Балтасылар Балтаста11.02.2019
Ғәҙәттәгесә, Балтас районы етәкселеге ҡышҡы каникулдар осорона тура килтереп студенттар менән осрашыу ойоштора — йолаға ярашлы быйыл бындай сара февралдә үтте.

Ысынлап та, әле егет һәм ҡыҙҙар ҡышҡы каникулда, ә ниңә уларҙы йыйып һөйләшеп алмаҫҡа?

– Яҡташ студенттарыбыҙ ниндәй генә ҡаланың ҡайһы ғына юғары уҡыу йортонда белем эстәмәй, – тип һөйләй Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев. – Араларында кемдәр генә юҡ, инженер, уҡытыусы, врач һөнәрен һайлаған күптәр, хатта биҙәү, йөҙләү, кирбес һалыу, балта оҫтаһына ла өйрәнеүселәр бар. Был юлы иһә уларҙың үҙҙәрен күберәк тыңланыҡ. Әлбиттә, эш урыны, хеҙмәт хаҡы тураһында йыш ҡыҙыҡһыналар, ул шулай булырға тейеш тә. Үҙ сиратында беҙ ентекле итеп барыһын да аңлаттыҡ.


Төрлө юғары уҡыу йорттарында, һөнәрселек училищеларында райондан 250 тирәһе ҡыҙ һәм егет уҡый. “Ҡайтығыҙ, йәштәр Балтасҡа, Һеҙҙе тыуған яҡтар көтә!” тигән концерт менән тамамланды кисә.



Вернуться назад