Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер бейәнән өйөр яһаған!
Бер бейәнән өйөр яһаған! “Бәхет булмаҫ ине, бәхетһеҙлек ярҙам итмәһә”, ти урыҫтар. Был әйтемдең мәғәнәһен шәхси эшҡыуар Владик Нәбиуллин яҡшы аңлай. Барыһы ла илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороу осоронда башлана. Булған колхоз-совхоздар йә тарҡала, йә кемдеңдер ҡулына эләгә. Ана шундай буталсыҡ заманда баш зоотехник эшһеҙ ҡала. Тик тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған ир баҙамай, йылҡы малын үрсетергә тотона.

– Ул ваҡытта минең аҙбарымда бер генә бейә тора ине, – тип хәтирәләргә бирелә уҙаман. – Шулай ҙа ҡасандыр өйөр буласағына ныҡ ышандым һәм тырыштым. Күрше райондарға йөрөп бура бурап, арыу ғына аҡса йыям да йәнә бейә һатып алып ҡайтам.
Әлбиттә, Владик Вәдит улының был тиклем тырышыуына көлөп ҡарағандар ҙа табыла.
– Кит, ниңә юҡ менән булышаһың?! Шул ат үрсетәм тип ғүмереңде бушҡа үткәрәһең бит! – ти берәүҙәр.
– Мал аҫрап кем байыған? Ул тиклем өҙгөләнмәһәң дә ярар ине, – тиеүселәр ҙә табыла.
Ләкин егәрле ир үҙ маҡсатына тоғро ҡала. Хәләл ефете Флүрәнең һәр эштә бер һүҙҙән булыуы, Илгиз улының ярҙамсыллығы уны дәртләндереп ебә­рә. Йылдар үтеү менән йүнсел үҙенең хаҡлығына инана. Тырышҡан — табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тип юҡҡа әйтмә­гәндәр.
Бөгөн Владик Нәбиуллиндың хужа­лығында 200-ҙән ашыу йылҡы малы бар. Улар башлыса француздарҙың “першерон” тоҡомон үрсетә. Был аттар матур буй-һыны менән генә түгел, итте күп биреүе менән дә отошло.
– Йылына илле баш йылҡыны баҙарға сығарабыҙ, – ти Владик Вәдит улы. – Шөкөр, район хакимиәте етәкселеге фермерҙарға һәр саҡ ярҙам итә. Уларҙың хәстәрлеге менән ит һатыу ҙа яҡшы ойошторолған. Район менән килешеү буйынса, беҙ Силәбе өлкәһенә лә продукция оҙатабыҙ.
Эшҡыуар белдереүенсә, районда ауыл хужалығын үҫтереү өсөн байтаҡ эш башҡарыла. Мәҫәлән, ул яңыраҡ ҡына дәүләт ярҙамы менән ярты хаҡҡа трактор һатып алған. Фермерҙың ашлама һаҡлау өсөн урыны ла булмаған. Урындағы етәкселек иһә элекке колхоздың буш торған бинаһын уға ҡулланыуға тапшырғас, эш көйләнгән.
Владик Нәбиуллиндың ҡыҙы Ида ла, атаһынан күреп, ошо кәсепкә тотон­маҡсы. Башҡорт дәүләт универ­сите­тының юридик факультетын та­мам- ­лаған һылыу ауылда ҡалырға уйлай.
– Мин ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә башлайым, – ти Ида. – Бының өсөн башҡорт тоҡомло бейә­ләрҙе үрсетер кәрәк. Сөнки нәҡ улар ғына һөттө күп бирә. Ҡымыҙ цехын төҙөнөк, әле тейешле документтар әҙерләп йөрөйөм.
Нәбиуллиндарҙың был маҡсаты ла тормошҡа ашасағына шик юҡ. Тырыштар хыялды ысынбарлыҡҡа әйләндерә ала.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 279

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 022

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 759

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 393

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 587