Журналистарҙы ҡатын-ҡыҙ декан әҙерләйәсәк24.01.2019
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы вазифаһын филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина башҡарасаҡ.

Яңы декан менән Ғилми советта БДУ ректоры Николай Морозкин менән проректор Вадим Захаров таныштырҙы.

Гөлфирә Абдуллина 1995 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлағандан һуң, тәүҙә унда ассистент, өлкән уҡытыусы, аҙаҡ доцент, профессор, декандың ғилми эш буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ул -360 самаһы ғилми эш авторы. Рәсәй Фән министрлығының ғилми-техник өлкәһе эксперты, Башҡортостан Фәндәр Академияһының социаль-гуманитар фәндәр һәм технологиялар бүлеге профессоры, тел ғилеме, ғәмәли лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса Ғилми советтың ғилми сәркәтибе.



Вернуться назад