Кемебеҙ матурыраҡ?11.02.2019
Әбйәлил районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары араһында “Ҡурсаҡҡа иң яҡшы милли кейем” тип аталған конкурс үткәрелде.

Ҡатнашыусыларҙың ифрат күп булыуы баһалама ағзаларын хайран итте. Һөҙөмтәлә 194 ижади эш һайлап алынды.

Оҫта ҡуллы уңған әсәйҙәр балаларының ҡурсаҡтары өсөн ниндәй генә милли кейем текмәгән, ниндәй генә биҙәүестәр, селтәр-хәситәләр, мәрйендәрҙән ҡашмау-һаҡал эшләмәгән?! Малай ҡурсаҡтарға кейҙерелгән кейемдәр ҙә һоҡланып туймаҫлыҡ!
Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәр күп булғанлыҡтан, райондағы һәр методик берекмә берешәр еңеүсене билдәләне. Бынан тыш, йөкмәткеле композициялар айырым баһаланды.

Милли кейемле ҡурсаҡтар балалар баҡсаһында урын аласаҡ, тимәк, кескәйҙәр уларҙы һүрәттәрҙән ҡарап түгел, ә ҡулдарына тотоп уйнап, дәрестәрҙә ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.


Вернуться назад