Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ19.01.2019
Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ҡыҙыҡлы осрашыу булды.
Унда Мишкә районының Али Карнай исемендәге Оло Шаҙы мәктәбе директоры Рәфис Закиров, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ошо уҡ ауылдың Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейы хеҙмәткәре Эльвира Шәйҙуллина һәм 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты.
Осрашыуҙа балаларға Бөйөк Ватан һуғышы, данлыҡлы дивизия, Али Карнай хаҡында һөйләнек. Был музейҙа, билдәле булыуынса, дивизия хаҡында бай материал тупланған, шуға ла әлеге осрашыуҙа күберәк Али Карнайҙың тормош юлына иғтибар бирелде. Башҡорт әҙәбиәтендә һәм журналистикаһында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес ижади ҡаһарманлығы менән йәштәргә оло өлгө була ала. Әйткәндәй, уның яҙмалары менән интернет селтәрендә лә танышырға мөмкин. Баҫмабыҙҙа шәхес тураһында тағы ла иҫкә алырбыҙ.
Музей хеҙмәткәре Алина Дәүләтгәрәева йәштәрҙе үҙҙәрендәге мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Киләсәктә Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусылары ла бында экскурсияға киләсәк.


Вернуться назад