Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туристарҙы көтә “Арман”
Туристарҙы  көтә “Арман”
Уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында күпселек бәләкәй ауылдар, “перспективаһыҙ” тигән мөһөр һуғылып, яҡында урынлашҡан ҙурыраҡтарына күсерелә. Баймаҡ районының Йылым ауылы эргәһендәге Арман утарының яҙмышы ла тап шулай була.

Йәмле Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан элекке утар урынына йылымдар йәй көнө еләк-емешкә йөрөй. Тәбиғәттең ожмах мөйөшөн хәтерләткән төбәккә ҡыҙығыусылар күп тә, ләкин яуынлы йылдарҙа юлдың насар булыуы арҡаһында был яҡтарға үтеп инеүе ауыр. Кеше ҡулы теймәгәнлектән, тәбиғәт тә шул килеш һаҡланып ҡалған.
Йылым ауылында тыуып үҫкән Руслан Абдуллин 2005 йылдан алып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ағас эшкәртә. Халыҡтың күпселеген егет эшле лә, ашлы ла иткән. Уның артабан йылҡысылыҡты үҫтерергә ниәтләүе лә хуплауға лайыҡ.
Төрлө йүнәлештә шөғөлләнгән эшҡыуарҙар менән осрашып, үҙ-ара кәңәшләшкәндә Руслан Абдуллин уларҙы үҙенә саҡырыр, йыйылыр урындың булмауына төшөнә. Барлыҡ эштең дә тик өҫтәл артында ғына хәл ителмәүе һәр кемгә мәғлүм. “Ниңә иптәштәрҙе саҡырып, уларҙы һунарға, балыҡҡа алып сыҡмаҫҡа?” тигән уй тынғылыҡ бирмәй.
Туристарҙы  көтә “Арман”Аҡрынлап эшҡыуарҙың был хыялы тормошҡа аша. Бала саҡтан ата-әсәһенә эйәреп йөрөгән Арман утарына бара: тирә-яғын байҡай, Йылайыр йылғаһында рәхәтләнеп һыу инә, балыҡ ҡармаҡлай, күңеле түрендә яралған уйының дөрөҫлөгөнә инана. Шунан утар янындағы бер гектар ерҙе ҡуртымға ала, шығырлап торған ҡарағайҙан 10х13 ҙурлығындағы бура күтәрә. Өс ай эсендә бынамын тигән һунарсы йорто ҡалҡып сыға. Шулай уҡ шәп мунса төҙөп ултырта, беседка эшләй, шашлыҡ бешерер урын да яһай. Янында ҡарауылсы йорто, утынлыҡ, башҡа кәрәк-яраҡ төҙөлә. Бар нәмәне зауыҡ менән башҡарырға тырышыуҙары күҙгә ташлана – һәр әйбер һырлап-семәрләп эшләнгән. Ә йорттоң эсе, әйтерһең дә, үҙе бер мөғжизә. Ҡарағай еҫе лә бөтмәгән стена, ағас түбә һәм иҙән, ап-аҡ балсыҡтан ағартылған мейес... Хәйер, замандан ҡалышмаҫҡа тырышып, залына камин эшләгән эшҡыуар, әммә бала саҡтан күңелгә яҡын мейестең йылыһы күпкә яҡыныраҡ тойола.
Үҙе өсөн тип кенә төҙөгән һунарсы йортоноң даны аҡрынлап ҡырағай тәбиғәттә ял итеүселәргә лә ишетелә. Бигерәк тә ҡышын бында килергә теләүселәрҙең һаны бермә-бер арта. Сафлыҡҡа һәм аҡлыҡҡа күмелгән ҡарағай, ҡайын урмандары был төйәккә сихри бер мөғжизә өҫтәп, ҡабатланмаҫ йәм бирә. Ҡыш көнө лә туңмай урғылып аҡҡан Йылайыр шишмәһе һыуы, әйтерһең, йәнгә сихәт өҫтәй. Бөгөн бында ун кешегә тәғәйен урын булдырылған. Ял итеүселәр өсөн көн һайын мунса яғыла, өй йылытыла. Әйткәндәй, кеҫә телефонынан һөйләшеү мөмкинлеге лә бар.
– Туристар араһында Өфөнән, Мәскәүҙән, хатта Америка, Франциянан да килеүселәр осрай. Киләсәктә “Арман”ды йәйен дә, ҡышын да халыҡтың рәхәтләнеп ял итеү урынына әйләндерергә ине, – тип пландары менән уртаҡлашты эшҡыуар.
Бының өсөн яңынан бер нисә йорт ултыртыу, башҡорт аштарынан торған милли ризыҡ тәҡдим итеү, атта йөрөтөү хеҙмәтен булдырыу кеүек эштәрҙе атҡарып сығырға кәрәк, ти әңгәмәсем. Тағы ла Руслан Абдуллиндың бер яратҡан шөғөлө бар: ҡортсолоҡ. Йәйен умарталарын ошонда ултырта, хатта ҡышҡылыҡҡа махсус йорт төҙөтөп, быйыл нәҙекәйбилдәр бында ҡышлаған.
Беҙҙең халыҡҡа “агротуризм” төшөнсәһе әлегә ятыраҡ. Әммә замандан артта ҡалмай, был йүнәлеште бөгөндән үҫтереү мөһим, сөнки иртәгә һуң булыуы ихтимал. Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып, был кәсептән табыш алып, етеш йәшәргә беҙҙә бөтә шарттар бар. Тимәк, тырышырға ғына кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Эшҡыуар

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 277

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
Беҙ һыната торғандарҙан түгел...

Беҙ һыната торғандарҙан түгел... 19.03.2019 // Эшҡыуар

Республикала крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Әленән-әле был...

Тотош уҡырға 1 509

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй

Буҙаны сит тарафтарҙа танытырға теләй 03.03.2019 // Эшҡыуар

Сибай ҡалаһынан йәш әсә Гөлназ Азатова милли эсемлектәребеҙҙең береһен етештерә....

Тотош уҡырға 1 415

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.02.2019 // Эшҡыуар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Өфөләге “Торатау”...

Тотош уҡырға 1 176

Төньяҡ-көнсығыш  нисек йәшәй?

Төньяҡ-көнсығыш нисек йәшәй? 26.02.2019 // Эшҡыуар

Дыуан районында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең...

Тотош уҡырға 1 020

Ҡаҙмаш сәйе һатыуға сыға
Баҫыу-баҫыу еләк-емеше  емерелеп уңа...

Баҫыу-баҫыу еләк-емеше емерелеп уңа... 20.02.2019 // Эшҡыуар

Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған....

Тотош уҡырға 1 404

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел

Әбеш һөтө хәҙер яңғыҙ түгел 16.02.2019 // Эшҡыуар

Һуңғы йылдарҙа экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлеккә иғтибар артты. Ошоға бәйле ауыл йүнселдәре...

Тотош уҡырға 1 740

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер

Хәйбулла билмәне Өфөгә лә етер 30.01.2019 // Эшҡыуар

Билмән, итле, кәбеҫтәле мантылар, ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, туҡмас – барыһын да үҙҙәре әҙерләп...

Тотош уҡырға 1 757

Ағас ене ҡағылған егет

Ағас ене ҡағылған егет 23.01.2019 // Эшҡыуар

Туғандар ҡеүәтләһә, юлың уңа....

Тотош уҡырға 2 392

Эше барҙың ашы бар,  йәшәү өсөн дәрте бар

Эше барҙың ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар 11.01.2019 // Эшҡыуар

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуы Үзбәковтар миҫалында асыҡ күренә....

Тотош уҡырға 1 584