Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡ өләшеүсе
Матурлыҡ өләшеүсе Шаҡмаҡлы оло сумка менән сит илдән төрлө тауар тейәп алып ҡайтып һатыусылар башлап ебәргән шәхси эшҡыуарлыҡ һуңғы ике тиҫтә йылда, рәсми нигеҙ һәм дәүләт яҡлауы алып, ныҡлы аяҡҡа баҫты. Был хәрәкәт беҙҙең көндәлек тормоштоң күп өлкәләрендә үҙен ярайһы уҡ танытты. Элегерәк уға булған кире ҡараш та ыңғайға үҙгәрә, йәмғиәттәге ышаныс та арта бара. Бының төп сәбәпсеһе – әлбиттә, килем артынан ғына ҡыуған алыпһатар түгел, ә кеше ихтыяжын даими иғтибарҙа тотҡан ысын эшҡыуар. Быға тиклем етерлек тәжрибә туплаған шөғөлдәре буйынса үҙ эшен асҡан йүнселдәр араһында нәҡ шундайҙар бихисап. Сифатлы хеҙмәт күрһәтеп, халыҡтың лайыҡлы ихтирамын яулаған Фәйрүзә Томилова хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин.

Үҙе оҡшатҡан һәм күңел биреп башҡарған косметолог һөнәренә бынан 31 йыл элек тотонған ул. Өфөләге уҡыу-консультация пунктында махсус курс үткәс, ул заманда айырым салон булмағанлыҡтан, косметолог эшен бөҙрәханала башлаған. Быға тиклем фармацевт һөнәрен алып, үҙаллы хеҙмәт һынауы үткән Фәйрүзә бөтөн ҡала өсөн әлегә яңы булған шөғөлдө еңел үҙләштерә. Һәр төрлө эшкә бала саҡтан күнегеп үҫкән ауыл ҡыҙының ата-әсәһенән бирелгән тәбиғи тырышлығына өҫтәлгән ҡыҙыҡһыныусанлығы уңышҡа юл аса. Бурысын яратып һәм намыҫ менән башҡарған хеҙмәткәрҙең төрлө йәштәге клиенттары көндән-көн арта, уның исемен тик маҡтап телгә ала башлайҙар. Совет осоронда һәр коллективта тейешле кимәлдә ойошторолған социалистик ярыш алдынғыһы булып таныла комсомолка Фәйрүзә. Байрамдар айҡанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр ала, ике йыл да үтмәҫтән “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән исемгә лайыҡ була.
Ижади ҡарашлы, яңылыҡҡа ынтылыусы Фәйрүзә Ғәтуф ҡыҙы 1992 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлә. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә ул ҡалалағы тәүге йүнсел була. Алдағы тиҫтә йылда яратҡан шөғөлө буйынса үҙаллы эшләп, етерлек оҫталыҡ һәм тәжрибә туплағас, үҙәк урамдарҙың береһендә шәхси матурлыҡ салоны асырға ҡарар итә. Әлбиттә, был юлда осраған һикәлтә-кәртәләрҙе бөгөн онотҡан да тиерлек. Ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҡайһы бер учреждениеларҙың “бейек” күтәрмәләрен күпме тапағанын хәтерләһә, үҙе лә аптырап ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бер ҙә еңел булмаған бихисап ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан икән! Көндәлек тормошта уларҙан тыш башҡа мәшәҡәттәре лә етерлек бит. Ярай әле, ире Владимир Николаевич һәр саҡ хәлен аңланы, йылы һүҙгә һәм наҙлы ҡарашҡа йомарт булды. Йонсоп киткән сағында ғаиләһе янында йылылыҡ, күңел тыныслығы тапты. Фәйрүзә өйөнөң һәр бүлмәһендә, йорт алды баҡсаһында күҙҙең яуын алып, хуш еҫ таратып ултырған сәскәләре менән дә серләште. Ниндәйе генә юҡ уларҙың?! Иң яратҡандары салон ҡаршыһында, эстәге барлыҡ бүлмәләрҙә клиенттарын һоҡландырып ултыра…
Өлгәшелгән менән ҡәнәғәтләнмәй, гел яңылыҡҡа ынтылыусы Фәйрүзә Ғәтуф ҡыҙы косметология хеҙмәте күрһәтеү буйынса яңы ысулдар үҙләштерә, һөнәренең серҙәренә йәштәрҙе лә өйрәтә. Маһирлығын йылдан-йыл арттырып, Испанияның һәм Голландияның косметология мәктәптәре биргән “Халыҡ-ара категориялы оҫта” дәрәжәләренә лайыҡ була. Төп хәстәрҙәренән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Республиканың Дизайнерҙар, визажистар һәм косметологтар союзын ойоштороусыларҙың береһе. Ҡалалағы матурлыҡ бәйгеләрен, әлбиттә, унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай – оҫталығы халыҡ-ара кимәлдә танылған косметолог даими баһалама ағзаһы.
Матурлыҡ салоны стеналарын төрлө кимәлдәге етәкселәр ҡул ҡуйған тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙы һәм дипломдар биҙәй. Улар араһында Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының, Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының бүләктәре айырым урын алып тора. “Төбәктәрҙең алтын фонды” ордены хужабикә өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Күп йылдар алып барған хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Рәхмәт хаттары үҙҙәре үк йылылыҡ бөркә кеүек…
Шөғөлөн яратып башҡарыусы алты оҫта эшләгән “Люкс” матурлыҡ салонын ҡалала бөгөн яҡшы беләләр. Үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә, төҫ-сырайына иғтибарлы булған төрлө йәштәгеләр күптән үҙ иткән уны. Ҡатын-ҡыҙға бында тиҫтәгә яҡын косметология хеҙмәте күрһәтелһә, ир-егет тә бөхтә итеп сәс алдыра. Матур һәм йәш күренергә теләүселәр алдан уҡ сиратҡа яҙыла.
Уңыш серҙәре тураһында һорауға Фәйрүзә Ғәтуф ҡыҙы ябай ғына итеп “клиенттарҙы яратыу” тип яуапланы. Халыҡ-ара кимәлдәге матурлыҡ оҫтаһының һүҙҙәренә нимәлер өҫтәү урынһыҙ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 489