Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?26.03.2019
“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй һөнәрҙәрҙе һайлай?

Һәр дүртенсе кеше үҙенең балаһын табип итеп күргеһе килә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эште рәсәйҙәр иң абруйлы һөнәр тип иҫәпләй. Юриспруденция – икенсе урында. Унан ҡала исемлекте эшҡыуарлыҡ дауам итә.

Хәрби хеҙмәтте һәм программалаусы һөнәрен һайлаусылар һаны тигеҙләшкән – 13 процент. Ә ҡалған шөғөлдәрҙе һайларға теләгәндәр кәмегәндән-кәмей: инженер, полицейский, дәүләт хеҙмәткәре, бухгалтер, иҡтисадсы, менеджер. Респонденттарҙың биш проценты ғына балаһының уҡытыусы һөнәрен алыуын теләй.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика