Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡамышлы күлдәр иленән — тымыҡ йылға буйына

Башкөллө эшкә сумғас, һағыныу тойғоһо ла онотола.

Маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрмәй сараң юҡ, тибеҙ. Ысынлап та, әҙәм балаһын яҙмыш елдәре ҡайһы тарафҡа ғына илтмәй. Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Мансур Абдуллин исемендәге 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Фидалия КАПИТОНОВА ла, кешене ризыҡ йөрөтә, тип ошо һүҙҙәремде ҡеүәтләне.


– Һөйләшеүҙе ябай ғына һорау­ҙан башламаҡсымын. Ни өсөн табип та, бухгалтер ҙа түгел, ә уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
– Мәктәптә уҡығанда уҡ, ҙур үҫкәс уҡытыусы буласаҡмын, тигән уй кү­ңе­лемдә бөрөләнде, ә инде өлкән клас­тарҙа үҙемде мөғәллимә һөнәренән башҡа күҙ алдына ла килтермәй торғай­ным. Сәбәптәре билдәле: үҙидара көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп алғаным иҫтә. Хәтеремдә, тиҫтерҙәремде таҡта янына баҫтырып, дәрес һөйләтәм, уларҙы бүлдерә-бүлдерә үҙемдән нимәлер өҫтәйем. Әйтәләр бит, үҙең ҡабатлаған һайын, тема тиһеңме, бүтән әйберме, ул хәтергә тәрәнерәк уйыла. Хатта белмәгәнеңде белә, аңлама­ғаныңды нығыраҡ аңлай башлайһың.

– Һеҙ – Советтар Союзы Геройы Мансур Абдуллин исемен йөрөткән мәктәп хеҙмәткәре. Бындай данлы белем усағында эшләү – ғорурлыҡ, һәлкәүлеккә юл ҡуйырға, тарҡау булырға ла ярамайҙыр?
– Ҡабатлағандан доға иҫкермәй тигәндәй, уның тураһында кәлимә һүҙ әйтеү урынлы, минеңсә. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Мансур Һиҙиәт улы 1919 йылда Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында туған. Тәүҙә туған колхозында тир түккән, аҙаҡтан инде уны аң-белем таратыу маҡсатында яҙмыш елдәре Үзбәкстан тарафтарына илтә – бында мөғәллим­лек менән шөғөлләнә. Шунан Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Яҡташыбыҙ, Курск дуғаһында батырлыҡ күрһәтеп, юғары награда менән бүләкләнә.

Тыныс тормошта Мансур Абдуллин уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡала, мәктәп директоры, РОНО мөдире кеүек яуаплы вазифалар башҡара. Ысынлап та, бындай мәктәпкә барғы килеп тора, артта һөйрәлеү тураһында башҡа ла инеп сыҡмай. Тыуған яҡтарыма ҡайтҡанда, кем менән генә һөйләшмәйем, мин эшләгән мәктәпкә Геройҙың исеме бирелгән, тип ҡабатлайым.

– Эйе, мәктәптең даны педа­гогтарға өҫтәмә бурыстар йөкмәтә. Ә бына егеттәрҙә һәм ҡыҙҙарҙа, моғайын, маһайыу сифаты ла юҡ түгелдер...
– Маһайыу тигәндән, һәр ваҡыт осрашыуҙарҙа ҡайһы мәктәптең уҡыусыһы икәнегеҙҙе онотмағыҙ, тибеҙ. Бынан тыш, илһөйәрлек тойғоһон күңелдәренә һалырға тырышабыҙ. Герой исеме үҙе ни тора! Бахыр булмағыҙ, батыр булығыҙ, тип өйрәтәбеҙ. “Ватанды һаҡлау – ир-аттың бурысы” кеүек темалар буйынса осрашыуҙарҙы йыш үткәрәбеҙ. Юғиһә ҡайһы бер үҫмер егеттәребеҙ армияға бармаҫ өсөн ниндәй генә юлға баҫмай, иң киң таралғаны – улар ауырыу, имеш, ҡулына ҡорал тоторға эшкинмәйҙәр. Быны хурлыҡҡа тиңләйем. Һүҙ ҙә юҡ, ил тыныслығы һағына баҫырға ашҡы­нып тороусылар бар, ундай арыҫлан йөрәклеләр менән осрашыуҙан күңел йыуаныс ала.

– Ҡамышлы күлдәр төйәгенән тымыҡ ҡына аҡҡан Дим йылғаһы яҡтарына барып эләгеү нисек булды?
– Элек бит вуз тамамлағас та йүнәлтмә нигеҙендә ҡайҙалыр эшкә барыу тигән тәртип көслө ине. Нуриман районының Ишморат ауылы – тыуған яғым. Башҡорт дәүләт университетынан һуң Миәкә районында эш башланым. Әйтерһең дә, был яҡтарҙа йыш булғанмын, тәбиғәт тә, кешеләре лә электән миңә таныш. Һис кенә лә сит ҡарашты тойманым, коллективҡа тиҙ ылығып киттем. Башкөллө эшкә күмелгәс, һағыныу тойғоһо артҡы планға күскәндер.
Әле беҙҙә 900 бала уҡый, һәр береһе нимәгәлер һәләтле, һәр кемдең үҙенең фекере бар. Бигерәк тә хәҙер үҙ позицияңда тороу отошло, ел ыңғайына иҫеү бер урында тапаныу менән бер. Ҡыҙ һәм егеттәр менән мәж киләбеҙ, конкурстарҙа үҙебеҙ ҡатнашыуҙан тыш, уҡыусыларҙы ла төрлө олимпиада­ларға, бәйгеләргә йәлеп итәбеҙ. Төрлө кисәләрҙе, байрамдарҙы бергә матур итеп ойошторабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506