Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Данистың данлы эше
Данистың данлы эше
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары. Ҡулына һөнәрселек училищеһы дипломын алған Данис Белоретта ярты йыл ғына эшләп өлгөрә – армияға ебәрәләр. 1991-1992 йылдарҙағы бола ваҡытында ул Төркмәнстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә бурысын үтәй.

Тыуған яғына ҡайтҡас, егет заводта эшләүен дауам итә. Тик элекке кеүек хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнмәй. Һәр кемдең әҙәмсә йәшәгеһе килә. Данис та хыялланып ҡына ултырмай. Аҡсаһыҙлыҡтан интеккән егет, шахтер ағаһынан, таныштарынан бурысҡа аҡса йыйып, Мәскәүгә юллана. Шулай итеп, завод эшенән бушаған ваҡыттарында кейем һата башлай. Әсәһе лә ярҙамлаша. Йәш булыуы, тәжрибәһеҙлеге ҡамасаулай, әлбиттә, егеткә. Етмәһә, Совет осорондағыса алыпһатарҙарға “спекулянт” тип ҡарайҙар. Ғөмүмән, тәүҙә бик ауырға тура килә уға.
– Заводта перспектива юҡ ине. Ә мин лайыҡлы эшләп, ғаилә ҡороп, өй, машина алырға теләнем, – тип хәтерләй хәҙер Данис Сәйетмырҙа улы.
Бер йыл самаһы ике арала өҙгөләнгәндән һуң егет заводтан китә лә сауҙаға ныҡлап тотона. Хыялдарын тормошҡа ашырып, тәүҙә машина, һуңынан төҙөлөшкә ер алып, йорт һала башлай. Ошо уҡ йылда Айгөл Рауил ҡыҙы менән ғаилә ҡора.
Ул тора-бара туғандарын да эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итә һәм эшен ғаилә бизнесына әйләндерә. Ҡатыны, туғандары – бөгөн дә уның ныҡлы терәге.
Алдына ҡуйған уй-ниәттәрен тормошҡа ашырған егет өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмай, яңы маҡсаттар менән яйлап ҡына сауҙа үрҙәрен яулай: Белореттың үҙәк баҙарындағы бер бинаны ҡуртымға ала, 1997 йылда Учалыла ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫкө кейем бүлеген аса. Сибайға ла йөрөп һатыу итәләр. Силәбе ҡалаһының сауҙа үҙәгендә ҡуртымға урын алып, эшмәкәрлек даирәһен тағы киңәйтәләр.
– Байрам, ял көндәрен оноттоҡ. Бөтә ғаилә менән эшләнек: әсәйем, ҡатыным, өлкән ағайым, һуңынан уртансы ағайым, еңгәләрем дә ҡушылды, – ти Данис Сәйетмырҙа улы.
Данистың данлы эше2002 йылда Белореттың Ленин урамындағы йорттан ике фатир һатып алып, заманса төҙөкләндереп, “Фаворит” тигән өҫкө кейем салонын аса Йыһаншин. Уның бер яртыһында көнкүреш тауарҙары урын ала. Зауыҡлы магазинды белореттар шунда уҡ үҙ итә, сөнки ул ваҡытта бындай заманса биҙәлгән, юғары кимәлдә хеҙмәтләндергән, уңайлы шарттар тыуҙырылған магазиндар ҡалала булмай әле. Данис яңыса эш итеүе менән дә айырылып тора. Тауарҙарҙы рекламалауға ҙур иғтибар бирә.
2003 йылда ҡала универмагының ташландыҡ подвалын ҡуртымға ала. Уны төҙөкләндереүгә ике йыл китә. Ҡуртымға алынған бинаға ҙур сығымдар түгеү, әлбиттә, хәүефле була. Данис Сәйетмырҙа улы: “Ярай, ни булһа ла булыр. Матур итеп эшләтәсәкмен. Үҙемә булмаһа ла, барыбер ҡалаға ҡаласаҡ”, – тип уйлай. Икеленәүҙәре раҫҡа сыға: эшҡыуар был бинаны һатып алырға теләһә лә, урындағы етәкселек муниципаль милекте башҡаларға һатыуҙы урынлы тип таба. Ике тапҡыр Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итеү ҙә файҙа бирмәй.
Шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтерергә кәрәк, тип бейек трибуналарҙан сығыш яһаған етәкселәрҙең бындай ҡарашы Данисты һындыра алмай барыбер.
– Беҙ тәү сиратта халҡыбыҙ, ҡалабыҙ өсөн тырышабыҙ. Үҙебеҙ тотонмаһаҡ, береһе лә беҙҙең өсөн эшләмәйәсәк. Мәскәүҙән аҡсалы ағайҙар килгәнен көтөп ултырырға ярамай. Үҙебеҙгә генә ышанырға кәрәк. Миңә бер кемдең дә матди ярҙам күрһәткәне булманы, Хөкүмәттән дә бер тин алғаным юҡ. Бөтә төҙөлөштәрҙе лә үҙ көсөбөҙ менән йырып сығып киләбеҙ, – ти үҙ еренең илһөйәре булған эшҡыуар.
Универмаг подвалын ремонтлап бөткәс, “Тамерлан” сауҙа комплексын асалар. Ул да халыҡтың яратҡан урынына әйләнә. Ҡатын-ҡыҙ, ир-егет өсөн өҫ кейеме салондары, кафе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, бөҙрәхана, уйынсыҡтар, көнкүреш тауарҙары, бижутерия һатыу өсөн урындар булдырыла. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: Данис Сәйетмырҙа улы сабыйҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырмай: ул — кескәйҙәребеҙҙең ялын ойоштороу өсөн уйын бүлмәләре асҡан берҙән-бер эшҡыуар. Был өлкәлә әллә ни килем алыу мөмкин түгел, барыһы ла дүрт бала атаһы Данис Йыһаншиндың кешелекле, кеселекле булыуына ғына бәйле.
Маҡсатлы егет бының менән генә туҡтап ҡалмай: 2006 йылда Учалыла ҡатын-ҡыҙ өсөн “Фаворит” өҫ кейеме салонын аса, бер аҙҙан ир-ат кейеме һатылған “Мистер Икс” магазины сафҡа инә.
Ике йылдан һуң Белорет ҡалаһының үҙәк баҙары эргәһендә иҫкергән көнкүреш бинаһының яртыһын һатып ала һәм уға өҫтәп төкәтмә төҙөтә, капиталь ремонт эшләтеп, “Дүртенсе үлсәм” сауҙа үҙәген аса. Бында, кейем салондарынан тыш, балалар өсөн “Космоленд” уйын залы бар. 260 квадрат метр майҙанда күңел асыу үҙәге, кафе, уйын ҡоролмалары, 4D кино залы урынлашҡан. Шулай итеп, бығаса белореттар өсөн балалар ялын ойоштороу ҙур мәсьәлә булып торһа, бөгөн кескәйҙәребеҙ рәхәтләнеп ял итә. Уларҙы педагогик белемле гувернанттар хеҙмәтләндерә.
2011 йылда Данис Сәйетмырҙа улы күптән бикле торған, ҡулдан-ҡулға күсеп, ҡарауһыҙлыҡтан емерелә башлаған “Металлург” кинотеатрының яртыһынан күберәк өлөшөн һатып алды һәм уны заманса төҙөкләндереүгә бар көсөн һалды. Был бина ҡаланың тарихи ҡомартҡыһы һаналғас, уның төп архитектур үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу мөһим. Шуға ла төҙөкләндереүгә бик етди ҡараны яңы хужа. Проект экспертиза этаптарын үткәндән һуң, 2011 йылдың авгусында төҙөлөш башланды. Тәүҙә йылылыҡ системаһын тулыһынса алыштырҙылар. Электр селтәрҙәрен, елләтеү ҡорамалдарын яңырттылар. Бинаға янғынды һыу менән һүндереү системаһы ҡуйылды.
2012 йылдың майында “Металлург” кинотеатры, яңы һулыш алып, белореттарҙы ҡыуандырып, ишектәрен асты. Уның беренсе ҡатында ресторан урынлашҡан, ял көндәрендә йырсылар сығыш яһай. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн пандустар, бәҙрәфтә махсус сантехника ҡуйылған. Икенсе ҡатта — кино-бар, өсөнсө ҡатта – 262 урынға тәғәйенләнгән кинозал. Ул заман талаптарына ярашлы, 3D форматындағы һанлы аппаратура менән йыһазландырылған. Данис Сәйетмырҙа улы эш буйынса ҡайҙа ғына барһа ла, кинотеатрҙарҙы ҡарап йөрөгән һәм Санкт-Петербургта киноэшҡыуарҙар мәктәбен тамамлаған икән. “Беҙҙең кинотеатр Көньяҡ Уралда иң яҡшыһы буласаҡ”, – тип маҡсат ҡуйған булған.
– Бизнес социаль йүнәлешле булырға тейеш, – тип һүҙен дауам итә эшҡыуар. – Кинотеатр бик ҡиммәткә төштө, әммә ул – күңелемдең сағылышы. Объектты алған саҡта уның килем килтермәйәсәген белһәм дә, социаль проект булараҡ ҡабул иттем, сөнки ҡалала кинотеатрҙар юҡ ине, иркенләп ял итерлек шарттар тыуҙырылмаған. Йәштәрҙе ниндәй кимәлдә тәрбиәләйбеҙ, киләсәгебеҙ ҙә шулай буласаҡ тигән маҡсатта кинотеатрға бар күңелемде һалдым. “Ниңә шул тиклем матур итеп эшләйһең, емереп бөтәләр бит”, – тип әйтеүселәр ҙә табылды. Әле ике йыл үтһә лә, бер кемдең дә яуызлыҡ ҡылғаны юҡ. Халыҡ бындағы шарттарҙы, матурлыҡты күрә һәм үҙен дә уға ярашлы тота. Былтыр кинотеатрға 72 мең кеше килгән.
Данистың данлы эше“Металлург”та һуңғы ваҡытта башҡорт артистары ла концерт ҡуя. Күп саралар йәмәғәт башланғысында үтә, уларҙан ҡуртымға аҡса алмайбыҙ.
Был үҙенә күрә сығым да талап итә, әммә социаль проект шулай булырға тейеш. Төрлө сара үткәреүселәргә мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙам. Үҙебеҙ йәшәгән биҫтә хоккейсыларына кейем алып бирҙек, кейем алмаштырыу өсөн вагон ултырттыҡ. Балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатында бокс, спорт бейеүе түңәрәктәренә даими ярҙам итәбеҙ. Мәғариф учреждениеларына иғтибарлыбыҙ, мәҙәни сараларҙы йыш ойошторабыҙ.
СТС телеканалынан өс сәғәтлек эфир ваҡыты алдым. Ошо мөмкинлектән файҙаланып, Белорет халҡының тормошон яҡтыртырға тырышам. Ҡала телевидениеһында ваҡиғалар тулыһынса күрһәтелмәй, улар мәғлүмәт биреү менән генә сикләнә. Ә бит беҙҙә үҙенсәлекле кешеләр, билдәле спортсылар етерлек. Ҡаланы үҫтереү өсөн дә мөмкинлек күп тип иҫәпләйем: туризм, спорт, мәҙәниәт, сәнәғәт предприятиелары, бай ятҡылыҡтар, ағасты тәрән эшкәртеү...
Ярыштарҙы даими күрһәтеп, белореттарҙы спортҡа ылыҡтырыу хыялы менән йәшәйем. Белорет – спорт ҡалаһы, көн һайын төрлө сара үтеп тора. Мәҫәлән, Ҡурташта яңыраҡ бер үк ваҡытта ачери-биатлон, үҫмерҙәр араһында тау саңғыһы буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ә ниңә шунда барып, тәбиғәт ҡосағында булып, ярышты ҡарамаҫҡа? Беҙҙә – иң матур тәбиғәт, шуның ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Халыҡтың диван, телевизорҙарҙан айырылып, әүҙем тормошта йәшәүенә булышлыҡ итеү — изге маҡсатым.
Тыйнаҡ, яуаплы, намыҫлы, маҡсатлы егеттең изге ғәмәлдәренә белореттар ҡыуанып, һоҡланып ҡарай. Ҡала мөхитендә үҫеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт рухлы булып ҡалған Данис Сәйетмырҙа улы кеүек эшҡыуарҙарыбыҙ күберәк булһын ине.
Рәмилә МУСИНА.
Белорет ҡалаһы.

Шәхси фекерҙәре

– Бөгөн эшҡыуар булыуы еңелме?
– Әле илдең иҡтисади үҫеше тотҡарланыуы тойола, һәм был беҙҙең эштә лә сағыла, сөнки һалымдар, яғыулыҡҡа хаҡ арта. Былтыр быға тиклем уңышлы эшләп килгән өс йүнсел миңә тауарҙарын алыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Башҡаса эште алып бара алмайбыҙ, тиҙәр. Быйыл тағы ла бер танышым бизнесын япты. Хөкүмәттән нимәлер өмөт итеү файҙаһыҙ, тик үҙ хеҙмәтең менән генә уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Вәғәҙәне өс йыл көтәләр, тигән әйтем бар. Кемдәндер ярҙам көтөп ултырһаҡ, бер эш тә ҡыйрата алмаясаҡбыҙ.
– Был эштәрҙә төп терәгегеҙ кем?
– Ҡатыным Айгөл ярҙам итә. Өйҙә бөтәһе лә яҡшы, мин шуның өсөн тынысмын. Яңы объектты эшләгәндә интерьер, мебель, дизайн кеүек мәсьәләләр менән дә ул шөғөлләнә. Атай-әсәйемә рәхмәтлемен, улар ҙа һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул бәхет?
– Был тормошта иң мөһиме – һаулыҡ һәм ғаиләлә барыһы ла яҡшы, имен булыуы. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494