Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Киләсәкте беҙ төҙөйбөҙ”

Бөгөн – Рәсәй студенттары көнө.

Кәримә Әхтәмова Өфө дәүләт нефть техник университетында, иҡтисад һәм сервис институтының II курсында, белем ала. Ҡыҙ, тырышып уҡыуҙан тыш, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙен төрлө өлкәләрҙә уңышлы һынап ҡарай.

Кәримә Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлай, мәк­тәп йылдарында ике тапҡыр ҡала хакимиәте башлығы сти­пендияһына лайыҡ була. Әү­ҙем ҡыҙ үҙен төрлө өлкәләрҙә эҙләй: һигеҙ йыл каратэ менән шөғөлләнә, бейеү серҙәренә төшөнә, вокал, фортепиано, һынлы сәнғәт мәктәбе, гитара, театр түңәрәктәренә йөрөй. Республика кимәлендәге бәйге­ләрҙә даими ҡатнаша, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләй. “Йәш гвардия” ойошмаһының активисткаһы, ЮНЕСКО мәктә­бе клубының президенты булыуҙан тыш, Кәримәне фән өлкәһе лә ҡыҙыҡһындыра, “Баш­ҡорттар сит илдә: йола­ларға тоғролоҡ” исемле ғилми хеҙмәт яҙа.

– Белем алыуҙан тыш, хәл-ва­ҡиғаларҙың уртаһында ҡай­нарға яраттым, йәмғиәт өсөн мөһим проблемаларҙың сиселеш юлдары ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостанға файҙалы ке­ше булыр өсөн күберәк белер­гә, өйрәнергә ынтылдым, килә­сәк тормошомдо ла сәйәси-йәмәғәт эшмәкәрлеге менән бәйләгем килә ине, – ти ҡыҙ гимназия йылдары хаҡында.

Кәримә 11-се класта уҡыған сағында төҙөгән “Ирекмәндәр өсөн инглиз теле” проектын юғары уҡыу йортона ингәс тә да­уам итә. Республикабыҙҙа уҙған халыҡ-ара сараларҙа ирекмән булараҡ ҡатнашырға теләп тә, инглиз телен белмә­гәндәр өсөн ҙур ярҙам булған проект юғары баһалана, унда ҡатнашыусылар, шул иҫәптән Кәримә үҙе лә 2017-2018 йылдарҙа Конфедерациялар кубогына һәм футбол буйынса донъя чемпионатына эләгә.

Әле Кәримә нефть университетында белем алыуҙан тыш, асылына хыянат итмәй, ул ҡала советының Йәштәр йә­мә­ғәтселек палатаһы ағзаһы.
– Ҡаланың депутаттар советы, граждандарҙың мәнфә­ғәтен күргән кеүек, беҙ ҙә, мәктәп уҡыусылары, студенттар менән эш итәбеҙ. Улар менән һөйлә­шәбеҙ, проекттарын бойомға ашырырға ярҙам итәбеҙ, – ти Кәримә.

Әүҙем ҡыҙ бер ойошма ме­нән генә сикләнеп ҡалмай, ул Гражданлыҡ һәм мәғрифәт­се­лек йәштәр союзында ла тора.

– Беҙ бында яңы быуын вәкил­дәре, йәғни өлкән класс уҡыу­сылары менән эшләйбеҙ, төрлө слеттар, саралар, квес­тар, уйын технологиялары яр­ҙамында аралашабыҙ, киләсәк­тең төҙөү­сеһе тап үҙебеҙ икәнен төшөн­дөрәбеҙ, – тине ул ойош­маның эшмә­кәрлеге хаҡында.

Алдағы көнөнә ҙур ышаныс менән баҡҡан, уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла күп­тәргә өлгө Кәримә Әхтәмовала ватансылыҡ тойғоһо ла көслө. “Тыуған илемде яратам, республика өсөн ҡулымдан кил­гәндең бөтәһен дә эшлә­йәсәкмен. Башҡортостанда көн­күреш кимәлен күтәреү, уны башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйыу – маҡсатым ошо”, – ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 10

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 11

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана
Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 15

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 27

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 15

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 14

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 34

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 28