Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ ҡалас өләшәләр...
Аҡ ҡалас өләшәләр... Тормош кешегә төрлө һынауын ебәреп кенә тора. Зилә лә ике бала менән эшһеҙ тороп ҡала. Әммә балаларының — ике бөртөк күҙ нурҙары Динә менән Гөлшаттың — киләсәге хаҡына үҙенә оло маҡсат ҡуйып, уны бойомға ашырырға көс таба. Тәүҙә Кинйәбулат ауылында колхоздан ҡалған иҫке генә икмәкханала эш башлай. Ҡамыр ризыҡтарына ихтыяж ҙур икәнлеген күргәс, дәртләнеп эшкә тотона. Артабан Зилә Хәйбулла ҡыҙы Ишембай ҡалаһына күсеп килә һәм “Ауылса икмәк” тигән сауҙа ойошмаһын асып ебәрә.

— Һәр ризыҡҡа күңел йылыһын һалабыҙ, — ти ул. — Оҫталыҡ ниндәйҙер технология менән икмәк бешереү серен белеүҙе генә түгел, аҙыҡ-түлеккә оло хөрмәт менән ҡарауҙы, уны йәшәү өсөн мөһим тип баһалауҙы ла талап итә. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, изге уйлы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр генә эшләй. Уларҙың икмәкте тәмһеҙ бешереүе мөмкин түгел.
Коллектив ҙур түгел, әммә 20 төрлө икмәк ризығы ҡаланың бер нисә магазинына һәм ауылдарға ебәрелә.
Икмәкте тағы ла сифатлыраҡ бешереү өсөн урындағы етәкселектең ярҙамы менән лизинг компанияһы аша яңы мейестәр алғас, эштәре тағы ла алға киткән. Төрлө семинарҙарҙа ҡатнашып, кисәге ябай ауыл ҡыҙы етәкселек серҙәренә төшөнә, баҙар шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа, үҫергә, камиллашырға ынтыла.
Юғары ойоштороу һәләтенә эйә, эшҡыуарлыҡта етди уңыштарға өлгәшкән етәксе Зилә Бибакова 2013 йылда Өфө ҡалаһында үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры” республика конкурсындағы “Бизнес-асыш” номинацияһында еңеп сыҡты.
Шуныһы һөйөнөслө: Зилә Хәйбулла ҡыҙы – балаларына үҙе ҙур өлгө. Динә менән Гөлшат әсәләренең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң ҙур ярҙамсылары, икеһе лә юғары юридик белем алғандан һуң төрлө өлкәлә хоҡуҡ белгесе булып тәжрибә тупланы. Киләсәктә үҙ эштәрен асырға хыялланалар. Өлкәне был йәһәттән тәүге аҙымдарын яһай, кесеһе әле ситтән тороп Санкт-Петербург дәүләт университетында икенсегә юғары белем алырға ла өлгөрә, икмәкхананың иҫәп-хисап эштәрен дә алып бара. Әсәле-ҡыҙлы Бибаковаларҙың өсөһө лә — заманса ҡарашлы, тормошта үҙ юлын тапҡан көслө рухлы гүзәл зат­тар.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489