Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ока”нан “джип”ҡа табан
“Ока”нан “джип”ҡа табан
Иртән эшкә тотонор алдынан бер аҙ гәпләшеп алыу ауыл халҡының ҡанына һеңгән. Бына шундай “оперативка”ның береһендә ир-ат күрше хужалыҡҡа “Ока” автомобиле килеп туҡтағанын шәйләп ҡала. Руль артында – яңы ғына ныҡлы аяҡ баҫып килгән эшҡыуар Ғәйнетдин. Шул саҡ ҡарап тороусылар аптырап китә: бәләкәс кенә машинанан эшселәр сыға ла сыға, сыға ла сыға икән. Йәмғеһе туғыҙ кеше. Әлбиттә, бындай күренеш барыһына ла ҡыҙыҡ тойола, көлөшкән булалар. Ә бер нисә йыл үткәс, шул хужалыҡтың етәксеһе инде “джип”та елдерә башлағас, мыҫҡыллы көлөү һоҡланыуға әүерелә…


“Ока”нан “джип”ҡа табанҮҫештең бына шундай иң аҫҡы баҫҡыстарынан, халыҡса әйткәндә, “нулдән” башлай хәҙер 500-ҙән ашыу ат хужаһы, бул­дыҡлы эшҡыуар, райондың аб­руй­лы кешеһе Ғәйнетдин Мө­хәмәтов. Кәрәк саҡта бәләкәй генә машинаға ла эшселәрен һыйҙыра, трактор менән ер ҙә һөрә, тиреҫ тә таҙарта. Бынан тыш, үҙе – бухгалтер, үҙе – директор, тигәндәй.
Бөгөн “Ватан” ауыл хужа­лығының миллионер совхоз­ды­ҡынан да кәм булмаған тех­­ни­каһы бар, ете мең гектар­ҙан ашыу ер һөрөп сәселә, бесән әҙерләнә. Шулай ҙа хужалыҡтың төп тармағы – йылҡысылыҡ. Күмертау халҡы сифатлы һәм тәмле колбасаны нәҡ “Ватан”дан ала. Продукцияһын тамырынан башағына тиклем тигәндәй ху­жалыҡ үҙе етештерә бит, алдаш­май, теләһә ниндәй тәм­­­­ләт­кес­тәр, оҙаҡ һаҡлау өсөн “химия” ҡушмай. Үҙҙәренең махсус цехтары ла бар.
– 12 төр колбаса-ит продук­цияһы етештерәбеҙ. Шуныһы яҡшы: тауар иҫкереп ятмай, көнөнөкөн көнөнә алып бөтөп торалар. Хатта Ырымбурҙан да килеп етәләр, – ти цех “ко­ман­диры” Руслан Иҫәнғолов. Ғөмү­мән, был комплекста эш күптән тәртипкә һалынған. Бер звено ла сатанламай, шарттар ҙа бар, талап та етерлек. Мә­ҫәлән, әле хужалыҡта 35 кеше тир түгә. Күптәре тәүге көндән алып эшләй.
– Был комплексҡа килгәнемә биш йыл булды. Эш хаҡы етер­лек. Ситтән килгәндәргә бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ та бар. Эш юҡ заманда ауыл ке­шеһе өсөн тағы нимә кәрәк ин­де? – ти механизатор Алек­сандр Хохлов. Эйе, булдыҡлы эш­ҡы­уар үҙе лә, ер балаһы булараҡ, хеҙмәт кешеһенең баһаһын яҡшы аңлай.
“Ока”нан “джип”ҡа табан– Аҡса, продукция, бесән-иген яғынан бер кешене лә ситләт­мәйем. Шуға һәр кем икәү-өсәү урынына тырыша. Әммә минең бер шарт бар: эш ваҡытында тәртип боҙоп йөрөгәндәрҙе тотмайым, – ти йүнсел.
Көйөргәҙе районында һәм Күмертау ҡалаһында Ғәйнетдин Ғәзиз улының сифатлы продук­цияһын яҡшы беләләр. Тырыш, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер һәм тәүәккәл кешенең шәхси абруйы ла күҙгә күренеп үҫә. Бынан ике йыл элек Шәбағыш ауылы хакимиәте башлығы булып эшләү әле район Советы депутаты йөгөн тартыу быға асыҡ дәлилдер. “Халыҡсан эш­ҡыуар” тигән исем бик килешер ине уға.
…Бөгөн йыш ҡына дәүләтте ауыл хужалығы тармағында көс түккән йүнселдәрҙе һанға һуҡ­май тип ғәйепләйбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, ҡануниәт яғынан да, бюрократик нигеҙҙә лә етешһеҙлектәр быуа быуырлыҡ. Тик бар бит ул бөтә иҫкән елдәргә ҡаршы торорлоҡ бынамын тигән эшҡыуарҙар! Үҙҙәренең тормошон ғына ма­тур­ламай улар, ә тиҫтәләгән ке­шегә эш урыны ла йүнләй. Йәнә муниципалитет ҡаҙнаһын тулы­ландыра, бағыусылыҡ күрһәтә. Дөрөҫөн әйткәндә, шундай эшҡыуарҙар төпкөлгә йән өрә лә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584