сервис комплексы булдырыласағы хаҡында һүҙ йөрөтә, ләкин төҙөләсәк сауҙа үҙәгенең раҫланған проекты бөгөнгәсә юҡ, баҙар оҙаҡ йылдар ҡыҙғаныс хәлдә ҡала килә. Шуныһы үкенесле: баҙар етәкселеге менән район хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек юҡ. Шәхси предприятиелар эшенә ҡыҫылыу түгел, уларға кәрәк сағында ярҙам күрһәтеү зарур. Ә Дүртөйлө районы хакимиәте башлығының хатында быға ынтылыш һиҙелмәй. Тимәк, йөк һаман үҙ урынында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 327

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 267

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 289

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 363

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 334

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500