Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнсел булырға нимә ҡамасаулай
Йүнсел булырға нимә ҡамасаулай
Сибайҙа “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге уңышлы эшләп килә. Бында республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән халҡына башланғыс мәғлүмәт-консультация үҙәге булдырылған. Улар һалым түләү, бухгалтер иҫәбе, кредит юллау, предприятиены хоҡуҡи яҡлау һәм үҫтереү, бизнесты планлаштырыу буйынса төрлө мәғлүмәт ала. Йыл һайын бизнес-үҙәккә мөрәжәғәт иткәндәрҙең һаны арта. Улар араһында башҡорттарҙың аҙ булыуы, милләттәштәребеҙҙең эшҡыуарлыҡҡа аҡрын килеүе сер түгел. Сәбәбе нимәлә? Үҙәк директоры Айнур ИШМӨХӘМӘТОВ менән ошо хаҡта һөйләштек.


— Айнур Ғүмәр улы, һеҙ етәкләгән үҙәк эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтә?
— Бөгөн Сибайҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса төрлө программа эшләй. Үткән йылда ошо юҫыҡтағы муниципаль программаға 20 миллиондан ашыу аҡса йүнәлтелде, шуның 5 миллионы урындағы ҡаҙнанан бүленде. Күрһәтелгән ярҙамдың Сибай халҡы тарафынан тулыһынса үҙләштерелеүен иҫәпкә алып, киләсәктә республика һәм федераль программаларҙа ҡатнашыу әүҙемлеген арттырыу күҙ уңында тотола.
Республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған микрофинанслау ҙа үҙ эшен асҡандарға этәргес роль үтәй. Ярҙамдың был төрө килешеү нигеҙендә кире ҡайтарыу шарты менән “Микрофинанслау үҙәге” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан бер йылға һәм бер миллион һумға тиклем йылына 10 процент менән бирелә. Кредит хеҙмәттәре күрһәткән башҡа коммерция финанс ойошмалары менән сағыштырып ҡарағанда, микрозайм юллау беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн иң ҡулай юл һанала. Шулай ҙа был йәһәттән әүҙемлек һиҙелмәй. Көньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса алып ҡарағанда, Сибай дүртенсе урынды биләй (10 эшҡыуар микрозайм алған).
Шулай уҡ республика программаһы сиктәрендә йылына 8 процент менән 30 миллионға тиклем кредит алыу мөмкинлеге лә булдырылды. Ике йыл эсендә Сибай эшҡыуарҙары араһынан был ярҙам менән тик бер эшҡыуар ғына файҙаланды. Ошо көндәрҙә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн минималь процентлы кредит алыу тәртибенә Башҡортостан Хөкүмәте яңы үҙгәрештәр индерҙе. Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хәҙер кредитты түләү осоро 3 йылдан алып 5 йылға тиклем оҙайтылды.
— Бөгөн күп эшҡыуарҙар кредит юллауҙағы ауырлыҡтарға зарлана...
— Килешәм. Әммә был проблеманың төп сәбәбе – үҙ эшен асыусыларҙың залогка һалыу өсөн мөлкәте булмауҙа. Шулай ҙа был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Башҡортостанда Гарантия фонды булдырылды. Уның төп шарты эшҡыуарға дөйөм тәьмин ителеш күләменең 30 процентын индереү кәрәк булһа, ҡалған өлөшөн, поручитель булараҡ, Гарантия фонды тәьмин итә. Шуны ла әйтеү кәрәктер, 3 миллионға тиклем поручителлек бушлай тәҡдим ителә, ә 3 миллиондан 42 миллионға тиклем алған осраҡта 0,5 ставкаһы буйынса башҡарыла.
Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаларға килгәндә, яңы эш башлаған фермерҙарға һәм “Ғаилә фермаһы”н үҫтерергә теләгәндәргә программа буйынса крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә 1,5 миллион һум субсидия алыу мөмкинлеге бар.
— Үҙ эшен асыусылар араһында милләттәштәребеҙҙең аҙ булыуы борсоуға һала. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән уларҙың аҡрын “ҡыбырлауының” төп сәбәптәрен нимәлә күрәһегеҙ?
— Беренсенән, ойоштороу кимәленең түбән булыуынан: кемдер шикләнә, үҙенә ышанмай. Икенсенән, үҙаллылыҡтың булмауынан. Беҙҙең халыҡ әле һаман быға өйрәнеп китә алмай. Быны быуындан быуынға күсеп килгән коллективизм бәләһе тип ҡарау кәрәктер. Беҙҙә дөйөм мөхиттән айырылып, социаль баҫҡыс буйынса күтәрелә башлағандарға шикле ҡарау ҙа ошонан килә, минеңсә. Мәҫәлән, ышаныс тойғоһоноң булмауы, көнләшеү, ришүәтһеҙ бер нәмәгә өлгәшә алмаясаҡһың кеүек хата фекерҙең йәшәүе лә үҙ эҙемтәләрен бирмәй ҡалмай.
Йыш ҡына халҡыбыҙҙың йәшәйеш кимәлен күтәреү өсөн илдең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу кәрәк, тибеҙ. Эйе, бөгөн ошо юҫыҡта байтаҡ эш башҡарыла һәм иң мөһиме – бөгөнгө иҡтисадты үҫтереүҙә эшҡыуарлыҡ ҙур роль уйнай. Шуға күрә халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен яҡшыртабыҙ тип әйтәбеҙ икән, башҡорттарҙың эшҡыуарлыҡ рухын күтәреү мотлаҡ. Ә бының өсөн иһә халыҡтың психологияһын һәм фекерләүен үҙгәртергә тейешбеҙ.
— Тағы ла кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәргә ниндәй проблемалар йыш осрай?
— Улар рәтенә административ кәртәләрҙе лә, эш башлап ебәреү өсөн финанс сараларының етмәүен дә, кредит юллауҙағы ҡыйынлыҡтарҙы ла индерергә мөмкин. Шулай ҙа эшҡыуарҙар менән осрашыуҙарҙа, шәхси консультацияларҙа бөтөнләй башҡа хәлдәр менән осрашырға тура килә. Төп проблема – кешеләрҙең эшҡыуарлыҡҡа тотоноуға баҙнат итмәүе, ҡурҡып ҡалыуы, ул ғына түгел, башлаған эшем туҡтап ҡалһа, барыһын да юғалтасаҡмын, көлөрҙәр, тигән уйҙарға бирелеүе.
Тап шуның өсөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – көслө, өлгөрөп еткән йүнселдәр әҙерләү. Заман эшҡыуары, беҙҙең фекеребеҙсә, профессия түгел, ә характер. Ысынлап та, эшҡыуарға профессионализм, ниндәйҙер кимәлдә аралаша белеү, яуаплылыҡ тойғоһо, үҙ-үҙенә ышаныс, ойоштора белеү оҫталығы кеүек сифаттарға һәм, әлбиттә, иҡтисади белемгә эйә булыу мөһим. Ошо маҡсаттан сығып, “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәгендә эшҡыуарлыҡҡа ҡағылған һорауҙарҙан тыш, кешенең психологияһын үҫтереүгә бәйле семинарҙар, тренингтар уҙғарылып тора. Шулай уҡ билдәле шәхестәрҙе саҡырып (мәҫәлән, февралдә Мәскәү ҡалаһынан Кесе Бари Алибасов килеп ҡайтты), эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре курстарын уҡытып, танытма биреүҙе лә яйға һалғанбыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ынтылғандарға дәүләт ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтә. Ауырлыҡтар һәр ваҡыт булды һәм буласаҡ. Бизнес — көндәлек ауыр хеҙмәт. Уны башлап ебәреү, уңышлы алып барыу, кешенең әүҙемлеге, инициативалы булыуы, үҙ көсөнә ышаныуы — эшҡыуарлыҡтың төп уңыштарының береһе. Теләүселәрҙе бизнес донъяһында көтөп ҡалабыҙ.

Кәримә УСМАНОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491